Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Октябрь 2019, 23:25

Ул тауҙарҙан баҡты донъяға!

Ошо көндәрҙә сәсән телле һәләтле шағир Самат Ғәбиҙуллинға 80 йәш тулған булыр ине. Кисә уның кескәй Ватанында – Бөрйән районы Аҫҡар ауылында үткән кисә ошо ваҡиғаға арналды.

Автор фотолары.
Автор фотолары.
Ошо көндәрҙә сәсән телле һәләтле шағир Самат Ғәбиҙуллинға 80 йәш тулған булыр ине.
Кисә уның кескәй Ватанында – Бөрйән районы Аҫҡар ауылында үткән кисә ошо ваҡиғаға арналды.
Сарала Бөрйән район хакимиәте вәкилдәренән, Самат Ғәбиҙуллиндың яҡындарынан, туғандарынан, ауылдаштарынан, мәктәп уҡытыусылары, уҡыусыларынан тыш, Өфө ҡунаҡтары – Башҡортостан Яҙыусылар союзы делегацияһы ла ҡатнашты.
Самат Ғәбиҙуллин менән ике тиҫтә йылдан ашыу дуҫ булған, уның ижадын халыҡҡа сығарыу өсөн күп көс һалған күренекле шағир Зөфәр Вәлит, Яҙыусылар союзы янындағы татар бүлегенә етәкселек иткән Нурлан Ғәниевтан тыш, башҡалар тамырҙары менән Бөрйәндән: әҙәбиәт белгесе Зәйтүнә Шәрипова, шағирәләр Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөһрә Үтәғолова, Миләүшә Ҡаһарманова, Айгөл Йәмилева йөрәк йылыһы менән бүлеште.
Бөрйәндең үҙендә йәшәп ижад иткән, күптән түгел Самат Ғәбиҙуллин исемендәге абруйлы премияға лайыҡ булған билдәле шағирә Айһылыу Ғарифуллина, шулай уҡ күренекле шағирҙар Мөнир Фәйзуллин, Сәрүәр Ғәләүетдинов – уларҙың барыһына ла ижад ҡанатын Самат Ғәбиҙуллин бүләк иткән.
Шағирҙың иҫ киткес остазлыҡ һәләтенән тыш, уның үткер ҡәләмле журналист, бай телле сәсән икәнен дә билдәләп үттеләр.
Хәтер кисәһенә шәхестең улы Бабсаҡ менән ейәнсәре Айһылыу ҙа килгән, улар Аҫҡар ауылы халҡына, килгән бөрйәндәргә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Бөрйән мәҙәниәт һарайы халыҡ йырҙары, халыҡ көйҙәренән торған музыкаль күстәнәстән ауыҙ иттерҙе, Самат Ғәбиҙуллиндың шиғырын мәктәп уҡыусылары тасуири итеп сәхнәнән яңғыратты.
Ғүмер буйы ябай булып ҡала белгән, әммә күңеле үҙе өҙөлөп яратҡан тауҙар бейеклеге кимәлендәге юғарылыҡта, сафлыҡта ҡалған Самат Ғәбиҙуллинға арналған сара хаҡындағы мәҡәләне тиҙҙән гәзит биттәрендә уҡығыҙ.
Читайте нас: