Тап шундайҙарҙан Резидә Әминева – һандуғас тауышлы йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Әлеге ваҡытта Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уның тыуған көнөнә арналған концерт бара.
Тамашала йырсыны яҡындары, туғандары, ижадташ дуҫтары, яҡташтары ихлас ҡотлай. Бөрйән районы хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Ришат Шәрипов район етәксеһе Рөстәм Шәриповтың ҡотлау сәләмдәрен еткергәндә: "Резидә Әминева Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән абруйлы исем эйәһе генә түгел, халыҡ һөйөүен яулаған йырсы", – тине. Бөрйәндәрҙән Резидә Әминеваны шулай уҡ мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Теләүбаева, күренекле табип, бар ғүмерен балаларҙы дауалауға бағышлаған Флүрә Әлибәкова һәм башҡалар ҡайнар тәбрикләне.
Тотош Бөрйән моңдар иле булһа, Әминевтар – бар нәҫеле менән һәләтле сәхнә әһелдәре. Йырсының бер туған һеңлеһе Зәбирә Әминева хәләл ефете Марс Ишморатов менән йырға ҡойондорҙо, балалары Айгөл менән Айбулат матур тауыштары менән ҡыуандырҙы, туғандары, билдәле йырсылар Айгөл Әминева, Ғәлинур Юламановтар ҙа сығыш яһаны.
Резидә Әминева менән Фәрүәз Урманшиндың дуэттарын гелән көтөп ала тамашасы. Бөгөн дә уларҙың һәр йыры көслө алҡыштарға күмелде.
Көлкө оҫтаһы Марс Сәйетғәлин үҙенең ҡыҙыҡлы миниатюралары менән концертҡа йәм өҫтәй, йә ауыл йүләре, йә һаран әбей ролендә тамашасыларҙы көлдөрә.
Залды шығырым тултырып килгән халыҡ бына инде ике сәғәттән ашыу сағыу концерт менән кинәнә.