Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Ноября 2019, 06:11

Был фестиваль тарихта уйылып ҡаласаҡ

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә I балалар һәм йәштәр театрҙары республика фестиваленә йомғаҡ яһалды.

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә I балалар һәм йәштәр театрҙары республика фестиваленә йомғаҡ яһалды.


“Мәҙәниәт” милли проек­тына ярашлы ойошторолоп, 11 ноябрҙән алып барған фес­тивалдә Баш­ҡортос­тан­дың туғыҙ төбәгенән ижади төркөмдәр ҡатнашты. Улар­ҙың барыһының да сығыш­тарын мәртәбәле баһалама ағзалары төрлө номинация­ларға һәм призлы урындарға бүлде.
Еңеүселәрҙе республи­каның мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев тәбрикләне.

– Бөгөнгө сара изгелек сәсә һәм уның тап йәштәр театры бинаһында үтеүе – яҡшы күре­неш. Был беҙҙең әле беренсе генә аҙым, уны матур итеп дауам итергә яҙһын, ошондай фестивалдәр артабан да ойош­торолорға тейеш, – тине ул.
Йәш артистарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге етәк­сеһе Артур Әлибәков та ҡот­ланы һәм ҡыҙыҡлы күҙәтеүгә туҡталды: Башҡортостан мәҙәни эшмәкәрлек йәһәте­нән Рәсәй буйынса тәүге урындарҙың береһен биләй, ә халыҡтан былтырғы һорау алыу һөҙөмтәләре республи­кабыҙҙа йәшәгән һәр бишенсе кешенең театр тормошона бәйле икәнлеген иҫбатлаған.
Әхтәм Абушахманов, Фәр­дүнә Ҡасимова, Таң­сулпан Бабичева, Олег Ханов, Хөр­мә­тулла Үтәшев кеүек бил­дәле сәхнә әһелдәренән торған баһалама комиссияһы һәр ижади коллектив ҡуйған сәхнә әҫәрҙәрен ентекле күҙҙән үткәргән. Әйткәндәй, улар ҙа йәш сәхнә әһел­дә­ренә һоҡланыуын йәшер­мәне.
Өсөнсө дәрәжә дипломға – Өфө ҡалаһынан “Ҡолонсаҡ”, икенсе дәрәжә дипломға Благовещендан “Отражение”, Стәрлетамаҡтан “Шут с нами” балалар өлгөлө театр коллективтары лайыҡ булды, беренсе тип был бәйгелә Белореттан “Надежда” ижади коллективы, Стәрлебаш районынан “Ств театр” халыҡ йәштәр театры танылды. Ә абсолют еңеүсе – Салауат ҡалаһынан “Арлекин” өлгөлө балалар театры.
Тантанала “Арлекин”­дар тамашасыларҙы М.Кә­римдең повесы буйынса ҡуйылған “Өс таған” спектакле менән ҡыуандырҙы.

Читайте нас