Сибай концерт-театр берекмәһе тамашасыларын һәр саҡ үҙҙәренең матур тамашалары менән ҡыуандырып тора.
Был юлы улар башҡорт халҡының аш-һыуҙарын данлаған йыр һәм бейеүҙәргә ҡоролған “Милли ризыҡ - тәнгә шифа, йыр-моңдары йәнгә шифа” тип аталған бик матур концерт программаһы тәҡдим итте.
Тамашаның сценарий авторы - танылған яҙыусы һәм журналист Миләүшә Ҡаһарманова, ҡуйыусы-режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Минзәлә Ҡотошова. Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан сәхнәгә сығарылған сағыу тамаша һәр кемде милли ризыҡтарыбыҙға ҡарата һаҡсыл ҡараш, ихтирам уятып, уны файҙаланыуҙың ни тиклем шифалы икәнен төшөндөрһә, дәртле йырҙар һәм бейеүҙәре күңелдәрҙе күтәрҙе.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: концерт алдынан фойела милли ризыҡтарҙан, шифалы үләндәрҙән торған бай күргәҙмә эшләне, теләүселәр һәр табындың күрке булыр аш-һыуҙы һатып алды, телеңде йоторлоҡ башҡорт ризыҡтарын менән һыйланды.
Фото: Сибай концерт-театр берекмәһе сайтынан.