Уның сәхнәлә сығыш яһағанда шулай тип һөрәнләүенә күптәр иғтибар иткәндер, моғайын. Был һөрән ул башҡарған ҡурай моңона бик тәбиғи ҡушылып та китә бит әле.
Бының сере “Өфө-Арена” спорт һарайында уҙғарылған «Минең бизнес” эшҡыуарлыҡ форумында (уның тураһында беҙҙең сайтта яҙылды) асыҡланды. Роберт Юлдашевтың сығышынан һуң сараны алып барған Мәскәү шоумены унан былай тип һораны: “Һеҙ бер нисә тапҡыр “һоп-һөй” тинегеҙ, ул нимәне аңлата?” Артист шулай тине:
– “Һоп!” тип мин тауыш ярыларын нығыраҡ эшләтеү өсөн әйтәм, ә башҡортса “һөй” тигән һүҙ “люби” тигәнде аңлата.