Бай мәҙәни, күркәм сәнғәт өлгөләре менән башҡортостандарҙы даими таныштырып барабыҙ.
Башҡортостаныбыҙға ситтән килгән төрлө халыҡтарҙы гәзиттә күрһәткәнебеҙ бар, шәхсән үҙем һинд, тажик, тунис, молдован һәм башҡалар тураһында мәҡәләләр яҙҙым. Республикабыҙҙа ғүмер кисергән мордвалар хаҡында һүрәтләмә әҙерләргә, тигән задание бирелгәс, ҡыҙыҡ булып китте: беҙҙә йөҙҙән ашыу милләт дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй, тормошобоҙ һәр береһе менән тығыҙ үрелгән.
Шулай итеп, сираттағы командировкала милләте мордва булған иҫ киткес күркәм ханым менән таныштым. Бәләбәй районының Максим Горький ауыл советы башлығы Надежда КРАСИЛЬНИКОВА һорауҙарыбыҙға ихлас яуап бирҙе.
– Ғәҙәттә, гүзәл зат нескә, йомшаҡ күңелле, тиҙәр. Ә һеҙ – бик яуаплы вазифала. Эштә ҡатмарлыҡтар ҙа юҡ түгелдер?..
– Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы, Заовражье, Урыҫ Швейцарияһы, “Глуховской” шифаханаһы һәм Үтәй ауылдары бер ауыл советына ҡарай, үҙәге – Максим Горькийҙа. Беҙҙә төрлө милләт вәкилдәре йыйылған, урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш, мордва һәм башҡалар иңгә-иң терәп көн итә. Эш барышында әллә ни ауырлыҡтар күрмәйем, ябай халыҡҡа яҡын булырға кәрәк, шул ғына.
– Сибәр мордва ҡатынының төрлө яҡтан йыйылған халыҡ менән уртаҡ тел табыуы, тыңлатыуы, эшләтеүе һоҡландыра. Ғөмүмән, мордваларҙың әүҙем, егәрле һәм берҙәм икәнен беләбеҙ, ә Бәләбәйҙәге нәҫелдәштәрегеҙ бер-береһенә теләктәшме?
– Үҙәк усадьба ауылы тирәһенә ырыуҙаштарым күпләп йыйылған, уларҙың һанын аныҡ ҡына әйтә алмайым.
(Башҡортостанда 20 меңдән ашыу мордва иҫәпләнә. – Авт.). Бәләбәйҙәге мордвалар эрзя төркөмөнә ҡарай, моҡшалар иһә бүтән тарафтарға һибелгән. Беҙ фин-уғыр халыҡтарына ҡарайбыҙ. Төрлө саралар беҙҙе берләштерә, осраштыра. Әгәр ҙә инде бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңламаһаҡ, “Мазытейтер” (“Сибәр ҡыҙҙар”) йыр ансамблен ойоштора алмаған да булыр инек. “Башҡортостан Республикаһының мордва милли-мәҙәни үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юлия Герасимова менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
– Надежда Кузьминична, Аксаков көндәре байрамында бер йырсының моңло йыр һуҙыуын рәхәтләнеп тыңланым. Район сараларында йыш ҡатнашаһығыҙмы?
– Аксаков, Ҡала көндәрендә, һабантуйҙа һәр ваҡыт мордва йырҙары яңғырай. Бәләбәй ҡалаһында Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан тантана булды, унан да ситтә ҡалманыҡ. “Лугаланга” (“Болон буйлап”) тигән йырҙы башҡарҙыҡ.
Ҡыҫҡаһы, мордваларҙың бай мәҙәни, күркәм сәнғәт өлгөләре менән башҡортостандарҙы даими таныштырып барабыҙ.
– Мордва Республикаһында булғанығыҙ бармы? Ни тиһәң дә, был төбәктә мордвалар күпләп йәшәй.
– 2014 йылда Саранск ҡалаһында мордва халҡының съезы ойошторолдо, ошо йыйында ҡатнашыуым менән үҙемде бәхетле һанайым. Сәфәр сығырға тағы ла теләк бар.
– Мордвалар тәмле ашарға яратамы?
– Берәй байрам менән генә бәйле түгел, ә ғәҙәти көндәрҙә лә беҙҙең өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып тора. Эш яратһаң, бай йәшәрһең, тиҙәр. Цемара исемле ашты һәр ҡатын-ҡыҙ әҙерләргә ашҡынып тора, телеңде йоторлоҡ итеп бешерә. Арям эсемлеге төрлө витаминдарға бай.