Айгиз Баймөхәмәтов... Бөгөн был исем республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, төрки донъяһында ла билдәле. Ошо көндәрҙә Татарстанда "Тыуған телде үҫтереү" фонды китаптары яратып уҡылған әҙиптәрҙең рейтингын билдәләне һәм халыҡтың ҡайһы яҙыусы менән осрашырға теләге барлығын асыҡланы.
Шуныһы ҡыуаныслы – был исемлектә яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллин тәүге урынды алһа, Учалы ҡыҙы Зифа Ҡадирова – икенсе. Шулай уҡ айырыуса популяр 51 әҙиптән торған рейтингта яҡташыбыҙ Айгиз Баймөхәмәтов та бар.
Әйткәндәй, яҙыусының "Ҡалдырма, әсәй!", "Әкиәтһеҙ бала саҡ" тигән китаптары татарсаға тәржемә ителеп, Татарстанда халыҡтың иң яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелде. Айгиз Баймөхәмәтовты бер нисә тапҡыр әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуға ла саҡырҙылар.
Ҡотлайбыҙ, Айгиз! Ижад ҡомарың артабан да һүнмәһен.
Фото яҙыусының "Бәйләнештә" төркөмөндәге сәхифәһенән.