Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Октября 2019, 19:24

"Милли мәҙәниәтебеҙҙе сағылдыра алдыҡ"

Төньяҡ баш ҡалала төрлө милләт халҡын берләштереүҙе, үҙ-ара дуҫлаштырыуҙы, ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуйған “Дуҫтар менән” тип аталған фестивалдә Башҡортостан ҡыҙҙары ла сығыш яһаны.

Фотолар Ә. Ишморатованың шәхси архивынан.Фотолар Ә. Ишморатованың шәхси архивынан.
Фотолар Ә. Ишморатованың шәхси архивынан.
Төньяҡ баш ҡалала төрлө милләт халҡын берләштереүҙе, үҙ-ара дуҫлаштырыуҙы, ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуйған “Дуҫтар менән” тип аталған фестивалдә Башҡортостан ҡыҙҙары ла сығыш яһаны.


Тәүге ике һынау турын уңышлы үтеп, улар Гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғын алды. Бейеүҙе Өфөнөң 1-се башҡорт республика гимназия-интернатындағы бейеү ансамбле етәксеһе, үҙ эшенең оҫтаһы Әнүәр Шафиҡов ҡуйған.


26 октябрь “Атлант” йәштәр йортонда үткән йомғаҡлау концертында күп коллективтар араһында беҙҙең ҡыҙҙар, “Гөлкәй” бейеүен башҡарып, I дәрәжә диплом һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.


“Бында уҡыған йәштәрҙе “Аманат” башҡорт ассоциацияһы берләштереп тора, уның ярҙамында беҙ, юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Бөгөн дә бейеүебеҙ менән башҡортҡа хас үҙенсәлектәрҙе күрһәтә, мәҙәниәтебеҙҙе сағылдыра алдыҡ тип уйлайым. Бының өсөн беҙҙе тиҙ генә туплап, бейеү өйрәткән художество етәксеһе Әнүәр Хәким улына рәхмәт!” – тип тәьҫораттары менән бүлеште Бөрйән ҡыҙы Әминә Ишморатова.
Алда тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшергә яҙһын, йәштәр! Һеҙ ситтә Башҡортостандың йөҙөн сағылдыраһығыҙ - рәхмәт һеҙгә!
Читайте нас