Ул һеҙҙе бер-ике һүҙгә саҡыра.
Шәһит Хамматов. Күптәр уны йөҙөнән йылмайыуы төшмәгән, сәхнәлә башлыса комик ролдәрҙе уйнаған үҙенсәлекле артист, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры булараҡ белә. Егет интернет селтәрендәге шәхси сәхифәләрендә лә ошо образда күҙ алдына баҫа. Был ысын шулаймы, әллә ул бөтөнләй икенсе холоҡло кешеме? Шәһит Хамматов тамашасыһына үҙ тормошоноң шаршауын бер аҙ ҡайырып, “Бер-ике һүҙ” тип исемләнгән ижад кисәһенә саҡырыр алдынан, уның үҙен бер-ике һүҙгә саҡырып, әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Ябай ғына һорау: актерлыҡ юлына нисек аяҡ баҫтығыҙ?
– Сәнғәткә һөйөү бала саҡтан килә. Бесән ваҡытында атайым мәрхүм мине ағас башына ултыртып ҡуя ла улар бесән сапҡан ваҡытта йырлай торғайным. Биш-алты бакуй сапҡас, килеп мине икенсе ағасҡа күсерәләр. Йәнле радио, йәғни “Бесән FM” булдым. Атайым гел генә кешеләргә: “Минең улым әртис буласаҡ!” – тине.
Икенсе кластан Өфө дәүләт сәнғәт институты янындағы урта махсус музыка мәктәбендә баян, пианино, ҡурай класында белем алдым, артабан Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында кларнетта уйнарға өйрәндем һәм дирижерлыҡҡа уҡыным.
Училищела уҡып йөрөгән мәл, миңә 15 йәш. Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылған “Нәркәс” спектаклен ҡарау бәхете тейҙе. Ул саҡта төп ролдәрҙе Азат Йыһаншин менән Фирүзә Париж уйнай ине. Тап ошо тамаша миңә көслө тәьҫир итте, әле булһа ла Матросов паркы аша илай-илай ҡайтып барыуымды иҫләйем. Шул ваҡыттан алып сәхнәгә, актер һөнәренә ғашиҡ булдым.
Өфө дәүләт сәнғәт академияһына Милли йәштәр театры өсөн махсус курс йыялар ине. Конкурентлыҡ көслө – бер урынға егерме кеше. Берәүҙәр әсәһен эйәртеп килгән, икенселәр сәскә тотҡан, кемдер костюм кейгән... Ә минең түшемә ҡаҙалған сәнғәт училищеһының значогынан башҡа иғтибарҙы йәлеп итерлек әйберем юҡ. Миңә уңыш йылмайҙы – академия студенты булыу бәхете тейҙе. Шулай ҙа йәшәргә урын тапмаған, аҡса етмәгән осраҡтар булды. Кеҫә яғы һай булғас, шешә йыйып тапшыра торғайныҡ. Конкуренттар – әбейҙәр, “эй малайҙар, был беҙҙең шешә!” тип ҡысҡыра. Уларҙан ҡасабыҙ, Ҡунаҡһарайға барып милкебеҙҙе тапшырабыҙ ҙа аҡсаһына туңдырма алып ашайбыҙ. Училищела уҡып, тормош һабаҡтарын да алдым. Ул мине өс нәмәгә өйрәтте: юҡ-барға сәбәләнмәҫкә, зарланмаҫҡа, мыжымаҫҡа.
– Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына эшкә төшкәс, тәүге ролегеҙ?
– “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” спектаклендә Кендекте уйнаным. Әһәмиәтле роль булды ул, миңә тормоштағы күҙгә күренмәгән матурлыҡты тойорға, намыҫлы, кешелекле булып ҡалыу сифаттарының айышына төшөнөргә өйрәтте.
– Бала күңелле булып ҡала алдығыҙмы?
– Эскерһеҙ булып ҡалдым, һәм бында Кендек ролен уйнауымдың да ҙур өлөшө бар. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, был донъяға бала күҙҙәре менән бағыу кәрәк, сөнки был йәшәүгә сағыу төҫтәр өҫтәй.
– Комедия жанрындағы ролдәрҙе уйнау ауырыраҡмы, әллә етди ролдәрҙеме?
– Бында еңелерәк, ауырыраҡ тигән төшөнсә юҡ, барыһы ла спектаклде ҡуйыусы режиссерҙың талаптарынан тора. Ул ролде асыҡ итеп аңлата, анализлап бирә ала икән, эш ябайлаша. “Пегий пес” спектаклендә башҡарған ролем драма, трагедия жанрҙарына ҡарай. Ундағы персонаждың кисерештәрен үҙемдекеләр менән сағыштырып уйнайым, был роль башҡаларына ҡарағанда ауырыраҡ бирелгән кеүек.
– Йәштәр театры сәхнәләштергән әкиәттәрҙә лә уйнайһығыҙ. Күп балалар һеҙҙе Чиполлино булараҡ белә. “Тамыр” балалар телеканалының әкиәти фильмдарында ла төшәһегеҙ...
– Эйе, әлеге ваҡытта театрҙа ҙур уңыш менән барған спектаклдәрҙең береһе – “Чиполлино” әҫәре. Ул сәхнәлә ике йөҙ тапҡыр тирәһе ҡуйылды. Күп балалар, мине башҡа ролдәрҙә күрһә лә, “Чиполлино!” тип ҡысҡыра (йылмая – авт.). “Тамыр”ҙың әкиәттәрендә лә ихлас, бар күңелемде биреп уйнаным. Ғөмүмән, һәр эш ысын күңелдән башҡарғанды талап итә. Балалар өсөн тир түккәндә – бигерәк тә, сөнки кескәйҙәр өсөн атҡаҙанған йәки халыҡ артистарының уйнауы мөһим түгел, улар сәхнәлә ҡуян, бүре, айыуҙы күрергә теләй.
– Актер булмаһағыҙ, ниндәй һөйнәр һайлар инегеҙ? Ғөмүмән, был өлкәлә берәй бойомға ашмаған хыял ҡалдымы?
– Археолог булыр инем, сөнки эҙләнергә, соҡонорға яратам. Ауылда нигеҙ буйҙарында элекке көнкүреште сағылдырған берәй әйбер табып, уларға ҡулым тейһә, тәнем зымбырлап китә хатта.
– Атайһыҙлыҡ. Һәр заманда ла кешелекте тетрәткән был яҙмыш касафаты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙе лә урап үтмәгән. Ул үҙегеҙҙә ниндәй сифаттар тәрбиәләне, нисек сыныҡтырҙы? Атайһыҙҙарға, ғәҙәттә, ярым етем күреп, йәлләп ҡарарға күнеккәндәр, ә был бит улай түгел. Атайһыҙҙар атайлыларға ҡарағанда ла көслөрәктер әле... Был йәһәттән фекерегеҙҙе ишетке килә.
– Минең уйлауымса, ата-әсәләр теге донъяға киткән осраҡта ла, уларҙың рухы балаларын ҡурсалай, йәшәүгә көс биреп тора. Мин һәр ваҡыт атайымдың рухын, уның ярҙамын тойоп йәшәйем. Ул мине бәлә-ҡазанан ҡурсалай.
Төрлө ғаиләләр, төрлө хәлдәр була. Атай-әсәйле булып та, бәхетһеҙ йәшәгәндәр бар. Ә мине интернат тәрбиәләне, быға рәхмәт. Ул төрлө сетерекле хәлдәрҙән сығырға, йәшәүгә йәбешеп ятырға, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәтте.
Атайһыҙҙарҙа, минеңсә, ниндәйҙер күҙгә күренмәгән бер көс бар кеүек.
Һәр кемдең был донъялағы төп тәғәйенләнештәренең береһе – үҙ артынан тоҡом ҡалдырыу. Атайҙарҙың теге донъяға китеүенән бигерәк, ҡайһы берәүҙәрҙең атай булырға өлгөрмәй фанилыҡҡа күсеүе ҙурыраҡ үкенес тыуҙыра.
– Һөйләшеүебеҙ тормош хаҡында тәрән фәлсәфәгә төшөп китте... Ижадҡа кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Һеҙ, театрҙағы эшмәкәрлегегеҙҙән тыш, төрлө туй-мәжлестәрҙә тамада булып та сығыш яһайһығыҙ...
– Был – актерҙар өсөн йәшәү ысулы. Әгәр ҙә төп һөнәрҙең эш хаҡы айына йөҙ мең һум тәшкил итһә, мин тамада булып та йөрөмәҫ инем. Беҙҙә генә түгел, Ҡазан, Мәскәү яҡтарында, шул уҡ Өфөләге Рус дәүләт драма театры актерҙарында ла күҙәтелә ул хәл – күптәр төрлө сараларҙа алып барыусы, тамада булып тамаҡтарын ҡайғыртыусан.
– Интернет селтәрендә бер ваҡыт Зөлфәр Әхмәтов менән берлектә “Ҡорҙаштар” проектын киң йәйелдереп, көн дә тиерлек ҡыҙыҡлы видеояҙмалар менән ҡыуандыра инегеҙ. Хәҙер ни сәбәпле туҡтап ҡалдығыҙ?
– Эйе, “Ҡорҙаштар” “туңдырылып һыуытҡысҡа инеп ятырға” мәжбүр булды, сөнки Зөлфәр театрҙан китеп, Рәсәй кимәлендә каскадерлыҡ менән шөғөлләнә, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа эшләй.
– Видеояҙмаларҙың сюжетын алдан уйлай инегеҙме, әллә барыһы ла камера алдындағы импровизацияға ҡайтып ҡала инеме?
– Алдан һөйләшеп, бар фантазияны эшкә егеп төшөргән видеолар ҙа бар. Мәҫәлән, мин Зөлфәргә идеяларымды һөйләйем, ә ул, өлкәнерәк кеше булараҡ, аҡылын “тоҡандыра” ине. Ә ҡайһы бер осраҡта ҡапыл илһам килеп, барыһы ла тиҙ рәүештә килеп сыҡҡан мәлдәр ҙә булды.
Бер ваҡыт театрға китеп барабыҙ, ингән ерҙәге шлагбаум, яҡынлашыуыбыҙҙы көтөп кенә торған шикелле, асылып китте. Эскә йүгереп инеп, ҡапыл башҡа килгән уйҙы һаҡсыға һөйләйем: “Әйҙә видео төшөрәйек: мин ҡулдарымды һелтәүем була, һеҙ шлагбаумды күтәрә торған төймәгә баҫаһығыҙ”. Ул да эстән тәҙрә аша төшөрөп тора, тышта егеттәр ҙә төшөрә. Был яҙманың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “БашДТП” төркөмөндә билдәлелек яулап, ҡырҡ меңдән ашыу кешенең ҡарағаны хәтерҙә.
Етди, социаль темаларға ла видеолар төшөрҙөк, юмор аша мөһим мәлдәргә иғтибарҙы йүнәлтергә тырыштыҡ: ҡорҙаш инә лә камераға: “Беҙ – башҡорттар! Башҡортса һөйләшергә тейешбеҙ, балаларыбыҙ телде белергә тейеш!” – ти. Шунан үҙе телефонын алып шылтырата ла: “Ало, сынок, привет! Молоко купить?” – тип һөйләшә башлай.
– Бөгөнгө көнүҙәк проблемаларҙың береһен яҡтыртыу булған был: башҡорт булып та, башҡортса яҡшы белеп тә, ҡайһы берәүҙәр өйҙә балалары менән русса аралаша...
– Был – ысынбарлыҡ, уның тап шулай булыуына халыҡтың был видеояҙмаға ҡарата ифрат күп фекер белдереүен күреп инандыҡ. Сатира – иң көслө ҡоралдарҙың береһе ул.
– Бер-ике һүҙ менән генә “Бер-ике һүҙ” проекты хаҡында фекерегеҙҙе әйтһәгеҙ ине. Сценарий авторҙары – Лилиә Исҡужина менән Азамат Юлдашбаев. Бик ҡыҙыҡлы. Азамат ағайға сценарий яҙып биреүен һорап үҙегеҙ мөрәжәғәт иттегеҙме? Ул үҙе ошо эшкә тотонғас, был проекттан “бомба” көтөргәлер?
– Азамат Юлдашбаевҡа үҙем мөрәжәғәт иттем, сөнки уның тормошҡа башҡа бер кемдекенә лә оҡшамаған фәлсәфәүи ҡарашы, ҡыйыу фекерҙәре, битлекһеҙ асылы арбаны. Ул – ирекле ижадсы. Сценарий яҙыуға шулай уҡ күп өлөштө Лилиә Исҡужина (М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы – авт.) индерҙе, хатта иң ауыры уның елкәһенә төштө, тип әйтергә лә ярайҙыр.
“Бер-ике һүҙ” – үҙенә күрә бер театраль стендап, тормошомдағы теге йәки был ваҡиғаларҙы, мине борсоған темаларҙы сәхнә аша һөйләү ул.