Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьёв бөгөн баш ҡалабыҙҙа Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашты.
Нестеров музейында ойошторолған "Мостай менән осрашыу" исемле фотокүргәҙмәне ҡарағандан һуң Владимир Геннадьевич әҙиптең һәйкәленә сәскәләр һалды.
Әлеге мәлдә Рәсәй журналистар союзы рәйесе "Алтын ҡурай" Халыҡ-ара бәйгеһендә баһалама комиссияһының башлығы булараҡ ҡатнаша.