Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Октября 2019, 09:24

Юбилей саралары – яңы мәҙәниәт йортонда

Шишмә районының Келәш ауылында өр-яңы мәҙәниәт йорто сафҡа инде.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Шишмә районының Келәш ауылында Мостай Кәримдең юбилей сараларында өр-яңы мәҙәниәт йорто сафҡа инде.
Уны асыу тантанаһында республиканың хакимиәтенән, "Башнефть" акционер йәмғиәтенән рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Шунда уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һәләк булған яҡташтарға һәйкәл асылды.
Ә мәҙәниәт йортона Мостай Кәримгә арналған һәм бинаны төҙөүҙә ярҙам күрһәткән "Башнефть" йәмғиәтенә таҡтаташ эленде.
Мәҙәниәт йортоноң фойеһында халыҡ шағирына арналған күргәҙмәне, стендтарҙы йыйылған халыҡ ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Читайте нас