"Ҡатыным минең бик аҡыллы, популярлығымды аңлап ҡабул итә. Ҡатын-ҡыҙһыҙ ир кеше ир була алмай. Һәм Ирина быны яҡшы белә. Бергә йәшәгән һайын ғаилә мөнәсәбәттәребеҙ яҡшыра ғына бара кеүек. Нығына. Ирина – минең берҙән-берем. Элек, бәлки, быны аңламағанмындыр. Хәҙер Әнүәр ҡартая башлаған, шуға ла ошолай һөйләйҙер, тип уйлағандар барҙыр. Әммә был улай түгел. Күпме оҙағыраҡ йәшәйһең, мөхәббәт шунса нығына ғына бара. Ҡатыным минең өсөн ғорурланалыр, бәлки, әммә маҡтамай. Әлбиттә, уңыштарыма ҡыуана, был ҡаҙанышҡа нисек оҙаҡ барғанды ла күрә", – ти Әнүәр Нурғәлиев.