Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Октябрь 2019, 14:00

Ауыл клубын мәҙәниәт һарайына әйләндерҙеләр

Шишмә районының Келәш ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналар үтеүе һәм, уның төп сараһы итеп, яңы ауыл мәҙәниәт йортон асыуҙары тураһында гәзитебеҙҙең сайтында хәбәр ителгәйне инде. Төҙөлөштө “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте финанслаған. Был клуб – “Роснефть” нефть компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы менән килешеүендә ҡаралған сираттағы объект.

“Башнефть” йәмғиәте сираттағы социаль объектты төҙөп тапшырҙы.


Шишмә районының Келәш ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналар үтеүе һәм, уның төп сараһы итеп, яңы ауыл мәҙәниәт йортон асыуҙары тураһында гәзитебеҙҙең сайтында хәбәр ителгәйне инде. Төҙөлөштө “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте финанслаған. Был клуб – “Роснефть” нефть компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы менән килешеүендә ҡаралған сираттағы объект.


Тәүгеһе лә, һуңғыһы ла түгел


Килешеүгә, билдәле булыуынса, 2017 йылдың 17 ғинуарында ҡул ҡуйылғайны. Уға ярашлы, нефтсе­ләр коллективы республика өсөн төҙөлөсәк объекттар исемлеген төбәк Хөкүмәте менән берлектә билдәләй.


Башҡортостан “Башнефть” ком­панияһы өсөн етештереү эшмә­кәр­легенең төп төбәге булып тора, шуға күрә “ҡара алтын” сығарыу­сы­ларҙың ошондағы социаль-иҡти­сади үҫеште иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышыуы тәбиғи. Һуңғы өс йылда, был Килешеүгә ярашлы, 300-гә яҡын социаль инфраструктура объекты төҙөлгән йәки реконструкция­ланған. Улар араһында – Күмертау ҡалаһындағы боҙ һарайы, Тәтешле районындағы инвалидтарҙы реабилитациялау үҙәге, Илеш райо­нындағы поликлиника, Өфө ҡала­һында балалар поликлиникаһы, Йәрмәкәй районында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы, “Өфө ҡар­сығаһы” спорт үҙәге, Тимашево транспорт сиселеше, Күгәрсен районында һәм Нефтекама ҡалаһында балалар баҡса­лары, төрлө райондарҙағы мәға­риф объекттары һәм башҡалар.


– Беҙ Башҡортостан Хөкүмәте менән һәр саҡ үҙ-ара аңлашып эш итәбеҙ, – тине “Башнефть” акцио­нерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте аппараты етәксеһе урынбаҫары Вячеслав Кожевников Келәш ауылында журналистар менән һөйләшкәндә. – Ә был бинаны, йәғни ауыл мәҙәниәт йортон Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең бөйөк шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына ҡарата төҙөп тапшырыуҙы беҙҙең компания айырыуса ҙур миссия булараҡ ҡабул итте. Был проектта ике бурыс бергә ҡушылды: урындағы халыҡ өсөн күп функциялы мәҙәни үҙәк булдырыу һәм Мостай Кәримдең иҫтәлеген мәңгеләштереү.


Клуб урынына – мәҙәниәт һарайы


Мәҙәниәт йортон һалыуға “Башнефть” йәмғиәте 64 миллион һум­дан ашыу аҡса тотонған. Клубты тантаналы асыу сараһында билдә­ләүҙәренсә, ул тиҙ арала – биш ай ярым эсендә – төҙөлгән. Май­ҙаны 900 квадрат метрҙы биләгән бер ҡатлы яңы бина 148 урынлыҡ тамаша залына эйә, унда китапхана менән музей ҙа буласаҡ. Мәҙә­ниәт йорто биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына алты метр бейеклегендәге обелиск ҡу­йылған, балалар өсөн уйын майҙан­сығы һәм бейеү урыны ла бар.


– Мин мәҙәниәт йортон ғәжәп итеп ҡарап йөрөнөм. Был тиклем дә мөһабәт һәм бөтә уңайлыҡтары булған был бинаны ауыл мәҙәниәт йорто тип әйтергә лә тел бармай, уны мәҙәниәт һарайы тип атау ҡулайлыраҡ булыр ине, – тине ал таҫманы киҫкәндә бөйөк шағирҙың ейәне, Мостай Кәрим фондын ойоштороусы Тимербулат Олег улы Кәримов.


Был мәҙәниәт усағындағы тәүге сара, әлбиттә, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерация­һының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең данлы юбилейына арналды. Тантаналы йыйылышты Баш­ҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин республика Башлығы Радий Хәбиров­тың ҡотлау хатын уҡыуы менән асып ебәрҙе.


– Был мәҙәниәт йорто урынында үткән быуаттың 60-сы йылдарында һалынған клуб ултыра ине, – тип хәтерләй нефтселәр. – Тәүҙә беҙ уны ремонтларға, матурай­тырға ғына булғайныҡ, сөнки тыштан ҡарағанда үтә ныҡ булып күренде. Әммә, эш башланғас, бинаны тулыһынса яңыртыу кәрәк­леге асыҡланды. “Башнефть” йәм­ғиәте төҙөлөштө тулыһынса фи­нансларға ҡарар итте һәм эшкә тотондоҡ. Элекке клуб илле йыл самаһы хеҙмәт иткән, ә был мәҙәниәт һарайының кәмендә йөҙ йыл, йәғни Мостай Кәримдең 200 йыллығын билдәләгәндә лә ныҡ һәм күркәм булып ултырасағына гарантия бирәбеҙ.


Шишмә районы хакимиәте баш­лығы Флүр Ураҙмәтов та ошондай гүзәл бина төҙөп биргәндәре өсөн нефтселәргә рәхмәт белдерҙе. Сараның рәсми өлөшөнән һуң ауыл халҡы һәм килгән ҡунаҡтар таныл­ған сәнғәт оҫталары Азамат Тимеров, Марат Шәрипов һәм башҡа талант эйәләре, Шишмә районы­ның ижади коллективтары ҡатнаш­лығындағы концертты ҡараны.



Читайте нас