Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Ноября 2019, 14:30

Тормошта сәхнә, ижад көс бирә

“Йырға булған һөйөүем һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә”, – ти Мәфрүзә Оморҙаҡова.

Хеҙмәттәшем – “Башҡортостан” гәзитенең художество мөхәррире Нәсих ағай Хәлисовтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә бер яҙмаһы иғтибарымды йәлеп итте. “Ҡәҙерле дуҫтар! Апайым Мәфрүзә Оморҙаҡованың “Ашҡаҙар” радиоһындағы сығышын ҡуйғандан һуң, бихисап матур фекерҙәр булды. Күптәрҙең һорауы буйынса ул башҡарған йырҙарҙы һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итәм”, – тиелә унда һәм тиҫтәләгән йырҙың аудиояҙмаһы бирелә. Нимә иғтибарымды йәлеп иттеме? Был посты ҡараусыларҙың, уға “лайыҡ” ҡуйыусыларҙың, үҙенә күсереүселәрҙең күплегенән бигерәк, комментарийҙарҙың эстәлеге. “Йырҙарығыҙҙы илай-илай тыңланым”, “Иҫ киткес халыҡсан моң!” һәм башҡалар... Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, мин дә Мәфрүзә Оморҙаҡова башҡарыуындағы йырҙарҙы тыңланым һәм сихри моң тулҡындарында тирбәлдем. Тиҙҙән Мәфрүзә Харрас ҡыҙының үҙе менән танышыу форсаты ла тыуҙы. Бик алсаҡ, ихлас кеше булып сыҡты ул.


– Мәфрүзә апай, әңгәмәне һеҙ тыуып үҫкән мөхиттән, бала саҡҡа сәйәхәттән баш­лайыҡ...

– Мин Әбйәлил районының Ишҡол ауылынанмын. Ғаиләлә алты бала үҫтек. Атайым Харрас Мансур улы бөтә ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаны. Әсәйем Мәхмүзә Мәһәҙей ҡыҙы сауҙа өлкәһендә эшләне.


Әсәйебеҙҙең тауышы бик моңло булды, ныҡ матур йырлай ине. Йырға һәләтем – ҡәҙерле кешем­дән күскән бүләк. Бәләкәйҙән артист булыу, сәхнә тормошо ха­ҡында хыялландым.


Ғаиләбеҙ төрлө урынға күсеү сәбәпле, миңә Әбйәлил районының Мәхмүт, Ишбулды, Хәлил, Баймаҡ районының Өмөтбай, Билал мәк­тәптәрендә уҡырға, йәғни ун йыл дауамында биш белем усағын алмаштырырға тура килде.


Мәктәп тамамлағас, Сибайға барып, тегеү фабрикаһына өй­рән­сек булып эшкә төштөм, әммә күңел сәхнәгә тартыла бит, йырлағым килә. Тәүәккәлләп, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһына юл тоттом. Бөрйәндән килгән Әлфиә исемле ҡыҙ менән танышып, ҡыйыуһыҙ ғына ул-был ишекте асып ҡарап йө­рөй инек, бер ханым өндәште. Ул Стәрлетамаҡ мәҙәниәт учили­щеһы уҡытыусыһы Зоя Александровна Воронина булып сыҡты. “Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, Стәрлетамаҡҡа! Беҙҙә лә бына тигән белем алырға мөмкин”, – тигәс, киттек тә барҙыҡ. Шулай итеп, 1977 йылда ҡулыма диплом алып, “үҙешмәкәр хор етәк­сеһе” һөнәренә эйә булдым. Диплом эше алдынан Асҡар мәҙәниәт йортона практикаға ҡайтҡанымда буласаҡ тормош иптәшемде – ошонда баянсы булып эшләп йө­рөгән Белорет егете Ғәйсәр Омор­ҙаҡовты осраттым һәм яҙмыш ғәли йәнәптәре тормошомдо үҙенсә бороп алып китте...


– “Бороп” тигәнде нисегерәк аңларға, сәнғәттән ситләшеү типме?

– Эйе, шулайыраҡ килеп сыҡты шул. Әбйәлилдә эшләү, һөнәри йәһәттән үҫеү өсөн шарттар булһа ла, тормош иптәшем тыуған яғына – Татлыға тартылды. Уның телә­генә ҡаршы килә алманым һәм яҙмыш елдәре беҙҙе Межгорье ҡалаһы менән бәйләне. Уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағында бында хәрби частар барлыҡҡа килеп, ҙур төҙөлөш баш­ланғайны. Ғәйсәр сән­ғәт­тән тулыһынса китеп, төҙөлөшкә эшкә сыҡты. Ә ми­нең күңел һаман Өфөгә тартыла, иптә­шемде филармонияға эшкә китергә өгөтләйем, ул саҡта унда баянсылар кәрәк ине. Тик ризалаштыра алманым, минең дә сәхнәгә сығыуымды теләмәүен белдерҙе һәм шул саҡта, башҡаса йырламайым, тип үҙемә һүҙ әйттем. Госпиталгә эшкә төштөм. Шулай йыл артынан йылдар үтте, тор­мошобоҙ һәүетемсә дауам итте, улыбыҙ Азамат ҙурайып, һөнәр алып, Өфөлә төпләнде.


– Ә бит хәҙер башҡарған йыр­ҙарығыҙ күп кенә. Радио, телевидение аша ла йыш кү­ренәһегеҙ, клиптарығыҙ ҙа бар. Сәнғәт тигән донъяға яңынан нисек килеп индегеҙ һуң?

– Йырламайым тиһәм дә, сәхнә һәр ваҡыт үҙенә тартты. Госпи­талдә эшләгәнемдә саралар, байрамдар ваҡытында йырлай тор­ғайным шулай ҙа. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Межгорье ҡалаһының мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Илмәш” фольклор ансамбленә саҡырҙылар. Тап шул ваҡытта “Юлдаш йыры”, “Башҡорт йыры” кеүек конкурстар башланып, төрлө тарафтарҙа йәшәгән һәүәҫкәрҙәргә үҙҙәрен һынап ҡарарға юлдар асылғас, күңелдә ниндәйҙер дәрт, теләк уянды. Тормош иптәшемә: “Минең йырлағым килә һәм йырлаясаҡмын”, – тип әйтә алдым.


Тәүге тапҡыр 2017 йылда Сәй­фулла Ғай­син хәй­риә концертына са­ҡырҙы, бил­дә­ле йырсылар менән бер сәхнәлә сығыш яһарға тура килде. Ошо уҡ концертты Асҡар мәҙәниәт йортонда ла күрһәттек. Халыҡ йырлауымды бик йылы, ихлас ҡабул итте, сәскәләр, көслө ал­ҡыштар менән оҙатты.


Шулай итеп, үҙемә ышаныс барлыҡҡа килде, көсөм, йәшәүгә дәртем артҡанын тойҙом. Сәхнәгә сыға башланым, йырҙар яҙҙыр­ҙым. Улар “Аш­ҡа­ҙар” радиоһы, “Ҡурай-ТВ” аша яңғыраны. Теле- һәм ра­диоканал­дарҙағы сығыш­тарымды, социаль селтәрҙәрҙәге яҙ­ма­ла­рымды тың­лап, концерт-конкурстар мә­лендә ишетеп, үҙҙәренең ижад емештәрен тәҡдим итеүселәр булды.


– Ә шулай ҙа шу­ның сама йылдар йыр­ламай, сәхнәгә сыҡ­май йә­шә­үегеҙ өсөн үкенгәнегеҙ юҡмы?

– Әлбиттә, күңел түрендә үкенес ҡалды, бик ҙур үкенес... Яҙмыштыр инде, тим. Ҡайһы саҡта “эх, ваҡыт ҡуласаһын кире бороп, үткәндәргә ҡайтып булһа ине”, тип уйлап ҡуям, тик барыһы ла беҙ теләгәнсә генә булмай шул...


Атайым шул тиклем йырлауымды теләне, “Мәфрүзәмде сәхнәлә күрһәм, аҡ ҡорбан салдырыр инем”, – тип әйтеү әйткән, тик был көндәрҙе күреү насип булманы ҡә­ҙерлемә. Быйыл тыуған яғыма ҡай­тып, ҡорбан салдырып, ата­йым­дың васыятын үтәп ҡуйҙым.


– Аңлауымса, һеҙ йырлау­ҙан кинә­нес алаһығыҙ...

– Был, ысынлап та, шулай. Йырлау минең өсөн бәхет, шатлыҡ. Сәхнәнең ниндәй ҙур арбау көсөнә эйә булыуын һүҙ менән аңлатып бөтөп булмайҙыр ул. Бының өсөн күңе­леңдән моң урғылып торорға һәм тамашасыны яратырға кәрәк­тер, тип уйлайым. Йырға булған һөйөүем һүнмәй ҙә, һүрел­мәй ҙә, хатта нисә­мә йылдар сәхнәгә сыҡмауым да ул һөйөү­ҙе баҫа алманы. Моң урғы­лып торған сылтыр шишмә кеүек, уны нисек кенә быуырға, тыйырға маташма, ул барыбер юлын таба.


– Ижадығыҙға ла туҡталып үтәйек. Ниндәй йырҙарға өҫ­төнлөк бирәһегеҙ?

– Үрҙәрәк әйтеп үтеүемсә, йырҙың моңона ла, һүҙҙәренең мәғәнәһенә лә иғтибар итәм. Әгәр күңелемә ятһа, бығаса бер ҡайҙа ла башҡарылмаған йырҙарҙы ла, электән халыҡ араһында тарал­ғандарын да ихлас күңелдән баш­ҡарам. Мәҫәлән, классик йыр өлгө­ләренә әйләнгән “Хуш, ауылым”, “Оҙата барма”, “Таң атҡанда”, “Ғә­йепләмә” кеүек әҫәрҙәргә йыш мөрәжәғәт итәм. Башта Миңлегөл Хисамова һүҙҙәренә Ильяс Юлыев яҙған “Көтмәйем” йыры күптәрҙең күңеленә хуш килде, уға бәйле матур йөкмәткеле клип та төшөрҙөк. Яҙмышыма ауаздаш йырҙарҙы үҙ булмышым аша кисереп башҡа­рам.


– “Илмәш” фольклор ансам­блендә ҡатнашыуығыҙ хаҡын­да әйтеп үткәйнегеҙ. Был коллектив менән дә яҡынданыраҡ таныштырһағыҙ ине...

– Эйе, Межгорье ҡалаһының мәҙәниәт йортонда “Илмәш” тип аталған фольклор ансамбле эшләп килә. Илмәш – ул Межгорьеның тәүге исеме. Репертуарыбыҙ башлыса халыҡ йырҙарынан, мөнәжәт­тәрҙән, бейеүҙәрҙән тора. Ансамбл­дә – 13 ҡатын-ҡыҙ. Даими рәүештә мәҙәниәт йортонда йыйылабыҙ, байрамдарҙы бергә билдәләйбеҙ, аралашыуҙан йәм табабыҙ. Сәхнә костюмдары – милли кейемдәр тектереп алдыҡ. Һәр йәһәттән ярҙам күрһәткәне, төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашырға дәрт­ләндереп торғаны өсөн мәҙәниәт йорто директоры Владимир Николаевич Егоровҡа рәхмәтлебеҙ.


Стәрлетамаҡта үткәрелеп кил­гән “Ашҡаҙар таңдары”, оло йәш­тәгеләр араһында ойошто­ролған “Яратам һине, тормош!” республика фестивале, “Ҡатай байрамы” кеүек сараларҙа ҡатнашмай ҡалмайбыҙ. Межгорьела уҙған барлыҡ байрам­дарҙың уртаһында ҡайнайбыҙ. Уңыш-ҡаҙаныш­тарыбыҙ ҙа бихисап. Мәҫәлән, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнашып, тәүҙә – икенсе, киләһе йылына беренсе урынды яуланыҡ. Төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән төбәктә халҡыбыҙҙың рухи мираҫын, бай фольклорын тергеҙеп, һаҡлап, башҡаларға күрһәтеп йәшәргә тырышабыҙ.


Ошо көндәрҙә “Илмәш” фольклор ансамбле барлыҡҡа килеүенең 15 йыллығын билдәләй. Ҙур концерт әҙерләгәнбеҙ. Ғөмүмән, был коллективҡа ныҡ рәхмәтлемен. Әгәр мине ансамблгә саҡырма­һалар, яңғыҙ йырлауға дәртләндер­мәһәләр, бәлки, әле булһа, сәхнәгә аяҡ баҫмаған да булыр инем.


– Тормошта һеҙгә нимә көс бирә?

– Әлбиттә, йыр, сәхнә, ижад! Хәҙер инде мин йырһыҙ йәшәй алмауымды аңланым. Тағы ла тыуған яғымдан көс һәм дәрт алам. Әбйәлилгә ҡайтһам, нисектер эске бер яңырыу кисереп киләм. Шөкөр, төбәп ҡайтыр кешеләрем – туғандарым бар, башлыса бер туған һеңлемдә туҡталам.


Ошо йәшемә етеп, шуны аң­ланым: кеше күңеленә ятҡан шөғөл менән булышырға тейеш, шунһыҙ тормоштоң йәме лә, мәғәнәһе лә булмай. Сәхнәгә һуңлабыраҡ аяҡ баҫһам да, ижадымды үҙ иткән, мине яңы үрҙәргә дәртләндергән тамашасыларым, дуҫтарым булыу менән бәхетлемен!


– Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Мәфрүзә Харрас ҡыҙы! Илһам шишмәгеҙ һайыҡмаһын, күңелегеҙҙән моңдар урғылып торғанда йырлағыҙ ҙа йырла­ғыҙ әле!
Читайте нас