Башҡортостан Яҙыусылар союзының 85 йыллығы уңайынан Шаран районының Ерекле ауылында мәктәп уҡыусылары, урындағы халыҡ менән осрашыу булды.
Уҡыусылар ошо ауылда тыуған яҙыусылар – Бөйөк Ватан һуғышы яугире, һоҡланғыс драматург Ибраһим Абдуллиндың, күренекле шағирә, башҡа ҡәләмдәштәре менән бергә башҡорт балалар матбуғатына нигеҙ һалған Зарема Әхмәтйәнованың ижады менән йыйылған халыҡты ҡабаттан таныштырҙы. Улар авторҙарҙың шиғырҙарын уҡыны, әҫәрҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы.
Сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары ғалим, шағир Фәнил Күзбәков, яҙыусы Гөлнур Яҡупова, шағирә Лариса Абдуллина ҡатнашты.