Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа актер һәм режиссер Әхтәм Абушахманов призына республика халыҡ театрҙары фестивале үтте. Өс көн барған бәйгелә Әбйәлил, Белорет, Учалы, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ғафури, Нуриман, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы районының халыҡ театрҙары сығыш яһаны.
Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов етәкселегендәге абруйлы жюри халыҡ артистарының сығышын ентекле ҡарағандан һуң, фестивалдең төп призы - Гран-при Ишембай районының Кинйәбулат ауылының “Зөбәржәт” халыҡ театрына тапшырылды (етәксеһе- З.Шәһиева).
Өсөнсө урынды әбйәлилдәр алды (Атауҙы ауылынан “Ялҡын” театры коллективы), икенсе урын - ғафуриҙарға (Сәйетбаба ауылынан “Аҡбейек” халыҡ театры), беренселекте Бөрйән районынан “Тарауыл” халыҡ театры артистары яуланы. Шулай уҡ төрлө номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде.