Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Ноября 2019, 11:45

“Моңдай урғылып үтә көндәребеҙ...”

Сибайҙар ҡаланың данын бар донъяға тарата.

Бөгөн тормошобоҙҙо мәҙәниәтһеҙ күҙ алдына килтереп тә булмай: иртән һәр беребеҙ радио тулҡындарынан, зәңгәр экрандан музыка тыңлайбыҙ. “Тимер ат”ты йүгәнләп, эшкә ашыҡҡанда ла ҡулдар үҙҙәре үк кәрәкле төймәләрҙе табып, музыка ҡабыҙып та ҡуя. Моң ағышының ҡанундары булғандай, ошо өлкәлә хеҙмәт итеүселәрҙең дә үҙ эшмәкәрлеге, тәртибе, проблемаһы һәм уңыштары, балҡыштары һәм алҡыштары бар.


Һәр төбәктең мәҙәни тормошо айырылып тора: бер район йәки ҡалаға ғына хас саралары, йыр-моң, бейеү донъяһында үҙҙәрен танытҡан күренекле шәхестәре, конкурс-бәйгеләре бар.


Сибай ҡалаһының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡалала ғына түгел, республикала үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Сибайҙар халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара йыр бәйгеләрендә сығыш яһай, төрлө конкурстарҙа призлы урын яулап, ҡаланың данын бар донъяға тарата. Бында дәртле һәм талантлы халыҡ йәшәй: улар йыр-бейеүгә маһир, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына тоғро, йәш таланттарҙы күреү, үҫтереү өсөн төрлө эштәр башҡара. Форсаттан файҙаланып, Сибай ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат СОЛТАНГӘРӘЕВ менән төбәктең мәҙәни тормошо тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Илшат Рәшит улы, ҡаланың мәҙәни тормошо менән таныштырһағыҙ ине.

– Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры, Сибай концерт-театр берекмәһе, Сибай сәнғәт колледжы һәм Өфө урта махсус музыка колледжының Сибай филиалы – республика ҡарамағында. Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге, ҡаланың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре (уға 10 филиал инә, шуларҙың 6-һы – моделле китапхана), Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, балаларҙың сәнғәт, һынлы сәнғәт, музыка мәктәптәре, мәҙәниәт һәм ял паркы – ҡала хакимиәте иҫәбендә.
Һандар теле менән әйткәндә, республика ҡарамағындағы мәҙәни учреждениеларҙа – 276 кеше, ә муниципаль бюджет учрежде­ние­һында – 81 кеше, өҫтәмә белем биреү мәктәптәрендә 104 хеҙмәткәр эшләй. 23 коллектив “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемдәрен йөрөтә. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәҙәниәт бүлеге ҡалала үткән һәр сараның уртаһында ҡайнай, үҙ өлөшөн индерә. Шуныһы һөйөн­дөрә: беҙҙең хеҙмәткәрҙәр көн-төн тимәй үҙ эшенә яуаплы ҡарай, һәр сараға күпме кешенең хеҙмәте һалыныуын, әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрелеүен тамашаға килгән кеше белмәй ҙә, белергә тейеш тә түгел, шуға күрә мәҙәниәттә осраҡлы кеше­ләр эшләй алмай, тип әйтер инем. Бында сәнғәтте һәм мәҙәниәтте яратҡан, унһыҙ тор­моштарын күҙ алдына килтерә алма­ғандар ғына хеҙмәт итә. Таланттары янына тырышлыҡтарын һалып, улар яңы еңеүҙәр яулай, йәш быуынды тәрбиәләй, тамашасыларҙы һөйөндөрә.


– Ҡалала мәҙәни зауығыңды һәм күңел талабын ҡәнәғәтләндереү өсөн төрлө учреждениелар байтаҡ. Кемдер театрға ашыға, икенселәр концерт-театр берекмәһе коллективы ҡуйған концертты һайлай, өсөнсөләр ситтән килгән артистарҙың сығышын ҡарарға бара...

– Ул шулай булырға тейеш тә. Һәр кеше, күңел талабынан сығып, ҡайҙалыр барғанда ғына күңел йыуанысы ала, ял итә. Беҙҙең, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы ла шуға ҡайтып ҡала. Ысынлап та, ҡалала йәшәүселәр ауылдыҡыларҙан һайлау мөмкинлеге булыуы менән күпкә бәхетлерәк. Ә инде ҙур ҡалала йәшәүселәрҙең был тәңгәлдә тағы ла һайлау мөмкинлеге ҙурыраҡ.


– Һуңғы ваҡытта ил һәм республика етәкселегенең мәҙәниәт өлкәһенә ҡарашы үҙгәрҙе. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡаланың мәҙәниәт учреждениелары ҡатнашамы, ниндәй проекттар тормошҡа ашырыла?

– Фекерегеҙ менән тулыһынса килешәм. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мәҙәниәт, Театр йылдары иғлан ителеүе лә беҙҙең өлкәгә ҡарата иғтибарҙы бермә-бер арттырҙы. Икенсенән, эшкә ҡарата талап көсәйҙе, үҙ эшенең ысын оҫталары асыҡланды.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына быйыл ҡаланан алты мәҙәниәт учреждениеһы ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм барыһы ла үҙҙәре тәҡдим иткән проектта еңеп сыҡты. Уның дөйөм хаҡы 4 миллион 434 мең һум тәшкил итә. Ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге, сәнғәт мәктәбе, китапханалар селтәре филиалдарында тәҙрәләрҙе алмаштырыу, уларҙың фасадын төҙөкләндереү буйынса эштәр башланды.


– Ҡалаға ғына хас булған мәҙәни сараларға килгәндә...

– Иң беренселәрҙән булып төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” конкурсын атап үтер инем. Киләһе йыл – конкурстың бәләкәй генә юбилейы, тип әйткәндә лә була, бәйге 15-се тапҡыр ойоштороласаҡ. Быйыл йәнә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошона эҙ һалырлыҡ, артабан матур традицияға әйләнерлек “Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсын үткәреп, уның еңеүсеһе Сибай ҡыҙы Елизавета Филиппова 50 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Ошо уҡ конкурс балалар араһында ойошторолдо һәм ул шулай уҡ “Урал аръяғы тауышы. Балалар” проекты исемендә үтте. Был юлы ун өс йәшлек Ксения Егупова еңеүсе булды һәм уға ла 50 мең һумлыҡ бүләк тапшырылды. Әйткәндәй, беҙҙең был проект ҡала хакимиәте етәкселегендә лә хуплау тапты, һәм ул йыл һайын үткәреләсәк.
Милли кейемгә ҡарата иғтибар һәм ихтирамды арттырыу, биҙәүестәргә заманса төҫ биреү, уларҙы дөрөҫ эшләү һәм йәштәргә өйрәтеү маҡсатында дүртенсе йыл рәттән Сибайҙа башҡорт милли кейеме байрамы ойошторола. “Сәсмәүерем-селтәрем” тип аталған төбәк-ара башҡорт милли кейемдәре фестиваль-конкурсында күрше өлкәләрҙән, республиканың төрлө район һәм ҡалаһынан бәйгеселәр теләп ҡатнаша. Шулай уҡ “Мөнәжәт әйтеүселәр” конкурсы Сибайҙың бер биҙәгенә әйләнде.


– 2020 йылда Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы була. Сибайҙар ошо әһәмиәтле сарала ҡатнашамы? Ниндәй әҙерлек бара?

– Башҡортостанда үтәсәк Фольклориадала 100 илдән 3 меңдән ашыу кеше ҡат­нашасаҡ. Әлбиттә, был мөһим саранан си­байҙар ҙа ситтә тороп ҡалмаясаҡ. Беҙ сит ил ҡунаҡтарын ҡаршы аласаҡбыҙ, улар өсөн бар мөмкинлектәр тыуҙырыласаҡ. Бө­гөндән Фольклориаданы ҡабул итергә әҙербеҙ, уның сиктәрендә үҙебеҙҙә лә бик күп күркәм саралар үтә, әҙерлек күптән башланды.


– Йәш быуынды матурлыҡҡа, мәҙә­ниәт­кә һәм сәнғәткә ғашиҡ итеп тәр­биәләүҙә өҫтәмә белем биреү учреж­дениеларының роле ҙур. Сибай балалары был йәһәттән әүҙемме?

– Әүҙем генә түгел, бәләкәйҙән бик теләп йөрөй улар. Ҡаланың төрлө йүнәлештәге өҫтәмә белем учреждениеларында балалар үҙ һәләтен артабан үҫтереү маҡсатында ғына түгел, яңы һөнәргә өйрәнеү өсөн дә килә. Йыр-моң яратыусылар, бейеүгә маһирҙар, музыка ҡоралында уйнарға теләүселәр, бәйләү, сигеү, ағастан юныу, төрлө һындар яһау, һүрәт төшөрөү, графика, ғөмүмән, төрлө йүнәлештәге шөғөлдө үҙ итеүселәр төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, дәрестәр ала. Уҡытыусы һәр бала менән шәхсән шөғөлләнә тигәндә лә була. Шуныһы һөйөндөрә: Сибай уҡыусылары төрлө конкурстарҙа һәр саҡ призлы урындар яулай, бәйгеләрҙә алдынғылыҡты бирмәй. Беҙгә лайыҡлы алмаш үҫә тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ.
Әйткәндәй, йыл һайын Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә “Батырҙар иле” тип аталған республика конкурсы үтә. Быйыл ул ҡалала туғыҙынсы тапҡыр үтте һәм икенсе йыл рәттән Асыҡ республика конкурсы булараҡ ойошторолдо. Бәйгелә тәҡдим ителгән ижади эштәрҙең нигеҙендә башҡорт халҡының мәшһүр эпик әҫәре “Урал батыр” эпосы тора.


– Илшат Рәшит улы, һеҙ оҫта ҡурайсы булараҡ, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайһығыҙ. Сибайҙа ҡурайҙа уйнау сәнғәтен үҫтереү мәсьәләһе нисек?

– Маҡтанырлыҡ түгел шул. Әммә ба­ла­ларҙа халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралына ҡарата ынтылыш бар, шуныһы ҡыуандыра. Бөгөн мәктәптәрҙә ҡурай кластары эшләй, уҡыусылар менән ҡурайсылар махсус шөғөлләнә. Уңыштарыбыҙ ҙа бар, яңыраҡ ҡына Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған ҡурайсылар конкурсында балалар музыка мәктәбенән Динислам Утарбаев менән Данис Мусин икенсе һәм өсөнсө урындарҙы алып ҡайтты (уҡытыусыһы – И. Хәсәнов).


– Билдәле булыуынса, янғында ҙур зыян күргән Сибай филармонияһын ҡайтанан төҙөкләндереү эштәре башланды.

– “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы, бөгөн бында ғәйәт ҙур төҙөлөш эштәре бара. Архитектура төҙөлөшө йәһәтенән Сибай филар­монияһы бик үҙенсәлекле, шуға күрә республика етәкселеге тарафынан бинаның тышҡы йөҙөн шул килеш ҡалдырырға ҡарар ителде. Мәҙәни мираҫ статусын алған архитектура ҡомартҡыһы эске яҡтан тулыһынса үҙгәртелһә лә, алғы яғы ампир стилендә һаҡланып ҡаласаҡ.
Әле бинала төҙөлөш эштәре йылдам бара. Ҡала халҡы күптән көткән яңыса, бар заман талаптарына яуап биргән матур һәм күркәм филармонияның асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Ул киләһе йылдың аҙағында сафҡа инәсәк.


– Илшат Рәшит улы, ҡалала мәҙәни тормош гөрләп тора, һеҙҙең команданан башҡа бер ниндәй сара ла үтмәй тиерлек. Шулай ҙа проблемалар ҙа барҙыр бит?

– Ҡала йылдан-йыл үҫә, ҙурая. Яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә, халыҡ һаны арта, балалар күбәйә. Шунлыҡтан уларҙың мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн уңайлы шарттарҙың да булыуы зарур. Был йәһәттән беҙ ҡаланың мәҙәни тормошон бергә туплаған Мәҙәни үҫеш үҙәген төҙөүҙе планлаштырабыҙ. Бында һәр кемгә ғаиләһе һәм дуҫтары менән бергә ял итергә, мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға мөмкинлек булырға тейеш. Унда һәр кеше, үҙенең йәшенә ҡарамай, күңеленә яҡын шөғөлдө үҫтерер, һәләтен арттырыр ине. Төрлө күргәҙмәләр, спектаклдәр, кино ҡарау өсөн дә урындар булдырыу, ижад студияларын асыу ҙа мөһим. Бөгөн ошо хыялдар менән янабыҙ, уны тиҙерәк тормошҡа ашырыу юлдарын барлайбыҙ.


– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да ижади уңыштар, оло еңеүҙәр юлдаш булһын! Бар теләктәрегеҙ ҙә тормошҡа ашһын!
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас