Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Ноября 2019, 18:20

“Эште тағы ла әүҙемләштереү мөһим”

Халыҡ-ара татыулыҡта Халыҡтар дуҫлығы йортоноң әһәмиәте ҙур.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
"Башҡортостан" дәүләт концерт залында Халыҡ-ара берҙәмлек көнө айҡанлы уҙған байрамда Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре әүҙем ҡатнашты. Әйткәндәй, ойошмаға быйыл 25 йыл тулды.

"Халыҡтар дуҫлығы йортоноң 25 йыллығы ябай дата түгел. Сирек быуат эсендә арыу уҡ эштәр бойомға ашырылған. Ғөмүмән, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, көйләү структураһының башында Халыҡтар дуҫлығы йорто тора ла инде. Ул Мәҙәниәт министрлығы ҡанаты аҫтында эшләй, төрлө милли ойошмалар, милли көстәр, милли лидерҙар менән тығыҙ бәйләнеш булдырған.
Шул уҡ ваҡытта уның составында 17 тарихи-мәҙәни үҙәк бар. Был милләттәр беҙҙә тамырланып, ошо ерҙә элек-электән йәшәгән. Уларҙың вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Тағы ла 50-нән ашыу милли ойошма менән эшләйбеҙ. Улар – һуңғы йылдарҙа миграция һөҙөмтәһендә эшкә килгән диаспораларҙан йыйылған халыҡтар. Тимәк, Халыҡтар дуҫлығы йорто үҙе бер майҙан булып, ысынлап та уларҙы туплаған йорт. Бергә осрашабыҙ, һөйләшәбеҙ, фекер алышабыҙ. Уларҙың мәнфәғәттәре, беҙҙең дәүләт яғынан милли сәйәсәттең принциптары, талаптары бар – шуларҙы аңлатабыҙ. Килеп тыуған мәсьәләләрҙең хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ.

Күп эштәр тормошҡа ашырылған. Унда мәҙәни һәм тарихи үҙәктәр генә түгел, ә хөкүмәттә, һәр район-ҡалала яуаплы кешеләр бар. Ошо берҙәм системала бер бөтөн булып эшләйбеҙ. Киләсәктә илдең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә ете тарихи-мәҙәни үҙәк асыу уйы бар. Йәғни структураны тағы ла көсәйтеү планын күҙ уңында тотабыҙ. Улай ғына түгел, беҙҙең хеҙмәттәшлекте башҡа төбәктәрҙәге коллегаларға таратырға кәрәк.

Рәсәйҙә Милләттәр йорто бар, уның менән хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһим. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең милләттәр эше буйынса федераль агентлығыбыҙ бар. Уның менән дә тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырыу бурысы тора, эште тағы ла нығыраҡ, күләмлерәк алып барырға кәрәк", – тине Халыҡтар йорто директоры Илгиз Солтанморатов.

Читайте нас