Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Октябрь 2019, 13:45

Аралар алыҫ булһа ла, рухи яҡынлыҡ, берҙәмлек бар

Һарытау өлкәһендә үткән Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сағыу ваҡиғаларға, һөҙөмтәле һөйләшеүҙәргә бай булды. Бынан тыш, күп мәсьәләләр ыңғай хәл ителде. Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙә был аҙна яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Алда – тығыҙ хеҙмәттәшлек, уртаҡ мәсьәләләр...


Һарытау өлкәһендә үткән Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сағыу ваҡиғаларға, һөҙөмтәле һөйләшеүҙәргә бай булды. Бынан тыш, күп мәсьәләләр ыңғай хәл ителде. Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙә был аҙна яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.


“Башҡорт телендә һөйләшәм”


Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре Перелюб һәм Пугачев райондарында бейеү, йыр, ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәренән башланды. Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Сәйҙә Ильясова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Низаметдинов, филармония солисы Лилиә Низаметдинова, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәү­ләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы Венер Йылҡыбаев, Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡов Күсембәт, Калинин, Бобров Гай, Мәҡсүт ауылдарында балаларға ғына түгел, өлкән милләттәштәребеҙгә лә сәнғәт серҙәрен систе.
Калинин ауылынан ғына егермеләгән бала милли музыка ҡоралында уйнарға өйрәнергә теләк белдергән. Был хаҡта ҡурайсы Венер Йылҡыбаев хәбәр итте.
– Араларында хатта һөт тештәре төшөп бөтмәгәндәре лә бар. Был өлкәлә ҡурай түңәрәге асыу кәрәк. Шарттар булдырылһа, үҙем дә килер инем эшкә! Балаларҙың теләген һүрелтке килмәй, – тине ул ихлас күңелдән.
Күсембәт ауылы башҡорттары менән осрашыу сараһында ошо ауыл һәм Калининдан булған балалар сағыу концерт программаһы менән ҡыуандырҙы. Уларҙы бейергә Әнүәр Шафиҡов өйрәтһә, Сәйҙә Ильясова вокал серҙәрен асҡан.

Балалар “Шайморатов-генерал”, “Әсмәбикә” кеүек йырҙарҙы, “Беләҙегем-йөҙөгөм” бейеүен башҡарҙы. Венер Йылҡыбаевтың ҡул аҫтында бер-ике көн эсендә ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән уҡыусылар “Сыңрау торна” көйө менән ҡыуандырҙы.
Быларҙың барыһы ла – башҡорт сәнғәт әһелдәренең Һарытау өлкәһендәге мәктәптәрҙә оҫталыҡ дәрестәре үткәреү һөҙөмтәләре. Тамаша һуңында уҡыусыларҙың “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын ихлас башҡарыуы, күҙҙәрендә баҙлаған осҡондар был хеҙмәттең бушҡа китмәүен һөйләй ине.


Тирмә-бүләккә бик ҡыуандылар


Осрашыуға килгән Перелюб районы халҡын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты исеменән Заһир Ишкин тәбрикләне.
– Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Һарытау өлкәһендә 3 500 самаһы башҡорт йәшәүе билдәле. Уларҙың туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыуы хөрмәткә лайыҡ. Беҙҙең бында килеүебеҙҙең маҡсаты – Башҡортостан менән Һарытау араһындағы бәйләнеште тағы ла нығытыу. Әлеге ваҡытта муниципалитет кимәлендә килешеүҙәр төҙөлә, Башҡортостандың милләттәштәребеҙ йәшәгән райондарға ярҙам ҡулы һуҙыу мөмкинлеге ҙурая, тигән һүҙ был. Хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ. Йәкшәмбе мәктәптәренә методик ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, – тине ул.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан урындағы башҡорттарға милли сәхнә костюмдары, ҡурай, ҡумыҙ һәм башҡорт тир­мәһе тапшырылды. Бүләктәрҙе милләттәштә­ребеҙ көслө алҡыштар менән тәбрикләне.
Һарытау өлкәһенең Перелюб һәм Пугачев райондары тотош башҡорт ауылдары булыуы менән билдәле. Күсембәткә килеп төшкәс тә, Башҡортостан делегацияһын урта мәктәп янында яғымлы йөҙлө инәй ихлас сәләмләне. Был тарафтарға килгән башҡорттарҙы алып ҡайтып йоҡлатҡан, һәр береһен ҡаршы алған Фатима Әлбаева булып сыҡты ул. Уға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Рәхмәт хаты тапшырылды.


“Әсәй, атай, ни өсөн мине башҡортса өйрәтмәнегеҙ?”


Күсембәт ауылы халҡы менән осрашыуҙан алған тәьҫораттар ялҡыны һүрелеп тә өл­гөрмәне, икһеҙ-сикһеҙ даланы ярып ятҡан юл беҙҙе Карловка ауылына илтте. Унда мәҙәниәт йортонда Һарытау өлкәһендәге башҡорттар күпләп йәшәгән икенсе төбәк – Пугачев районындағы милләттәштәребеҙ менән тантаналы шарттарҙа осрашыу ойошторолдо.
Мәҡсүт, Бобров Гай ауылдарында үткән оҫталыҡ дәрестәренә йомғаҡ яһалып, ундағы башҡорттар сағыу концерт тамашаһы күрһәтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делега­цияһы уларға ла милли музыка ҡоралдары, сәхнә кейемдәре бүләк итте, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Мәҡсүт ауылынан Римма Биктимерова – “Башҡортостан” гәзитенең яҡын дуҫы, баш­ланғыс кластар уҡытыусыһы, Һарытауҙың иң әүҙем башҡорттарының береһе.
– Атай-әсәйемә миңә бәләкәйҙән туған телемә һөйөү тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт әйтеп бөтә алмайым. Ағайымдарҙың балалары рус телендә һөйләшә, быйыл улар Ишембай лагерында ял итте. Ҡайтҡас, ун дүрт йәшлек ҡыҙ­ҙары: “Ни өсөн миңә башҡорт телен өйрәт­мәнегеҙ? Унда барыһы ла башҡортса һөйләшә, мин оялып йөрөнөм?” – тип ата-әсәһенә үпкәләгән.

Мәҡсүт – боронғо башҡорт ауылы. Урындағы мәктәптә уҡыусыларҙың ата-әсәһе менән башҡорт телен мәктәп программаһы сиктәрендә өйрәнергә теләп, ғариза яҙҙыҡ. Балалар аҙаҡ килеп “Әсәй, атай, ниңә мин башҡорт телен белмәйем? Ниңә өйрәтмәнең?” тип үпкәләп һорамаһын өсөн, уларҙы кескәй саҡтан туған телдәрендә һөйләштереү мөһим”, – тине ул.

Әйткәндәй, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһен хәл итеү менән бында күптән шөғөлләнәләр, ошо йәһәттән йәкшәмбе мәктәптәре лә асылған. Хәйер, был хаҡта бер аҙ һуңыраҡ ентекләберәк һүҙ булыр.


Ҡала уртаһында тирмә ҡороп...


Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре Һарытау ҡалаһының үҙендә дауам итте. Иртә таңдан уҡ Н.Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт милли эҙләнеү университеты алдында тирмә ҡоролған, “Мәргән уҡсы” хәрәкәте ағзалары милли кейемдә ҡунаҡтар ҡаршылай, Башҡортос­тандың халыҡ артисы, донъяуи кимәлдәге виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, милли биҙәүестәр етештереүсе Гөлгөнә Зәйнетди­новалар ҙа бында. Бынан тыш, Һарытау өлкәһендә үткән һәр сарала Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте тарафынан китаптар һатыу эше лә киң йәйелдерелде.
Һарытау өлкәһенең эске сәйәсәт һәм өлкә йәмәғәтселеге эштәре министры Наталья Трошина башҡорт тирмәһе менән танышып, Рәйес Низаметдинов, Юлай Ғәлиуллиндарҙың халҡыбыҙ мәҙәниәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һөйләгәнен тыңлағас, “Һарытау Волга аръяғы башҡорттары һәм ялан Евразия мәҙәниәте” “түңәрәк өҫтәл”е башланды. Унда Наталья Валерьевнанан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев, Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм тарих фәндәре докторҙары, кандидаттары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтай аппараты ағзалары, журналистар ҡатнашты.
– Республикабыҙҙан ситтә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрен үткәреү матур йолаға әүерелде. Һарытау өлкәһенең башҡорт ауылдары Пугачев һәм Перелюб райондарындағы тарихи ватандарынан алыҫта булыуҙарына ҡарамаҫтан, мәҙәниәтте, туған телде һаҡлап ҡала алған, – тине үҙ сығышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев һәм Һарытау өлкәһе хакимиәтенә был саралар теҙмәһен үткәреүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Артабан сират “түңәрәк өҫтәл”дә доклад менән сығыш яһаусы тарихсыларға етте. Тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов “Баш­ҡорт­тар империя системаһында” тигән теманы яҡтыртып, башҡа аспекттар менән бер рәттән, Алтын Урҙа хакимлыҡ иткән осорҙа башҡорттар менән монголдар араһында хәрби һәм үҙ-ара һөйләшеп килешеү мөнәсәбәттәре булыуы, бында башҡорттар өсөн альтернатива сағы­лыуы, быларҙың барыһы ла политогенез­дың бер вариантын тәшкил итеүе хаҡында һөйләне.
Тарих фәндәре кандидаты Айнур Түҙбәков шул уҡ Алтын Урҙа дәүерендәге башҡорттарҙың йәшәү урынын археологик яҡтан өйрәнеү тураһында бәйән итте. Ҡала тибындағы тарихи ҡомартҡылар Ағиҙел һәм Кама йылғалары араһында, атап әйткәндә, хәҙерге Нефтекама, Октябрьский кеүек Башҡортостан Республи­каһы биләмәһендә урынлашҡан ҡалаларҙан тыш, Яр Саллы кеүек Татарстан ерҙәрендә лә табылған.
– Дим йылғаһы буйында 14 ҡәберлек, ике ҡала, 18 ауыл табылһа, Йүрүҙән, Әй, Өфө йыл­ғалары янында өс ҡәберлек, дүрт ҡала, 18 ауыл булғанлығы билдәле. Ырыуҙар Урал тауҙарының һырттары буйлап ике яҡтан да урынлашып йәшәгән. Улар урын һайлағанда тулы һыулы ҙур йылғаларға өҫтөнлөк биргән. Табылған тарихи ҡомартҡылар ҡышлау һәм йәй­ләү өсөн ҡулайлаштырылған. Уларҙың бары­һын да ерләү ысулдарының оҡшашлығы, көнкүреш әйберҙәренең бер үк булыуы бер­ләштерә, – тине Айнур Түҙбәков, сығышын тамамлап.
Шулай уҡ тарих фәндәре кандидаты Альберт Әхәтов сарала ҡатнашыусыларҙы башҡорт­тарҙың археологик материалдар буйынса ХVII – ХIХ быуаттарҙағы матди мәҙәниәте менән яҡындан таныштырҙы.
– Күпселек, башҡорттарҙың боронғо һауыт-һаба кәрәк-ярағы ағастан ғына яһалған, тигән фекерҙә. Башҡорттар балсыҡтан, керамиканан яһалған быяла һауыт-һабаны ла киң ҡулланған. Был йәһәттән боронғо ата-бабаларыбыҙҙың көнкүреш кәрәк-яраҡ төрө күпкә киңерәк, – тине ул үҙ сығышында.
Тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм хөкүмәт идаралығы институтының Башҡортостан Республикаһының тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты Нурислам Ҡалмантаев докладын башҡорттарҙың Рәсәй дәүләтендәге хәрби хеҙмәтенә арнаны.
– Рәсәй составына инеү башҡорт халҡы яҙмышының һынылышлы мәлдәренең береһе булған. Башҡорт яугирҙәре Рәсәйҙең мөһим хәрби походтарының береһенән дә ситтә ҡалмаған. Алдар батыр Иҫәкәевтең Ҡырым һәм II Азов походтарында ҡатнашыуын, Черкес батыр менән көсөргәнешле алышта барыһын да еңеүен генә алып ҡарайыҡ, – тине ул.
“Түңәрәк өҫтәл”дә Һарытау өлкәһе вәкиле лә ҡатнашты. Һарытау дәүләт университетының Рәсәй тарихы кафедраһы доценты, тарих фәндәре кандидаты Алексей Малышев Алтын Урҙаның көнсығыш биләмәләрендәге христианлыҡ миссиялары хаҡында һөйләне.


Һарытау башҡорттарына – дәреслектәр


Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрендә республиканың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиеваның да ҡатнашыуы хаҡында яҙып үткәйнек инде.
Ул сараны йомғаҡлау тантанаһында милләттәштәребеҙҙе ҡайнар сәләмләне һәм Пугачев районында эшләп килгән, барлыҡ теләгәндәрҙе башҡорт теленә бушлай өйрәткән ике йәкшәмбе мәктәбенә уҡыу әсбаптары тапшырҙы.
– Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәгә ынтыласаҡбыҙ. Уҡытыусылар Һарытау өлкә­һендә эшләү өсөн махсус квалификация үтәсәк. Был мәсьәлә буйынса Пугачев районынан әлегә дүрт башҡорт теле уҡытыусыһы мөрәжәғәт итте.
Шулай уҡ Һарытау өлкәһендә йәшәгән башҡорт балаларының ялын Башҡортос­тандағы “Йәйләү” этнолагерҙарында ойоштороу ҡаралған, – тине ул һәм Һарытау өлкәһе хакимиәтенә ҡунаҡсыллыҡтары, ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Һарытау өлкәһе губернаторы Валерий Радаев та тәбрикләү сәләмен еткерҙе. Уның ҡотлау хатын эске сәйәсәт һәм өлкә йәмәғәт­селеге эштәре министры Наталья Трошина уҡып ишеттерҙе.
“Рухи-мәҙәни ҡиммәттәр – ҡәҙерле төшөнсә. Өлкә-ара яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыу – яҡшы күренеш. Бынан 100 йыл элек Башҡорт автономияһы төҙөлөүе үтә тарихи һәм әһәмиәтле ваҡиға булараҡ билдәле.
Һарытау менән Башҡортостан араһының нығыныуы тығыҙ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре тыу­ҙырасаҡ, һәм ул илебеҙҙәге халыҡтарҙың сәскә атыуына булышлыҡ итәсәк”, тиелә хатта.
“Бай тарихлы Башҡортостандан сәләм!” Ошондай һүҙҙәр менән башланып китте кисә. Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрен йомғаҡлау тантанаһы уңайынан ойошторолған тамашаға урындағы башҡорттар зал тултырып йыйылды. Уларға туған моңда­рыбыҙҙы сәхнәнән Артур Туҡтағолов етәкселек иткән “Далан” төркөмө, йырсылар Искәндәр Ғә­зи­зов, Алмаз Сирусин, виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, бейеүсе Регина Баракова бүләк итте.
Бигерәк дәртле, рухлы барҙы концерт. Тамашасылар түҙмәй бейергә төшөп китә, ҡу­шылып йырлай. Айырыуса йәштәрҙең әүҙемлек күрһәтеүе, ихлас булыуы һоҡландырҙы. Бында битарафтар юҡ.
Рәми Ғариповтың һүҙҙәренә яҙылған “Туған тел”, “Салауат батыр” йырҙарынан тыш, Артур Туҡтағолов яңы ижад емеше менән уртаҡ­лашты. Ул “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ” тип атала. Һуңғы ваҡытта республикабыҙҙың лозунгыһына әйләнгән был һүҙҙәр сәхнәнән заманса, шул уҡ ваҡытта рухлы яңғыраны.

***

Һарытау өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре тамам, әммә был ике төбәк башҡорттары араһында аралашыу туҡтап ҡаласаҡ, тигән һүҙ түгел. Алда – тығыҙ хеҙмәттәшлек, хәл итеүҙе талап иткән уртаҡ мәсьәләләр, уртаҡ рух, тел ғәме.
Һарытау өлкәһе.
Читайте нас