Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Октября 2019, 11:43

WOMEX-2019 нимә ул?

"Арғымаҡ" төркөмө донъя кимәлендәге ниндәй сарала ҡатнашҡан?

Фото: Ринат Рамаҙановтың сәхифәһенән.Фото: Ринат Рамаҙановтың сәхифәһенән.
Фото: Ринат Рамаҙановтың сәхифәһенән.
Ул – халыҡ-ара продюсерҙар баҙары. Унда башҡа илдәр менән музыка өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлә.


"Кисә башҡорт шоу-кейсы булды, йәғни, беҙ сығыш яһаныҡ һәм ҡарарға Канада, АҠШ, Тайвань, Голландия, Франция, Германия, Ҡытай, Испания, Польша, Корея һәм башҡа бик күп илдәрҙән етмештән ашыу кеше килде.


Беҙ башҡорт мәҙәниәте менән таныштырҙыҡ һәм "Евразия йөрәге" фестивале, 2020 йылда беҙҙә үтәсәк фольклориада хаҡында һөйләнек. Беҙҙең сығышты бик ҡыҙыҡһынып ҡабул иттеләр, - ти "Арғымаҡ" төркөмөнөң етәксеһе Ринат Рамаҙанов.


Шулай итеп, Башҡортостан донъя кимәлендә беренсе тапҡыр музыка баҙарында – WOMEX-2019 сараһында ҡатнашты.
Читайте нас