Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Ноябрь 2019, 12:50

Урал Зәйнуллин ни өсөн магазиндан оялып сығып киткән?

“У-ууй, һеҙ бит Мөжәүир хәҙрәтте уйнаған актер! Шул тиклем матур башҡараһағыҙ, һеҙҙе хәҙрәт олатайҙың үҙе кеүек ҡабул итәбеҙ”.

Лира Яҡшыбаеваның Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәләштергән “Әүлиә” спектакле (режиссеры – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Ғәлимов) республиканың төрлө төбәктәрендә ҡуйылып, халыҡ тарафынан бик йылы ҡабул ителде.
Автор үҙе спектаклгә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе лә бәйән иткәйне. Спектаклде Сибай театрында ҡуйған мәлдә, НКВД хеҙмәткәре Мөжәүир хәҙрәтте яман һүҙҙәр менән әрләп, тибеп тә ебәргәс, бер әбей: “Нишләп хәҙрәткә тейәһең! Туҡта хәҙер үк! Үҙеңдең кәрәгеңде бирәм бит!” – тип урынынан һикереп тора. Эргәһендә ултырыусылар: “Был бит спектакль”, – тип саҡ тынысландыра оло кешене. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: был хәлгә залда бер кем дә көлмәй, моғайын, күптәр хис-тойғоһон ярып һалған әбей менән теләктәш булғандыр ул минуттарҙа.
“Әүлиә”лә төп ролде башҡарған актер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Зәйнуллин да был сәхнә әҫәренең, хәҙрәт роленең уға ныҡ тәьҫир итеүен билдәләй. Бер мәл дуҫтары килеп төшкәс, аралашып ултырыу өсөн берәй спиртлы эсемлек һатып алыу уйы менән магазинға инә. Шул саҡ сиратта торған бер кеше: “У-ууй, һеҙ бит Мөжәүир хәҙрәтте уйнаған актер! Шул тиклем матур башҡараһағыҙ, һеҙҙе хәҙрәт олатайҙың үҙе кеүек ҡабул итәбеҙ”, – тип рәхмәт әйтергә тотонғас, оялып, алыр нәмәһен дә алмай магазиндан сығып китә. Ысынлап та, Урал Зәйнуллиндең был ролде юғары кимәлдә башҡарыуын спектаклде ҡараған һәр кем билдәләй.
Фото: culture.ru
Читайте нас