Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Октябрь 2019, 11:45

Америка малайы башҡортса бейей

Шамонин ауылының "Дарман" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамблендә хатта Америка Ҡушма Штаттарынан да бейеүсе малай бар.

Фото: видеонан скриншотФото: видеонан скриншот
Фото: видеонан скриншот
Шамонин ауылының "Дарман" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамблендә хатта Америка Ҡушма Штаттарынан да бейеүсе малай бар.
Самуил Севажға беренсе күреүҙән үк башҡорт бейеүҙәре оҡшаған. Шуға ул, оҙаҡ уйлап тормай, беҙҙеңсә тыпырҙатырға өйрәнергә булған.
Самуил I кластан алып ансамблгә күнекмәләргә йөрөй икән. Ул башҡорт бейеүҙәрен каникул ваҡытында хатта Тыуған иленә барғанда ла башҡарған. Малайҙың ата-әсәһе башҡорттарҙың үҙ мәҙәниәтен һаҡлауы һәм уны балаларға тапшырырға ынтылыуы, өйрәтеүе һоҡланыу уятҡанлығы хаҡында белдергән.
Самуил Саваж Өфө районының Шамонин ауылындағы "Дарман" ансамблендә бейеүе менән ғорурлана.
Читайте нас