Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Ноябрь 2019, 17:35

Кәзә, ҡоралай һәм телевизор

Иҫтә ҡалған хәлдәргә, ваҡлығына ҡарамай, ихтирамлымын, сөнки быға лайыҡ улар: хәтергә нисектер уйылғандар икән, тимәк, ябай, көндәлек түгелдәр – ҡайһылыр яҡлап барыбер ҙә әһәмиәтлеләр. Мөмкинсә аҡҡа ла төшөрә йөрөйөм үҙҙәрен. Беренсенән, һөнәрем, булмышым ҡуша – тәбиғәттән ҡәләм оҫталығы әҙме-күпме бирелгәс, яҙылһын да яҙылһын әле.

Иҫтә ҡалған хәлдәргә, ваҡлығына ҡарамай, ихтирамлымын, сөнки быға лайыҡ улар: хәтергә нисектер уйылғандар икән, тимәк, ябай, көндәлек түгелдәр – ҡайһылыр яҡлап барыбер ҙә әһәмиәтлеләр. Мөмкинсә аҡҡа ла төшөрә йөрөйөм үҙҙәрен. Беренсенән, һөнәрем, булмышым ҡуша – тәбиғәттән ҡәләм оҫталығы әҙме-күпме бирелгәс, яҙылһын да яҙылһын әле.
Икенсенән, кескәй тарихтар алдында, шәхсән шаһитлығым йә ҡатнашлығым буламы, бүтәндән ишетәмме – алған яуаплылығым бар: осраҡлы тимәйем береһен дә. Минеңсә, улар ошоно теләй, ташҡа баҫылыуҙан ҡәнәғәтлек кисерә.
Тормоштоң хатта ғәҙеллеге лә – әлеге яуаплылыҡ, сылбырҙы ике яҡлап тоташтырып тороу һымаҡ. Эйе, был донъяла һәммәһе – әҙәм күҙенә эләкһен өсөн миллион мәртәбәләр эреләйтелгән нәмәләрҙән башлап аңға һыймаҫлыҡ ҙурлыҡтарға тиклем – бер-береһе ҡаршыһында тәрән бурыслылыр.
Бына – сираттағы ваҡиғалар.


Дуҫ күңеле – быяла


Йәмле йәй башы. Сессия, у-у-һ... тамам, ниһайәт. Һәйбәт тә тамам – стипендия буласаҡ. Тимәк, йәшәйбеҙ әле – хуш, икенсе курс, көҙгә өсөнсөһөн башларбыҙ.
Оҙон тәнәфес ваҡытындағы мәктәп коридоры ише мыжғыҡ, шаусыл поезд мине һәм бергә уҡыған иптәшемде таңда үҙе кеүек үк лыҡын тулы автобусҡа тапшырҙы. Уныһы эре һөйәкле, оҙон буйлы ике егетте ҙур ҡәнәғәтләнеү менән ҡабул итте, тип булмай, урын саҡ табылды – анауындай эҫелә тауҙарға артылырын уйланы. Үрҙәргә менгәндә, ысынлап та, йәлләү һорап ныйылданы, тапшырыуҙар ҡумтаһын иң аҫҡы­һына уҡ һалырға мәжбүр булғыланы, хәтәр текә шул бында тауҙар – осона төбәлһәң, баш кейемең шыуып төшөрҙәй. Дуҫтың тыуған төйәгенә имен-һау барып етелде шулай ҙа.
Яман шәп беҙҙә, әкиәти урын, айырым планета, кәмендә Ерҙең айырым юлдашы – бындай тауҙар, йылғалар, ағастар, ҡаялар, мәмер­йәләр башҡа бер ҡайҙа ла юҡ, тип ғорурланып та, һағынып та саҡыра ла саҡыра ине, һис бүрттермәгән: ысынлап та, гүзәл яҡ, тәбиғәттең ылыҡтырғыс ҡосағы. Ошолар ҡала туҙанын шунда уҡ, бер ынтылыуҙа сайып төшөрҙө күңелдән, електе һурғыс имтихандарҙан һуң йәнде сафландырҙы, әйтерһең дә, ҡыйып ҡарағыһыҙ һылыу ҡыҙҙы наҙлап күкрәгемә ҡыҫтым.
Төшкә барып инелде. Әсәһе – мөләйем генә апай. Башта уҡ иғтибар иттем – аш-һыуға һәләк оҫта. Сәбәбе тиҙ асылды: ғүмер буйы, гәзиттәрҙә яҙылыуынса, “йәмәғәт туҡланыуы системаһы”нда эшләй икән. Әле – мәктәп ашханаһында. Беҙгә тип айырыуса тырышҡан: өҫтәл һыйҙан ай урағылай бөгөлгән.
Улы булдыҡлы ғына, әммә, өйөнә ҡайтҡайны, ҡот осҡос үҙгәрҙе: әҙәм күрмәгән, түҙеп торғоһоҙ бер мыжыҡҡа әйләнде – әсәй, шуны бешер, әсәй, быныһы сей, әсәй, балыҡты көйҙөрә бирмәгәнһең... Ә апай һис ялҡмай, арымай – һораға­нын яраштыра һала. Йөҙөнә берҙән-бер улы ҡайтыуға ҡыуаныс, зачеткала декан ҡултамғаһылай, киң, тәрән яҙылған – таптырһын, таптыр­һын ғына бауырҡайы – ашарға йүнәтеү ҙә булдымы мәшәҡәт...
Иртән кәзә тәкәһе баҡырыуына уянып кителде:

– Мә-ә… Мә-ә… Мә-ә...
Һарайҙары алыҫ булһа ла, асыҡ ишетелә – тауышы әскернә. Йоҡоно ҡасырҙы.
Етмәһә, иптәштең әсәһе уята ла башланы:

– Улым, улы-ы-м… – ипләп кенә яурынынан һелкетте, – тор, йәме, балаҡайым, эш бар…
– Эй-й, әсә-ә-й… – Бала сағын­дағылай иркәләнде егет. Төпкә әйләнеп ятты, юрғанын баш аша уҡ ябынды.
– Тәкәне эш итегеҙ инде...
Бына нимәне һиҙенеп шыңшый икән. Бәлки, бүтәндәр, көтөүгә ҡушылып, тауға менгәндә бикле тороуына ризаһыҙлыҡ белдерәлер генә. Йәл булып китте. Шундай мал йәнле кешемен. Бәндә уны мәнфә­ғәте өсөн тотонорға хоҡуҡлы икәнен дә аңлайым, әммә салғандарында әйтеп бөтөргөһөҙ уңайһыҙлыҡ кисерәм.
Аяҡтарыбыҙ, инәлтә-инәлтә булһа ла, ҡыҫҡа июнь төнөнөң рәхәт һал­ҡынлығын һаҡлаған буяулы иҙәнгә баҫты. Ошо ғәмәл, айырыуса яңы йыуылған, ҡорота һөртөлмәгән таҡ­талар буйлап, яланаяҡ тысылдау, шул хәтлем оҡшай миңә! Улының был холҡон яҡшы белгән әсәйем кәрәккәндән еүешерәк ҡалдыра торғайны иҙәнде. Табандарым бынан һыуһынын ҡандырғандай, күңелем яҙылғандай.
Төрлө тәм-том менән шөрп-шөрп сәй эсеп алдыҡ. Маһир шул хужа­бикә: таң менән әллә күпме яңы ризыҡ бешерергә өлгөргән – кисәгенән ҡалған бер нәмә лә юҡ. Хәйер, ҡалдырмағайныҡ та шикелле – йәш тирмәндәр арыу тарта.

Ишек алдына сыға башлағайныҡ, апай:
– Баҡсамды бөтөрҙө нәғәләт, – тип кәзә тәкәһенә, ир булып тыуғанына өҫтәп, ҡулланыласаҡ яза сәбәбен белдерҙе. Хәлде үҙенсә йомшартырға ла тырышты шикелле. Енес тә мөһим шул хужалыҡта – үрсем килтерергә тейеш. Уңышһыҙ тыуыуы өҫтөнә холоҡһоҙ ҙа икән малҡай. Барыбер йәл, йәл.
Дуҫ атаһынан ҡалған, иҫке сал­ғынан яһалған бысаҡ тапты. Белдекле ҡыланып, үткерләп ебәрҙе. Ваҡ малды тояғынан элеп ҡуймалы, тиреһен һыҙырып, эс-бауырын алмалы ҡулайламаны килтереп аҫты. Бик боронғоға оҡшаған, атаһының ғына түгел, олатаһының ҡомартҡыһы булыуы ла ихтимал.
Йорт хужаһы бер нисә йыл элек вафат булған – ағас баҫҡан. Был яҡтарҙа ошолай урманда аңһыҙ үлем йыш икән. Хужабикә, әле сағыш­тыр­маса йәш булһа ла, ҡабат иптәш­ләнеп тормаған – студент улы менән уҡыусы ҡыҙын яңғыҙы ҡарай.
… Ялбыр йөнлө, кәкре мөгөҙлө, бумала һаҡаллы буласаҡ ризыҡ сығанағын әсе ҡысҡырта-ҡысҡырта йығып һалдыҡ, найылдата-мыйылдата тояҡтарын, сатрашлап, бер-береһенең араһында ҡалдырып, бәйләргә керештек.
Тояҡтарҙы ысҡындырмаҫҡа йәнтәслим тырышып:

– Оҫта-а икәнһең, – тинем.
– Атайым… ыыһ… шулай итә… торғайны. – Ғәзиз ғүмере сигенә терәлгәнен асыҡ аңлауҙан тыпыр­сынған кәзәне сырмауы еңел түгел.
Мал тотҡан ир быны, әллә ни көс түкмәйенсә, күпкә йәһәтерәк тә башҡарыр ине, әлбиттә, ә беҙҙең тәжрибә юҡ. Ҡалала оҙаҡ йәшәлмәһә лә, булған ғынаһы ла онотолоп бара. Һәм, дөрөҫөн әйтәйек, был эштә мин үҙемде әһәмиәт буйынса икенсе урында күрәм. Эш менән әле өс кеше булышһаҡ, өсөнсө тиер инем. Ҡыҫҡаһы, иң һуңда. Донъяла кәрәкле күп шөғөл менән танышмын, бай­тағын яҡшы беләм, тип баһалайым, әммә тап ошо, ғәфү итегеҙ, минеке түгел. Хужабикә ышанып эш тап­шырғанда тик иптәшкә генә иҫәп тоттом, уға ярҙам итеп кенә йөрөрмөн – ҡомғандан йылы һыу ағыҙып ҡулын йыуҙырырмын, тип кенә күҙ алдына баҫтырҙым. Әле лә, ул нәҙек арҡан менән кәзәнең тояҡтарын ҡыҫып бәйләгән мәлдә, ошо уйҙамын.

Нығытты. Артабан һуҡ бармағын мәғәнәле өҫкә күтәрҙе лә ҡатып ҡалды. Был ни ғәләмәт? Ә-ә-ә, оҙон ҡара сәсле башы тирә-йүнде боролоп-боролоп байҡай, имеш.
Бармаҡ тәғәйен яҡҡа тоҫҡалды:

– Ҡибла – ошо яҡта. – Хәтерен зыр әйләндереп, бына нимәне эҙләгән.
Башын шул тарафҡа ҡаратып һалдыҡ. Ҡибла табыуҙы бөгөнгө ҙур, мәшәҡәтле эштең мөһим өлөшө рәүешендә ҡабул итеп, еңел һулап ҡуйҙыҡ – йүн сыға беҙҙән!
Иптәш бысаҡ алырға китте.

Тәкә туҡтауһыҙ мыҡырҙай – кемгә ашау, кемгә йәшәү шул. Дуҫ та, тауға табан кәре кәмегән автобустай, һуҙылыпмы-һуҙыла. Оҫталарҙың ҡоралы үрелеп алырлыҡ ҡына буласы. Оҫтаныҡы шулайҙыр ҙа, быныҡы алыҫтараҡ. Ҡайраған ерендә ҡалдырған инде.
Тапҡан, килә.

Яҡынлағайны:

– Күҙҙәрен ҡалай ғына мөлдөрә­теп ята, бахырҡай... – тинем. – Шуның йәнен нисек өҙмәк кәрәк, ә?..
Дөрөҫ әйтмәнем, ай, хата һүҙ ысҡындырҙым!.. Яңылышыуымды ошо секундта аңламайым әле мин, бер нисә минуттан ғына төшөнөрмөн, тәрән төшөнөрмөн, үкенермен, әммә, йырҙа йырланғанса, һуң инде.
Шулай тиеүем булды – иптәш бысағын бағанаға ҡаҙаны булды:

– Уф-ф!..
– Нимә?
– Сала алмайым. Былай ҙа саҡ йөрөй инем.
– М-дә-ә…

Мәхлүк ята. Ә былай оҙаҡ ҡалырға тейеш түгел: йә тотонорға, йә ҡотолторға.
– Һинең былай мал һуйғаның бармы? – Ҡарашым борсоу.
– Яңғыҙым юҡ – атай менән икәүләп кенә.

– Һы... Мин ни һине яман һуғымсы тип йөрөйөм дә...

– Ҡайҙа-а-н...

…Ауыр ғәмәлде үҙемә башҡарырға тура килде. Бер ваҡытта ла үтәгән нәмәм булмаһа ла. Ишек алдын тултырып анауындай ике егет йөрөгәндә, шешә вәғәҙә итеп, күршегә ялынмаҫ бит инде дуҫтың әсәһе.

Тормош шулай әмәлһеҙ хәлдәргә лә ҡуйғылай.


Эҙҙәр


Кеше аптыратыптыр инде, көндөҙ ҙә түгел – иртән үк, ауылымдың иң бейек, яман текә тауына мендем дә киттем. Бер ниндәй йомошһоҙ. Әллә ҡасанғы эҙҙәремде, күрмәһәм дә, тояйым, тинем.
Үр малай мәлдәгенән ауырыраҡ буйһондо, ләкин бала саҡта былай көрт кисеп алйотланылмай торғайны – күпселектә яҙ, умырзая ҡалҡҡас, йыуа сыҡҡас йөрөнөк.
Күпселектә тураға тартып, сөнки сәм әле лә көслө, суҡылы урындарҙа, тәбиғи, уңлы-һуллы ҡыялатып, бәғзе мәлдәрҙә, арҡам менән, бәлки, һын­сыл ҡараштарҙы һиҙһәм дә, йәшер­мәйем, быны сараһыҙҙан башҡарып, ҡайнаған сәйнүктәй боҫ бөркөп, ҡыйыҡҡа етә алдым барыбер ҙә.
Ослотауҙың тар түбәһендә, аяҡ киреп, байтаҡ торҙом, ауылдың элекке иркен, аҡлы-ҡаралы, күренеше менән бөгөнгө тағы ла киңерәк, ләкин тығыҙыраҡ инде йөҙөн сағыштырҙым. Аҡлы-ҡаралы, тип образлы ғына әйтмәнем – хәҙерге йорттар сағыу – баштары, кәртә-ҡапҡалар асыҡ буяулы. Кейемдәр ҙә шулай. Ошонан да, башҡа тауҙарҙан да шыҡылдатҡан фотоларым да ике төҫтә генә ине әүәле. Ә бөгөнгө технологияларҙың ниндәйлеге билдәле. Фото тигәндән, ана, тегендә, аҫтараҡ, һигеҙен­селәме-туғыҙынсыламы уҡығанымда, төшөрөп, Өфөләге гәзиткә ебәргән бөҙрә ҡайын һаман да ултыралыр һымаҡ.
Түбәнгә ашалағы һырт яҡлап атларға булдым. Ҡайтыуға гел, мөмкин хәлдә, яңы юлға боролам мин. Насар булһа ла, күрелмәгән булһын. Ҡатмарлылыҡ тыуҙырам, ләкин күңелем шуны таптыра.
Бында күпкә һөҙәгерәк, уның ҡарауы, ҡар тәрән. Быйылғы марттың ыҡҡа бармаҫ һыуыҡ төндәре көрт өҫтөн ҡалын ҡатырғалай туңдырған. Малайланған күңелем еңеләйткән аяҡтар иркен баҫа. “Ҡатырға киҫәк­тәре”, шул ыңғайы йыртыла ла, ҡабырғаһына ултырып, тигеҙ аҡ диңгеҙ өҫтөнән шаян тәгәрәп китә. Бара бирә, ситтәре кителеп, ярайһы бөтөн түңәрәккә әүереләләр. Ҡуян эҙҙәрен һикереп кенә үтәләр. Ә бына бында хәлдәре кәмей – уңлы-һуллы боролоп, сикәләренә барып яталар, сөнки эре эҙ ята. Һунарсы булмаған кешенең мышыныҡы тип уйлауы бар.
Ҡайындар һаман да үҫә. Оло­ғайғандар, ян-яҡҡа ауышҡандар, әммә ҡоромағандар. Минең теге фотойондоҙом – ҡайһыһылыр инде?.. Әллә таныманым, әллә тапманым. Тере булһа, үпкәләгәндер.
Ауыл ситенә етеүгә бүрәнә өҫ­төндәге сәйер ҡошҡа иғтибар иттем. Ят зат. Урман ҡошо. Ул да миңә хәтәр аптырап ҡарай. Нишләргә? Яҡынлайым – бала саҡтағы ише фотоға сирттереп ҡалырға самам. Аппаратты әҙерләнем, ипләп кенә атлайым. Күҙҙәре ҙурая башланы һымаҡ ҡунаҡтың. Ниндәйҙер тасуирлап булғыһыҙ тауыштар ҙа сығарып алды. Һәм, бая мин тауға үрмәлә­гәндәгеләй ауыр күтәрелеп, аҫтан ғына “фатир”ына табан осто. Кадр килеп сыҡманы. Ярай, үҙе лә те­ләмәне бит – ризаһыҙ башҡарылған­дың ҡото булмаҫ ине барыбер.
Ҡарашым артабан тағы эҙҙәргә – эре ҡош тәпәйҙәре һалған сыбар һүрәткә – эләгә. Әллә әҙәм ише атлап килгән инде... Үҙе генә лә булмаған һымаҡ әле. Оса-атлай, тип әйтәйек, сөнки ҡанат эҙҙәре лә бар. Бындай эре, тәрән һыҙыҡтарҙы карап елкәнен төшөргәндә һыҙалар. Елкәндәр күп, тәртипһеҙ, дауыл ваҡытындағылай. Ҡорбанһыҙ ҙа булмаған икән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы: анауы ҡыҙыл тамсылар – ҡандыр. Бара бирә ҡуйылыҡтары ла артты, сығанағы ла билдәле булды – көрттә ҡоралай кәүҙәһе ята ине. Беҙ уны илек тибеҙ. Тәбиғәттән ҡупшы хайуан үле килеш тә йәмһеҙәймәгән. Һуҙылған муйыны тағы ла матурлыҡ өҫтәй. Һыңар ҡулының юҡлығы, эс-бауырының аҡтарылыуы ғына китекләй. Һыуы­нып та өлгөрмәгәндәй – тимәк, таңға табан ғына тотҡан бүреләр. Мышы эҙе тигәнем илектеке булып сыҡты. Ауға күпселектә төнөн ҡуҙғалған ажар һунарсылар туҡ ялға китеүгә, ҡоштар йыйылышҡан. Ит киҫәге өсөн талашҡан-тартышҡандар – “елкән”дәре шуға ҡыйыш булған.
Урман ҡунағы, әрһеҙ суҡып ташлап, оса алмай ултырған инде бая...


Сиратһыҙ килгән еңеү


Һәр дәүерҙең – үҙ дәүмәле, ғә­мәле: сағыштырыу бында, күпселек­тә, дөрөҫ тә, ғәҙел дә түгел. Әммә илебеҙҙең, тыуған төйәгебеҙҙең төрлө осорҙарын барыбер ҙә йәнәш ҡуйыусанбыҙ һәм баһаның күпсе­лектә субъектив икәне асыҡ. Йәғни, үткәнен данлаған сал уҙаманды аңлауы еңел: йәшлеген – дәртле лә, дарманлы ла сағын – һағынып иҫенә төшөрә ул. Ләкин үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарын данлаусы, оятһыҙ уғрыларҙы иҫәпкә алмағанда, әҙҙер.
Бына ҡайһы күренеш менән дә баҫа ул алға. Бәләкәй ҡалаларҙың береһе. Буп-буш сауҙахана. Ә юҡ, телевизор ултыра ла баһа. Етмәһә – төҫлө! Ҡалай һәйбәт булды – аҡса ла бар саҡ.
Алырға теләк белдерелеү бер ҡатлылығы айҡанлы ихлас аптыраулы, ятланып та бөтөлгәндер инде, ҡырҡа яуап ишетелде:

– Яҙылыу буйынса ғына! – Магазин хеҙмәткәренең тауышында тимер сыңлап китте, гүйә, ротаға, ашап бөтөр-бөтмәҫтән, сығып теҙелергә бойоролдо.
– Ҡанағыҙ, яҙылайым һуң. – “Һалдат” фамилияһын атарға йыйынды.
– Булмай – кәмендә ун йылға сират! – Бына быныһы инде бөтөнләй һеңгәҙәтте – хеҙмәт ваҡыты шул араға оҙайтылғандай тойолдо...
Тиҫтә йыл уҡ көтөргә тура кил­мәне: донъялар үҙгәрҙе, кәштәләр яйлап, әммә сигенмәйсә, тауар менән тула башланы – дошман еңелде.
Тормош көтөү өсөн ябай ғына нәмәләрҙең дә туҡһанынсыларҙан алда ҙур хазина һаналыуы, йәшерен таратылыуы, аҙаҡ инде бөтөнләй юҡҡа сығыуына ҡарағанда намыҫлы, эшһөйәр кеше алдында бөгөн көнкү­реш мөмкинлектәренең арта барыуы, дәүләттең ошоно төрлөсә хуплауы, шарттар тыуҙырырға тырышыуы – шикһеҙ яҡшы, әлбиттә, һис һүҙһеҙ арыу.

Читайте нас