Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Ноябрь 2019, 08:45

“Уйҙарыбыҙ таҙа, күңелебеҙ саф”

Башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәре күп быуатлыҡ тарихҡа эйә. ХVIII быуатта был ил менән башҡорт ерҙәре араһында дөйөм сик булған. Оҙаҡ йылдар күрше йәшәү башҡорт мәҙәниәтенә лә ҙур йоғонто яһаған. Хәҙерге ваҡытта ике республика араһында тығыҙ иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни бәйләнештәр урынлаштырылған.

Башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәре күп быуатлыҡ тарихҡа эйә. ХVIII быуатта был ил менән башҡорт ерҙәре араһында дөйөм сик булған. Оҙаҡ йылдар күрше йәшәү башҡорт мәҙәниәтенә лә ҙур йоғонто яһаған. Хәҙерге ваҡытта ике республика араһында тығыҙ иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни бәйләнештәр урынлаштырылған.


Өфөлә Башҡортостанда йәшәү­се ҡаҙаҡтарҙың милли мәҙәниәтен һаҡлаусы “Аҡ бата” үҙәге эшләй. Әлеге ваҡытта республикабыҙҙа дүрт меңгә яҡын ҡаҙаҡ йәшәй, улар айырыуса Хәйбулла, Ейәнсура райондарында күпләп донъя көтә.
Уларҙың милли-мәҙәни ихтыяжына 1999 йылда ойошторолған “Аҡ бата” үҙәге яуап бирергә тырыша, ҡаҙаҡ диаспораһын бергә туплап, милли кухня, йыр-моң кисәләрен үткәрә, баш ҡалабыҙҙа белем алған студенттары менән осраша.
Гөлмирә Аймухановна Әсәнова – бөгөн милли-мәҙәни үҙәкте етәкләгән ҡаҙаҡ ҡыҙы. Ике халыҡ араһындағы берҙәмлек һәм дуҫлыҡты нығытыу, шул уҡ ваҡытта милли үҙенсәлектәрҙе, колоритты, ғәҙәт һәм традицияларҙы һаҡлау йүнәлешендә байтаҡ эштәрҙе тормошҡа ашырыу менән мәшғүл “Аҡ бата”.
“Бата” һүҙе башҡорт телендә “фатиха биреү”, “теләк теләү” тигән мәғәнәне бирә, был – дини традиция. Ғәҙәттә, ҡаҙаҡтарҙа шиғыр рәүешендәге батаны илдәге хөрмәтле, абруйлы аҡһаҡалдар, ил инәләре һәм ағалары башҡара. Гөлмирә Әсәнова ла, республикала йәшәүсе бөтә милләттәрҙе ҡотлап, беҙгә бата уҡып ишеттерҙе.
Тыныш болсын даламыз,

Түгел болсын нуымыз.

Таза болсын ауамыз,

Тунык болсын суымыз!
Ҡаҙаҡ телен хатта, бер аҙ иғтибарлыраҡ булғанда, тәрже­мәһеҙ ҙә аңлап була, был фати­ханың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе шулай: “далабыҙҙа тыныслыҡ булһын, халҡыбыҙ артһын, һауабыҙ таҙа, һыуыбыҙ тоноҡ булһын”.
Гөлмирә Аймухан ҡыҙы Ҡазан ҡалаһында химик-технолог һөнәрен алғас, Башҡортостанға эшкә килә. Хәҙер инде ул – Рәсәй гражданы, йәшәү өсөн ғүмерлеккә беҙҙең республиканы һайлаған. Башҡорт, татар халҡы менән тығыҙ аралашып йәшәй, бында ул күптән үҙ кеше. “Аҡ бата” милли-мәҙәни үҙәгендә милләттәштәрен туплап, төрлө саралар үткәреүҙән тыш, республика вуздарында уҡыусы Ҡаҙағстан студенттары менән осрашып, кәрәк саҡта көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә әсәйҙәрсә ярҙам ҡулы һуҙа.
– Башҡорт дәүләт педагогия университетында ғына ла егермегә яҡын яҡташым уҡый. Йәштәр менән осрашыуҙар, “Наурыҙ” байрамдарын бергәләп үткәреүҙәр, үҙебеҙҙең телебеҙҙә йырҙар башҡарып, күңел асыуҙарҙы һағынып, юҡһынып көтөп алабыҙ. Беҙгә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, үҙенең йомарт ерендә һыйындырған, белем һәм эш урындары биргән Башҡортостан Хөкү­мәтенә һәм халҡына рәхмәтлебеҙ, – ти Гөлмирә Әсәнова. – Уйҙа­рыбыҙ таҙа, күңелебеҙ саф беҙҙең.
Читайте нас