Республикала йылына ике тапҡыр Милли кейем көнө уҙғарыласаҡ.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларында байрам тантаналары уҙҙы. Улар баш ҡалабыҙ Өфөлә лә гөрләп торҙо.
Төп сара Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, төрлө ведомство етәкселәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡатнашлығында Дуҫлыҡ монументына сәскә һалыуҙан башланды. Артабан байрам тантанаһы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында дауам итте.
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, байрам концертын асып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау һүҙҙәрен уҡыны.
“Дүрт быуат элек Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский башланғысында халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе илбаҫарҙарҙан азат иткән. Был ватансыл хәрәкәт Рәсәйҙең бөтә халыҡтарын да берләштерҙе. Ул ваҡиғаларҙың төп аҡылы шунда – халыҡтарҙың күп төрлөлөгөндә һәм уларҙың берҙәмлегендә Рәсәйҙең ысын көсө сағыла.
Башҡорт ере күп быуаттар был хәҡиҡәтте дәлилләп килә, ул Ватаныбыҙ тарихына үҙенең сағыу хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарын яҙа. Быуаттар буйы йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәгән еребеҙҙәге тыныслыҡ һәм татыулыҡ бик тәрән әхлаҡи мәғәнәгә эйә, был беҙгә алға барыу өсөн яңы көс бирә.
Беҙ бөтәбеҙ ҙә – төрлө, әммә тыуған яғыбыҙҙы бер үк төрлө яратабыҙ, бергә ауырлыҡтарҙы еңәбеҙ, илебеҙҙең уңыштарын арттырабыҙ, уның киләсәге өсөн эшләйбеҙ, сөнки бергә беҙ – көс!” тигән юлдар бар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауында.
Андрей Назаров, төбәктә Милли кейем көнө булдырыласағы тураһында белдереп:
“Ул йыл да апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыласаҡ. Республикабыҙҙа 164 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең күркәм традициялары, ҡабатланмаҫ мәҙәни үҙенсәлектәре бар. Халыҡтарҙың милли костюмдары байрамы тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә яңынан әйләнеп ҡайтырға, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе йәш быуынға таратырға ярҙам итер”, – тине.
Байрам менән тәбрикләп, Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе Зөһрә Рәхмәтуллина сығыш яһаны. Ул: “Күп милләтле республикабыҙ илебеҙҙең башҡа төбәктәренә үрнәк булып тора”, – тине.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө ысынлап та бөтә милләттәр байрамы икәнлеген “Башҡортостан” концерт залының халыҡ менән шығырым тулы булыуы, кешеләрҙең хатта аяғөҫтө тороп, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән концертты күҙәтеүе һөйләй ине.
Байрам концертында республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан төрлө милләттәрҙең мәҙәниәтен сағылдырған ижади төркөмдәр, ансамблдәр сығыш яһаны.
Ысынлап та, был көндө “Башҡортостан” дәүләт концерт залы дуҫлыҡ сәңгелдәген хәтерләтте. Унда республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, төбәктең әүҙем граждандары, олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сарала Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары ла дәррәү ҡатнашты. Улар халҡыбыҙҙың милли орнаменттарын сағылдырған биҙәүестәр таҡҡан ине.
Төбәгебеҙҙәге төрлө милләттәр тормошона арналған ҡыҙыҡлы күргәҙмә милли-мәҙәни берләшмәләрҙең, рухи-мәҙәни үҙәктәрҙең эшмәкәрлеген, халыҡтарҙың биҙәү-ҡулланма ижадын сағылдырҙы. Унда бик күп оҫталар ҡатнашты. Улар араһында “Ҡашмау” ижад берекмәһе иғтибарҙы айырыуса йәлеп итте, күргәҙмәгә ҡуйған әйберҙәре күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
“Байрамға саҡырғастар, ҡыуанып ризалаштыҡ. Кәйеф күтәренке. Рәсәйҙә халыҡтар дуҫ. Беҙ ҙә башҡа милләт вәкилдәре менән татыу йәшәйбеҙ. Ойошмабыҙ ике йыл эшләй. Унда алты оҫта башҡорт халҡының милли кейемдәрен тегә, биҙәүестәр эшләй. Һуңғы йылдарҙа милли кейемгә ҡыҙыҡһыныу артты, шуға ла башҡорттоң тарихи йөҙөн сағылдырған тауар етештерәбеҙ”, – тине “Ҡашмау” ижад берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Насирова.
Башҡортостандың Милли музейы тирмәһенән дә халыҡ өҙөлмәне. Уны ҡарау өсөн хатта сиратҡа торҙолар. Тирмә лә үҙенсәлекле шул, ябай түгел, ә виртуаль!
“Виртуаль тирмә 2018 йылдың аҙағында эшләй башланы. Уға Милли музейҙағы әйберҙәрҙең һанлы күсермәһе ҡуйылған. Күҙлекте кейгәс, кеше үҙен ысын тирмә эсендәге кеүек тоя, йөрөй, әйберҙәрҙе тотоп ҡарай ала. Уның менән музейға килгәндәр таныша ала, ә ошондай мөһим байрамдарға экспонат итеп сығарабыҙ”, – ти Милли музейҙың ғилми мәғлүмәт бүлеге мөдире Радик Фазлетдинов.
Эйе, байрам сараһы бик матур уҙҙы. Киләсәктә лә күп милләтле республикабыҙ илебеҙҙең башҡа төбәктәренә үрнәк булып, Башҡортостанды төйәк иткән барлыҡ халыҡ вәкилдәре өсөн татыулыҡ бишеге булып ҡалһын. Күп милләтле Рәсәйҙә тыныслыҡ, изгелек, именлек тантана итһен.
Гөлнур ҠОЛҺАРИНА, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Халыҡтар дуҫлығы һәр дәүләттең ныҡлы нигеҙе булып тора. Уны һаҡлауҙа милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаларының өлөшө ҙур. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ла ошондай күркәм сараларҙа йыш ҡатнашып, халыҡ-ара берҙәмлекте нығытыуға тос өлөш индерә.
Рәсәй милләттәр татыулығы менән көслө, ә Башҡортостан уның сағыу өлгөһө булып тора. Республикала 100-ҙән ашыу милләт һыйыныу тапҡан. Киләсәктә лә ошо татыулыҡты һаҡлап, берҙәм булып йәшәһәк ине.
Илгиз СОЛТАНМОРАТОВ, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры:
– Халыҡтар дуҫлығы йорто инде сирек быуат милләт-ара татыулыҡты нығытыу, көйләү структураһының башында тора. Ул Мәҙәниәт министрлығы ҡанаты аҫтында эшләй, төрлө милли ойошмалар һәм лидерҙар менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Шул уҡ ваҡытта уның составында 17 тарихи-мәҙәни үҙәк бар. Был милләттәр беҙҙә тамырланып, ошо ерҙә элек-электән йәшәгән. Уларҙың вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Тағы ла 50-нән ашыу милли ойошма менән эшләйбеҙ.
Улар – һуңғы йылдарҙа миграция һөҙөмтәһендә эшкә килгән диаспора вәкилдәренең берләшмәләре. Тимәк, Халыҡтар дуҫлығы йорто үҙе бер майҙан булып, ысынлап та, уларҙы туплаған үҙәк. Бергә осрашабыҙ, һөйләшәбеҙ, фекер алышабыҙ. Уларҙың мәнфәғәттәре, дәүләт яғынан милли сәйәсәттең принциптары, талаптары бар – шуларҙы аңлатабыҙ. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ.
Шәүрә ҒИЛМАНОВА, тележурналист:
– Сит илдәргә йөрөгәндә шуға иғтибар итәһең, беҙҙә халыҡтарҙың дуҫ һәм татыу йәшәгәненә улар ышанмай. Ә беҙҙә, ысынлап та, СССР заманынан төрлө төбәктәр, республикалар һәм уның халыҡтары араһында татыулыҡ урынлашҡан. Был – халҡыбыҙҙың мәрхәмәтле, киң күңелле һәм йомарт булыуының һөҙөмтәһе ул.