Башҡортостан
+17 °С
Облачно
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Октября 2019, 18:05
Бер көн эсендә кино төшөрөргә теләйһеңме?
“Синема” йәштәр тәжрибәүи кино үҙәге Өфөлә кинолаборатория ойошторасаҡ. Уның маҡсаты – кино сәнғәтендә үҙ эҙен ҡалдырырға теләүселәр өсөн бер нисә оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, ошо рәүешле был өлкә серҙәренә төшөндөрөү.
Автор фотоһы.
“Синема” йәштәр тәжрибәүи кино үҙәге Өфөлә кинолаборатория ойошторасаҡ. Уның маҡсаты – кино сәнғәтендә үҙ эҙен ҡалдырырға теләүселәр өсөн бер нисә оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, ошо рәүешле был өлкә серҙәренә төшөндөрөү.
Ҡатнашыусылар иһә үҙ сиратында режиссерлыҡ, сценарий яҙыу, актерлыҡ дәрестәренән һуң 48 сәғәт эсендә командаларға тупланып, ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөргә тейеш.
“Синема” үҙәге Рәсәй йәштәре ойошмаһы тарафынан ойоштороп, кино һөйөүселәр өсөн төрлө саралар үткәрә. Беҙ һүҙ алып барған кинолаборатория республика тарихында тәүгеләрҙән түгел – был проект үткән йылда “Мидпоинт” киномәктәбе тарафынан Стәрлетамаҡта ла, Өфөлә лә берҙәй ойошторолоп, мул уңыш йыйҙы. Кино сәнғәтендә режиссура буйынса тәүге аҙымдарын яһап, бер көн эсендә төшөрөлгән ике ҡыҫҡа метражлы фильмын юғарыла телгә алып үткән ҡалаларҙың кинотеатрҙарында тамашасы хөкөмөнә тәҡдим иткән ҡатнашыусылар араһында гәзитебеҙҙең хәбәрсеһе Айгөл Йәмилева ла бар.
“Кинолаборатория – минең кеүек кино донъяһы менән “ауырыусы”ларға был өлкәлә ҡанаттарҙы нығытыу, тәжрибә, белем туплау өсөн бик шәп мөмкинлек”, – ти ул.
Кинолабораторияла актер, режиссер, оператор, сценарий авторы, гример булараҡ ҡатнашыу өсөн
https://forms.gle/o9CvgDcjfFCVxXU19
һылтанмаһы аша үтеп, 15 ноябргә тиклем анкета тултырырға кәрәк.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"