Бөгөн Илеш районында ошо исем аҫтында өсөнсө тапҡыр башҡорт этник мәҙәниәте һәм замана сәнғәте буйынса асыҡ күп жанрлы фестиваль башланды.
Уны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан мәҙәниәт министр урынбаҫары Ранис Алтынбаев тәбрикләне.
Ике көн дауамында барған фестивалдә республиканың 23 районынан, бер ҡалаһынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән коллективтар ҡатнашасаҡ. Бында йәш айырмаһы юҡ – ижади төркөмдәрҙә ололар ҙа, балалар ҙа бар.
Ҡатнашыусылар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, ауылдар буйлап ижади осрашыуҙар әҙерләнгән.
Бәйгенең ойоштороусылары – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Илеш районы хакимиәте.