Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Ноября 2019, 09:20

Беҙ – бәхетле быуын...

Беҙ бәхетле быуын – уның ижады сәскә атҡан осорҙо үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, сығыштарын ҡараныҡ, йырҙарын кассетанан кассетаға күсереп, тараттыҡ-моңландыҡ.

Ваҡыт тигәнең шундай тиҙ үтә. Әле генә Дим, данлыҡлы “Дәрүишхан”, үҙенсәлекле моңо, ихласлығы менән сәхнәләрҙе шаулатып, сығыш яһай ине...
Беҙ бәхетле быуын – уның ижады сәскә атҡан осорҙо үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, сығыштарын ҡараныҡ, йырҙарын кассетанан кассетаға күсереп, тараттыҡ-моңландыҡ. Дим иһә сағыу йондоҙ булып балҡыны ла, кинәт һүнде, йәш кенә килеш пландарын, уй-ниәттәрен үҙе менән мәңгелеккә алып китте. Үтә ныҡ йәл. Шуныһы йыуата: ул беҙгә үлмәҫ йырҙарын, ижадын ҡалдырҙы; уның тормошон лайыҡлы дауам иткән бынамын тигән балаларын ҡалдырҙы. Башҡорт рок йырсылары араһында Дим Ҡоләхмәтовтың бейеклегенә еткән, ысын мәғәнәһендә культҡа әүерелгән шәхестәр әлегә юҡ.
Иҫән булһа, Дим Ҡолахмәтов быйыл 50 йәшлек юбилейын билдәләр ине...
Фото Интернет селтәренән.
Читайте нас