Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Октября 2019, 19:29

"Ҡорос"тар ниңә тулҡынлана?

Оҙаҡламай тауыш биреү башлана – берҙәм ҡатнашайыҡ!

Фотолар БДПУ сайтынан.Фотолар БДПУ сайтынан.
Фотолар БДПУ сайтынан.
Волга буйы федераль округының "Театраль Волга буйы" проектында ҡатнашыусылар бөгөн Өфөнөң М.В. Нестерев исемендәге художество музейында перформанс ойошторҙо.


Музейға экскурсияға 8-10 класс уҡыусылары килде. Мәктәп уҡыусылары Вячеслав Стрижевскийҙың Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған фотокүргәҙмәһе менән танышты. Экспозицияла әҙиптең төрлө ваҡыттарҙа эшләнгән фотопортреттары ҡуйылған. Бынан тыш, балалар шунда уҡ музейҙа Мостай Кәримдең "И пусто в мире без тебя" пьесаһы буйынса әҙерләнгән тамаша ҡарай алды, уны БДПУ-ның "Ҡорос" студенттар театры артистары ҡуйҙы.
Драма "Театраль Волга буйы" проектына ярашлы әҙерләнде. Ҡунаҡтар перформансты бик юғары баһаланы. Йәш тамашасылар студенттар коллективын проекттың төбәк этабында еңеүе менән ҡотланы һәм ноябрҙә үтәсәк финалда уңыштар теләне.
Актерҙар әле бер ни тиклем тулҡынланыу кисерә, сөнки абруйлы конкурста еңеүсе исеменән тыш, ҙур ғына аҡсалата премия ла көтөлә. Үҙ категорияларында беренсе урын алғандар киләһе эштәрен әҙерләү өсөн 200 мең һум аҡса аласаҡ. Ойоштороусылар вәғәҙә итеүенсә, иң яҡшы актерҙарға, режиссерҙарға һәм театраль афиша конкурсында еңеүселәргә лә лайыҡлы приздар тапшырыласаҡ.
Октябрҙә 14 төбәктең финалистары спектаклен телевидение һәм интернет аша күрһәттеләр. Лидерҙарҙы округтың бөтә төбәктәрендә йәшәгән кешеләр һайлаясаҡ. Конкурсанттар эшен театральноепривольже.рф сайтында "финалистар" бүлексәһендә ҡарарға була. Иң яҡшы постановка өсөн ноябрь айында 8 800 350-35-43 номеры буйынса бушлай шылтыратырға була.
Еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы декабрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында үтәсәк.

Фестиваль быйыл 27 мартта башланғайны. Проекттың курьеры – Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров.
Читайте нас