Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Октябрь 2019, 20:28

Йөрәктән йөрәккә күсте шиғри һүҙ

Башҡортостандың һәм бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең 100 йыллыҡтарына арналған байрамға сибайҙар ғына түгел, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Нуриман, Илеш, Дыуан, Мәсетле райондарынан, Севостополь ҡалаһынан ҡатнашыусылар ҙа килде.

Сибайҙағы Балалар ижад йортонда тәүге тапҡыр “Йөрәктән – йөрәккә”тип аталған I ҡала асыҡ һүҙ оҫталары конкурсы үтте. Сараны ойошторусылар – урындағы ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы, үҙәк китапхана, Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге.


Башҡортостандың һәм бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең 100 йыллыҡтарына арналған байрамға сибайҙар ғына түгел, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Нуриман, Илеш, Дыуан, Мәсетле райондарынан, Севостополь ҡалаһынан ҡатнашыусылар ҙа килде. Бәйге шарттарына ярашлы, улар барыһы ла үҙҙәренең сығыштарын видеояҙмаға яҙып, жюри хөкөмөнә тапшырҙы. Бөтәһе 142 видеояҙма тапшырылды.


Йомғаҡлау кисәһендә конкурсанттарҙың иң-иңдәре сығыш яһаны. Шиғри һүҙҙе тамашасы күңеленә еткереүселәр араһында яңғыҙ, парлы һәм коллектив сығыш яһаусылар булды. Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы: үҙенең яҙған шиғыры менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 95 йәшлек Иваен Огнев та ҡатнашты. Уға, иң оло ҡатнашыусы булараҡ, махсус приз тапшырылды.


Өсөнсө урынды Гөлнара Ҡаҙарбаева, икенсене – Айгөл Бохарбаева һәм беренселекте Гөлкәй Хәсәнова яуланы. Ә конкурстың төп призына әсәле-ҡыҙлы Азалия менән Раушания Хажиевалар лайыҡ булды.
Читайте нас