Башҡорт телендә йырлаған хор коллективтарын беләһегеҙме? Был яңылыҡ улар өсөн. 16 ноябрҙә сәғәт 11-ҙә Ишембай ҡалаһы Мәҙәниәт һарайында Башҡорт хорҙары һәм вокал ансамблдәренең II республика асыҡ фестиваль-конкурсы башлана. Быйыл ул Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арнала.
Сараны республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Ишембай районы хакимиәте ойоштора.
Был конкурста төбәктең барлыҡ район-ҡалаларының хор коллективтары ҡатнаша ала. Уларҙың барыһы ла тыңланасаҡ. Шулай уҡ белгестәр оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк, конкурс һөҙөмтәләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторасаҡ, аҙаҡ фестивалдең йомғаҡлау концерты көтөлә.
Сығыштарҙы баһалаясаҡ жюри ағзалары араһында Башҡортостандың билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре бар. Конкурста ҡатнашыу өсөн башҡорт телендә йырлаған, репертуарында халыҡ һәм композиторҙар әҫәрҙәре булған үҙешмәкәр вокал ансамблдәре, хор коллективтары саҡырыла.
Ғаризалар 12 ноябргә тиклем ishimbaikultura@mail.ru. электрон адресына ҡабул ителә. Һорауҙарығыҙ булһа, 8(34794) 3-39-42 телефоны буйынса Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә шылтырата алаһығыҙ.