Кисә Өфөнөң балалар уҡыу үҙәгендә 108-се һәм 49-сы мәктәп уҡыусылары менән осраштыҡ. Улар менән балалар әҙәбиәте, милли матбуғат, тамырҙарыбыз тураһында һөйләштек. Нимәһе ҡыуаныслы, улар бараһы ла башҡорт телен туған теле булараҡ өйрәнә.
Һәр уҡыусы менән айырым танышып, иҫ киткес матур исемле малайҙар үҫеп килеүен белеп ҡыуандыҡ: Ильяс, Салауат, Айбулат...
Быны ни өсөн яҙам, "Балҡантау рухы" тип аталған китабымдың төп геройҙары ла – малайҙар. Уҡыусылар ошо әҫәр, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәте, матбуғат тураһында һорашты. Араларында шиғыр яҙыусылар ҙа бар. Кем белә, торараҡ беҙгә лә ебәрерҙәр әле.