Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Ноябрь 2019, 11:27

Өйөң тыныс булһа, илең имен булыр

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залы ул көндә тере сәскәләр гөлләмәһен хәтерләтте: сағыу милли костюмдарҙағы төрлө милләт вәкилдәре, Европа, Төньяҡ Кавказ һәм Кавказ аръяғы, Урта Азия, Ҡаҙағстан һәм республикабыҙҙа йәшәгән йөҙҙән ашыу милләт халыҡ­тарының традициялары сағылдырылған күргәҙмәләр, балҡыған йөҙҙәр, аралашыу, күрешеү шатлығы – һәммәһе лә беҙгә таныш, бөгөн айырыу­са танһыҡ.


Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлы­ғы йорто үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын тантаналы шарттарҙа билдәләне. Уның Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән тап килеүе лә ғәжәп түгел, сөнки ике байрам да илһөйәрлек, ярҙамсыллыҡ, берҙәмлек рухы менән һуғарылған, илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн икеһе лә ҙур яуаплылыҡты һынлан­дыра. Тантанаға йыйылған 164 милләт вәкилдәрен бер генә уй һәм теләк берләштерҙе: гүзәл Башҡортоста­ныбыҙҙың именлеге, ҡеүәте, берҙәм­леге хаҡына аңлашып йәшәү, тырышып эшләү.
Байрам сараһында республикабыҙ­ҙағы илленән ашыу милли-мәҙәни ойошма, тарихи-мәҙәни үҙәк вәкилдәре ҡатнашты. Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамбле­яһы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтул­лина билдәләүенсә, Дуҫлыҡ йорто ҡанаты аҫтында эшләүсе тап ошо ойошмалар милләт-ара татыулыҡты, берҙәмлекте нығытыуға ҙур өлөш индерә. Уларҙың күптәре сирек быуатлыҡ эш дәүерендә ҙур тәжрибә туплап, боронғо йолаларҙы тергеҙеү, традицияларҙы йәш быуынға еткереү, фольклор байрамдарын юғары кимәлдә зауыҡ менән үткәреү буйынса сит төбәктәрҙә лә яҡшы билдәле.
Темәс башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Нур Ҡолмырҙин һәм методист Эльвира Вәлиеваның пландары, ниәттәре менән танышыу, ысынлап та, был ойошмалар иңенә ниндәй ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгәненә ишаралай.

– Беҙгә сит илдәрҙән халыҡ кәсептәрен, этнографияны, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм традицияларҙы өйрәнергә килгән, милли биҙәүестәрҙе үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарарға теләгән туристар күп, – ти Нур Әнүәр улы.
– Германия, Корея, Ҡытай сәйәхәт­селәре, Мәскәү, Рязань, Смоленск һәм Рәсәйҙең башҡа күп кенә ҡалаларында йәшәүселәр беҙҙә булып китте. Республикабыҙҙа былтыр тәүгеләрҙән булып этнодиктант яҙыуҙы ойоштор­ҙоҡ. Быйылғыһында ҡатна­шыу­сылар­ҙың тағы ла артыуы күңелде күтәрҙе.
– Быйыл Таҡмаҡсылар бәйгеһендә генә ике йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты, сараға халыҡтың был тиклем дәррәү, ихлас ҡушылыуын үҙебеҙ ҙә көтмәгәйнек, – тип һүҙгә ҡушылды Эльвира Вәлиева. – “Ғилмияза” фольклор ансамбле сығыштары, Ҡаҙ өмәләре, Айыҡ туйҙар һәм башҡа күп төрлө халыҡ байрамдары беҙҙә гөрләп үтә.
Тәтешле ҡыҙҙары Ирина Сәмиғул­лова менән Ксения Милиятованың да удмурт халҡының милли традицияларын, мәҙәниәтен үҫтереү буйынса башҡарған эштәре байтаҡ. Хәйер, республикабыҙҙағы илленән ашыу тарихи-мәҙәни үҙәктең һәр береһе тураһында ла әллә күпме һөйләү, мауыҡтырғыс эштәрен барлау мөмкин булыр ине. Мул тәжрибә туплаған “аҡһаҡал”дарҙан тыш, яңы ғына ойошоп, тәүге аҙымдарын яһаған үҙәктәрҙең тантанала ҡатнашыуы һөйөнөслө.
Илеш районында Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк быйыл ғына асылған. Алты ай ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, уның хеҙмәткәрҙәре ихласлыҡ һәм дәрт менән аралашыуға, тәжрибә өйрәнеүгә тотонған.
Байрам сараһында милли-мәҙәни, мәҙәни-тарихи ойошмаларҙың иң әүҙем вәкилдәре дәүләт власы ҡарамағындағы вәкәләтле һәм башҡарма органдарҙың наградалары менән бүләкләнде. Улар араһында ике тиҫтә йыл дауамында “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенә етәкселек иткән, халыҡты ойоштороу таһыллығына эйә булған матбуғат дуҫы, 88 йәшлек Ләлә апай Бейешеваны күреү үтә ҡыуаныслы ине. Бай йөкмәткеле концерт күңелгә ял, ә аралашыуҙар, күмәкләп фотоға төшөүҙәр ғүмергә ҡалырлыҡ иҫтәлек булды.

Читайте нас