Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Октября 2019, 21:19

Төркөм менән ил гиҙеүе еңелме?

Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина “Музей десанты” конкурсында еңеүсе булып танылды.

Фото А. Ярмуллинаның “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.Фото А. Ярмуллинаның “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Фото А. Ярмуллинаның “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина В. Потанин мәрхәмәтлек фондының “Сикһеҙ музей” программаһы буйынса үткәрелгән “Музей десанты” конкурсында еңеүсе булып танылды.
Альбина Зөфәр ҡыҙы конкурстың “Музей етәкселәренең Рәсәй буйынса төркөм менән ил гиҙеүе” номинацияһында билдәләнгән. Һөҙөмтәлә ул стажировка ваҡытында Рәсәй һәм сит ил коллегаларының тәжрибәһе менән уртаҡлашыу мөмкинлегенә эйә булды.
“Быйыл конкурста ҡатнашыусыларҙың географияһы бик киң. Айырыуса Татарстан, Ярославль, Ульяновск, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы музейҙары әүҙемлек күрһәтте. Төркөм менән ил гиҙеүгә һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу ҙур була. Быйыл да был номинацияға 57 кеше дәғүә итеп, шуларҙың 15-е еңеүгә өлгәште”, – ти ул.
Әйткәндәй, был Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейының Рәсәй күләмендә үткән ярыштарҙа тәүге еңеүе түгел. Әлегә тиклем дә улар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындарға лайыҡ булғайны.
Читайте нас