Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Ноябрь 2019, 12:20

Бөтә Ғаләм – ҡәләм осонда

Рәшит Назаровтың был ши­ғыр юлдары шиғриәттең бөтә асылын аңлатҡандай. Үҙенең уй-кисерештәрен ши­ғыр юлдарына теҙеп, бө­тә кешелек донъяһының йәшәйеш мәғәнәһен генә тү­гел, тәбиғәт һәм Йыһан ме­нән бәйләнешен дә асып һала.

Рәшит Назаровтың был ши­ғыр юлдары шиғриәттең бөтә асылын аңлатҡандай. Үҙенең уй-кисерештәрен ши­ғыр юлдарына теҙеп, бө­тә кешелек донъяһының йәшәйеш мәғәнәһен генә тү­гел, тәбиғәт һәм Йыһан ме­нән бәйләнешен дә асып һала.


Ауырғазы районында тыуып үҫкән, ижады менән республикала ғына түгел, күрше Татарстан, Сыуаш республикаларында ла билдә­лелек яулаған Вәрис Аҡбашевтың ижад кисәһе “Мин ғашиҡмын...” тип аталды. Кисәлә шағирҙың дуҫтары, ҡәләмдәштәре, туғандары, шиғриәт һөйөүселәр, район китапханасылары, уҡытыу­сылар ҡатнашты.
Вәрис Йәғәфәр улы Атйетәр ауылында урта мәктәпте тамамлай. Стәр­летамаҡ химик технологиялар техникумында һөнәр алып, хеҙмәт юлын ошо ҡалала башлай. Беренсе шиғырҙары “Ашҡаҙар”, “Стерлитамакский рабочий”, Ауырғазыла сыҡҡан “Ватан юлы” гәзиттәрендә баҫыла.
Вәрис Аҡбашевты мөхәббәт йыр­сыһы тип атарға мөмкин. Уның нес­кә күңеле, итәғәтлелеге йөҙөндә сағыла. Тыйнаҡ йылмайыуы, күҙ ҡарашы менән ул һине лә шул сихри шиғриәт донъяһына алып ингән­дәй. Һөйөү хисе – донъяға, тәби­ғәткә, кешеләргә, тормошҡа мөхәб­бәт уята. Шуғалыр ҙа ғашиҡ кеше бер ваҡытта ла йәшәүҙән төңөлмәй.
Мин донъяла бер нәмәнән

ҡурҡам:

Мөхәббәтһеҙ тигән исемдән.

– Бөйөк шағирыбыҙ Рауил Бик­баевтың был һүҙҙәре шиғриәтемә ауаздаш, – тине Вәрис Йәғәфәр улы.
Әсәһе Фәниә Һаҙый ҡыҙы туған телгә һөйөү тәрбиәләгән, татар теле уҡытыусыһы булараҡ, уның серҙә­рен, нескәлектәрен асып биргән.
– Балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә үҙ телен өйрәтегеҙ, – тине ул залда ултырыусыларға. – Юҡһа хәҙер гел урыҫса һөйләшәләр. Телде белмәү­ҙә балалар баҡсаһын ғәйепләйҙәр. Был дөрөҫ түгел – ул һеҙҙең бала­ғыҙ, тим мин ундайҙарға, – ти педагог.
В. Аҡбашев – бихисап шиғыр йыйынтыҡтары авторы. “Ауырғазы моң­дары”, “Томбойоҡто өҙмәм”, “Яҙмыш һуҡмағы”, “Оло йәнле ҡыҙ бала”, “Устарымда – устарың”... “Кеше булып ҡалырға” повесы рус теленә лә тәржемә ителгән.
Ауырғазы “Пушкины” А.С. Савельев-СаС шағирҙың ижад емеш­тәрен рус, сыуаш телдәренә тәр­жемә итеп, уҡыусылар география­һын киңәйткән.
– Шағир үҙ телендә ижад иткәндә генә хистәр тәрәнлеген еткерә ала, – тине ул.
Ауырғазы ере – таланттар хази­наһы. Кисәлә районыбыҙҙан сыҡҡан билдәле журналистар, яҙыусылар, йырсылар, композиторҙар ҡатнашты. Урал Рәшитовтың Вәрис Аҡба­шев һүҙҙәренә яҙылған моңло йыр­ҙары яңғыраны. Композиторҙың был сарала ҡатнашыуы йыр-моң һөйөүсе­ләргә ҙур бүләк булды.
Һәләтле йырсылар Финә Абдуллина, Алик Залилов, Гүзәл һәм Ли­лиә Аҡбашевалар дуэтының сы­ғыштары тамашасылар күңеленә хуш килде.
Вәрис Йәғәфәр улы балалар өсөн бик матур әҫәрҙәр ижад итә. Уның үҙенсәлекле образдарын кескәйҙәр ярата, үҙ итә.

Башҡортостан “Китап” нәшриә­тен­дә хеҙмәт итеүсе яҙыусы Әлфиә Әсәҙуллина, шағирҙы юбилейы менән ҡотлап, уның сағыштырыу алымдарының бер кемгә лә оҡша­мағанлығын, ҡабатланмаҫ булыуын билдәләп үтте.
“Балалар әҙәбиәте антологияһы”н төҙөүсе, яҙыусы, шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина:

– Вәрис Аҡбашевтың “Тальян гармун” исемле әкиәтен антологияға индермәү мөмкин түгел. Сөнки хал­ҡыбыҙҙың был музыка ҡоралына арналған балалар өсөн әҫәр юҡ әле, – тине.
Шулай уҡ әҙибә район хакимиәте етәкселегенә халыҡ, ижад кешелә­ре менән бер һулышта йәшәүенә һоҡланып, рәхмәтен белдерҙе.
Вәрис Йәғәфәр улы Себер тарафтарында нефтсе булып оҙаҡ йылдар көс түгә.
– Күпселек шиғырҙарымды эш­ләгән саҡта яҙам. Тыуған ерҙән сит­тә булғанда уның ҡәҙерен, гүзәллеген нығыраҡ тояһың, – ти шағир. – Һалҡын яҡтарҙа йөрөгәндә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоу мөһим.

– Таң атҡанда, төштәремдә

Ишетәм бишек көйөн.

Йылдар үтә ҡырыҫ ерҙә

Ғәфү ит, тыуған ерем, – тип яҙа шағир “Ғәфү ит, тыуған көнөм” шиғырында.
Приозерный ҡасабаһында татар һәм башҡорттарҙы берләштергән мәҙәни ойошма төҙөүҙә, уның бө­гөнгө эшендә лә әүҙем ҡатнаша яҡташыбыҙ.
1996 йылда Ауырғазы районында “Зәңгәр шишмә” исемле әҙәби берләшмә барлыҡҡа килә. Йәш ижадсыларҙы халыҡҡа танытыу, китапханалар, мәктәп уҡыусылары менән берлектә ижад, юбилей кисәләрен, яңы китаптарҙың исем туйҙарын үткәрә был ойошма ағза­лары, туған телде пропагандалау, йәш быуынды милли рухта тәр­биәләү кеүек мөһим эштәр атҡара. Вәрис Аҡбашев етәкселегендәге “Зәңгәр шишмә”нең һыуы һайыҡ­май, тулылана ғына.
– Вәрис Йәғәфәр улының холоҡ-фиғеле, тышҡы ҡиәфәтендә генә түгел, хатта ижадында ла атай-әсәй, ғаилә тәрбиәһе сағыла, – тине Риф Вәлиев.
В. Й. Аҡбашевтың ҡатыны Клара Рауил ҡыҙы – мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар балаларға сит телдәр­ҙе өйрәткән абруйлы уҡытыусы.
– Тормош иптәшем – иң терәр­лек ир, атай һәм ул. Яҙмышыма рәхмәтлемен, – тине Клара ханым.

Яныңда ижадҡа дәртләндереүсе, илһам биреүсе яҡындарың барҙа ғына ысын әҫәрҙәр тыуалыр ул.
– Шиғыр – ул бер роман. Күңел төпкөлөнән урғылған хистәрҙе бер нисә юлға һыйҙырыу – оло талант. Шағирҙың кисерештәрен тулыһын­са аңлау мөмкин дә түгел, был үҙе генә белә торған сер, – тине улының уңыштарына шатланған әсә.

Вәрис Аҡбашевтың шиғырҙа­рында бай фантазия, кинәйәлек бар, уның шиғырҙары үҙҙәре үк йырлап тора. Бик күптәрҙең яратҡан йырсыһы Хә­ниә Фәрхи яҡташыбыҙ­ҙың ижадын халыҡ күңеленә ет­кер­ҙе. Радио, телевидение аша, концерт залдарында Ф. Ғәниев, Л. Биктимерова, А. Ғә­лимов, И. Ғә­зизуллиндар башҡа­рыуында В. Аҡбашевтың йырҙарын тамашасы яратып ҡабул итә.
Туғандары, яҡындары, балалары Вәрис Йәғәфәр улының ярҙамсыл, кешелекле, иғтибарлы булыуын билдәләне.

Шағир кисәлә ҡатнашыусыларға үҙенең шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе, ижадына тағы күптәрҙе ғашиҡ итте...
Ауырғазы районы.
Читайте нас