Йәш йырсы Гөлназ Асаева тураһында бөгөн күп яҙалар, ижадын һөйөүселәр иһә уның бер генә концертын да ҡалдырмай ҡарап бара.
Сәхнәлә төрлө хәлдәр була: кемдер йырҙың һүҙен иҫенән сығарһа, бәғзеләре сығыш яһар мәлен дә онотоп ҡуя. Ә бына Гөлназ Асаеваның бер мәл концерт ваҡытында тауышы юҡҡа сыҡҡан.
Был хаҡта йырсы үҙе: "Бер концерт алдынан тауыш бөттө лә ҡуйҙы, – тип хәтирәләргә бирелә. – Сыҡтым да фонограммаға йырларға маташтым, сөнки концертты ҡуйырға кәрәк, залда халыҡ ултыра. Уҡыу менән дә проблема ине. Ни эшләргә белмәй, илап ебәрҙем, хатта һөйләргә лә тауышым юҡ ине.
“Хөрмәтле тамашасылар, тауышым юҡ. Был концерт фонограммаға буласаҡ. Кемдең тыңлағыһы килә – ултырығыҙ, юҡ икән, сығығыҙ, билеттарығыҙҙы тапшырығыҙ”, – тинем. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, бер кеше лә сығып китмәне. Алла бирһә, мин баянға ғына концерт бирәсәкмен тип вәғәҙә бирҙем".