Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Ноябрь 2019, 12:10

“ҺИҢӘ...” ТИП ЙӘШ ШАҒИРӘ КЕМГӘ ЯҘҒАН?

Быйылғы көҙ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты өсөн уңышлы булды. Яҙыусылар союзының “Йәштәр тауышы” серияһында бер юлы өс студенттың китабы донъя күрҙе. Артур Ғабдуллиндың “Миләш тәлгәше”, Айгөл Йәмилеваның “Ҡапма-ҡаршылыҡтар”, Динә Солтанованың “Һиңә…” тип исемләнгән яңы шиғри йыйынтыҡтары.

“Бәхетең булһын яныңда...”


Быйылғы көҙ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты өсөн уңышлы булды. Яҙыусылар союзының “Йәштәр тауышы” серияһында бер юлы өс студенттың китабы донъя күрҙе. Артур Ғабдуллиндың “Миләш тәлгәше”, Айгөл Йәмилеваның “Ҡапма-ҡаршылыҡтар”, Динә Солтанованың “Һиңә…” тип исемләнгән яңы шиғри йыйынтыҡтары.


Ошо исемдәр араһында Динә Солта­нованың күп яҡлы ижады иғтибарҙы йәлеп итә. Ҡайҙа ҡарама – Динә! БЮТ-ты төндә ҡуйһаң, “Ҡорос” халыҡ театрының “Тиле йәшлек” спектакле бара. Унда Динә – Шифабикә ролендә, “Башҡортостан” гәзите һәм “Шоңҡар” йәштәр журналын асһаң, уның сағыу, йөкмәткеле мәҡәләләре ҡыҙыҡһын­дыра. Курсташымдың шиғырҙарын уҡығанда йоҡлап ятҡан фекер уяна, ундағы образдар һине ылыҡтыра һәм аныҡ ҡына күҙ алдына баҫа. Йәш булһа ла, тәрән уйланыуҙары, йыһанға ынтылған хыялдары һоҡландыра. Факультетыбыҙҙа замандашыбыҙҙың китабының исем туйы үтте.

Белорет районының Йөйәк ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәп йылдарында уҡ ҡәләм тибрәтә, тик был уның һөнәре, күктән би­рел­гән һәләте икәнен бик тиҙ аңламай. Ғаиләлә дүрт ҡыҙ бала үҫә улар. “Мине әсә­йем донъяға яңғыҙымды ғына килтермәгән. Игеҙәгем Дилә бар. Беҙҙең арала ниндәйҙер сихри бәйләнеш: бер-беребеҙҙең хәлен, һаулығын йыраҡ аранан да тоябыҙ. Бер йө­рәктең ике яртыһыбыҙ. Шуға ла “Йөрәк­кәйемә” бүлегендә Диләмә бағышланған шиғырҙар тупланған. Уға ҡыйын булһа, шунда уҡ һиҙәм, һыҙланам. Беҙ тыуғанда ҡыҙыҡ хәл булған: атайым ике ҡыҙҙан һуң, хәҙер малай булыр инде, тип көткән. УЗИ-ға барғас, береһе – мотлаҡ малай, ә икенсеһе – ҡыҙ, тигәндәр. Уйылдан исемен дә уйлап ҡуйғандар. Әсәйем бәпес тыуҙырған көндә атайым ауыл буйлап “Минең улым менән ҡыҙым тыуҙы!” тип һөйләп, бала табыу йортона килгән. Ә килһә, ике бәләкәс кенә ҡыҙ бала – Дилә менән мин!..”


“Һинең өсөн генә ҡурҡыныс…” шиғырында игеҙәге Диләгә бына нимә тип яҙа шағирә:

Иң ҡурҡыныс төштәреңде бирсе миңә,

Бирсе миңә, зинһар, һағышың.

Үкенеүҙәр, йөрәк әрнеүҙәргә ҡуша

Шик-шөбһәңде бирсе, ялғышың…


Болоттарың, зинһар, ситкә ҡыуаласы

Ошо ғына һиңә үтенес.

Ә төнөңдө икәү яҡтыртырбыҙ, иркәм.

Һин бары тик, зинһар, бул тыныс.

Һинең өсөн генә ҡурҡыныс…


Тормоштағы төрлө боролоштарҙы үтеп, яҙылған шиғырҙарын юғалтып, уларҙы бер урынға йыймайынса, ижадына еңел-елпе ҡараш менән йәшәгән Динә үҫмер саҡта­рында. Ҡайһы бер ваҡытта үҙен юғалтҡан кеүек тоя ул. Ауыл мәктәбендә уҡығанда, уҡытыусыһы Гөлнур Мирза ҡыҙы бәләкәй ҡыҙҙың шиғыр яҙыуын белеп ҡала һәм мәктәп директоры Ринат Шәйбәковҡа күрһәтә. Шул ваҡыттан алып уҡытыусыһы Динәне төрлө бәйгеләргә йөрөтә, рифмалар биреп, шиғыр яҙырға ҡуша. Артабан был ҡыҙыҡ­һы­ныу көсәйә һәм кемдер ҡушҡанға түгел, үҙе шиғырҙар ижад итә башлай. Мәктәпте тамамлап, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетына ингәс, “Тулҡын” әҙәби берекмәһендә шөғөлләнә. Шиғриәткә булған һөйөү, ижад итеү теләге көсәйә, үҙенә ышаныс арта.


Йәш булыуына ҡарамаҫтан, бай йөкмәт­келе йыйынтыҡ сығарған ҡыҙ. Унда “Инә­йемә”, “Тыуған еремә”, “Йөрәккәйемә”, “Бәхет тураһында”, “Ергә һыймаҫ ине мөхәббәтем” кеүек бүлектәр бар. Әлбиттә, һәр кеше өсөн был донъяла иң ҡәҙерле кеше – әсәй. Динә лә үҙенең баш һүҙендә ғәзизенә рәхмәттәр әйтте. Динә өсөн мөхәббәт тормоштағы айырылыуҙарҙан, аһ-зарҙан ҡотолоу сараһы булып тора. Кешелек донъяһындағы иң ҙур һәм саф хис ул. Йәш шағирәнең һөйөүҙән, ялҡынлы хис-тойғонан сәсәп йөрөүе аңлашыла һәм былар барыһы ла уның ижадында сағыла.


Ергә һыймаҫ ине мөхәббәтем,

Сыҡһа инде әгәр йөрәктән!

Дауыл булып берҙе шаулар ине,

Булыр ине бер күл тын ятҡан.


Булыр ине ҡояш нуры һиңә,

Наҙлап-наҙлап йәнең йылытыр:

Булыр ине һинең айың төнөн,

Сере тыңлап, юлың яҡтыртыр.


Был шиғырҙа лирик герой үҙенең кисе­рештәрен еткерер өсөн сағыштырыуҙар, эпитеттар, метафораларҙы оҫта ҡуллана. Әҙәби әҫәрҙә һүрәтләү саралары, образ­дарҙың сағыу һәм теүәл булыуы мотлаҡ.


Динә Солтанованың ижадының төп күрһәткесе – үҙ-үҙен эҙләү. Эске донъяға табан барғанда, асылына ҡайтыу юлында төрлө-төрлө уйҙарға сорналып китә шағирә. Ҡыҫҡаһы – үҙен шәхес булараҡ танып белеүҙән тыуған шиғырҙары, форма яғынан ҡыҫҡа булһа ла, мәғәнә яғынан үтә лә тәрән. Дүрт юллыҡ йә бер строфалыҡ шиғырға глобаль фекер һала белеү – ҙур оҫталыҡ! Был тәңгәлдәге шиғырҙарында авторҙың тормош фәлсәфәһе ярылып ята.


2019 йылдың йәйенән талантлы ҡыҙ “Шоңҡар” йәштәр журналына эшкә саҡырыла. Бер аҙҙан Динәбеҙ күптәр белем алырға теләгән уҡыу йорто – М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына юллана.


“Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, драматург Мөнир Ҡунафин уның хаҡында, журнал хеҙмәткәре булараҡ та, форма­лашҡан шәхес булараҡ та, бына ниндәй фекер әйтте: “Динә – ул өлгөргән журналист, үҙенсәлекле, образлы фекерләгән ижадсы”.


БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Сәмситова: “Өфө, Башҡортостан, хатта Рәсәй кимәлендә оло ваҡиға, тип әйтә алам. Йәп-йәш булыуына ҡарамаҫтан, билдәлелек яулап өлгөргән, IV курста ғына уҡыһа ла, китап сығарған Динә Солтанованың ижад кисәһендә ғорурланыу кисерәм. Үткән йылда уның курсында ҡушма һөйләм синтаксисынан дәрес алып барҙым һәм Динәнең үҙенсәлекле фекер йөрөтөүе, башҡаларҙан айырылып тороуы уҡытыусы булараҡ иғтибарымды йәлеп итә ине. Һөйләмдәрҙе шағир төҙөгәне күренә. Динә тос фекерле, образлы миҫалдары менән хәтерҙә ҡалды”, – тип йылы теләктәрен еткерҙе.


“Университетта үткән йылдарыма, юлымда осраған һәр уҡытыусыға һәм кешеләргә сикһеҙ рәхмәт! Бында шиғырҙарымды яратырға, һайларға, улар өҫтөндә эшләргә өйрәндем. Ҙур шиғриәткә етди маҡсаттар менән килгәнем өсөн бәхетлемен”, – ти Динә.

Ҡояш балҡығанда йондоҙ эҙләп,

Йондоҙҙарҙа күҙләп ҡояшты,

Эҙләгәнен таба алмай ҡалғас,

Бәхет юҡ, тип берәү алдашты.


Сәскә булһа әгәр һалҡын ҡышта,

Ҡарҙар яуһа әгәр йәйҙәрҙә,

Иң бәхетле булыр инем, тине,

Булыр инем, тине, әгәр ҙә…


Бәхеттең бит үҙ миҙгеле булмай,

Артыҡ сәбәп уға кәрәкмәй.

Өркөтөрһөң уны тотам тиһәң,

Бәхет – бер гүзәл күбәләктәй.


Бәхет ята һинең күңелеңдә,

Ыҙаланма эҙләп сит яҡтан.

Тоя белеп өйрәнергә кәрәк,

Тик шунда бәхетең атыр таң.


Һәр бер көндә, һәр бер ваҡиғала,

Күрә белһәң әгәр матурлыҡ,

Бәхетеңде тоя беләң, тимәк,

Һиндә йәшәй, тимәк, яҡтылыҡ!


Сараға йыйылған һәр кеше Динә хаҡында тик йылы хәтирәләр, рәхмәт һүҙҙәрен “тейәп” килгән. Һәммәһенең янып торған, илһам­лан­ған күҙҙәрендә шул уҡ һоҡланыу, заман­дашыбыҙ менән ғорурланыу һәм ҙур ихтирам сағыла ине. Уның ҡабатланмаҫ йылмайыуы хаҡында әйтмәгән бер генә лә кеше булманы. Эйе, ысынлап та, Динәнең йылмайыуы Гага­ринса: асыҡ һәм онотолмаҫлыҡ. Ижады ла бөйөк космонавты әсир иткән йыһанға ынтылған. Бер шиғырында ул:

Эх, Гагарин булһам әгәр,

Осор инем йыһанға!

Йондоҙҙарҙың емелдәүе

Һеңгән шул минең ҡанға.

Осһам әгәр, тотор инем

Кометаның ҡойроғон;

Осһам әгәр, ҡосор инем

Арыҫлан йондоҙлоғон.

Ҡояштың һәр бер нурын мин

Йыйыр инем үҙемә.

Йыйыр ҙа таратыр инем мин

Ғәзиз тыуған еремә.

Айҙың моңһоу йөҙөнә мин

Йылмайыу һалыр инем.

Яҡты нур булып кешенең

Йөҙөндә ҡалыр инем.

Осһам әгәр мин Йыһанға,

Булыр инем бер йондоҙ.

Балҡыр инем, ялҡынланып,

Төнөн һәм хатта көндөҙ.

Эх, Гагарин булһам әгәр

Йыһанға осор инем!

Кис һайын күккә ҡарап мин

“Эх! Бер осормон!” тим.


Бына ниндәй хыялдар менән йәшәй йәш шағирә, журналист, тәржемәсе – Динә Солтанова. Динә, Мәскәүгә кесе Ватаныбыҙҙы шаңдау итеп кенә түгел, ә уның бер өлөшөн үҙең менән алып барырһың, милли әҙәбиә­тебеҙҙе популярлаштырырһың тигән ышаныста һиңә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.


“Шағир икенсе шағирға нимә бүләк итһен инде?... Әлбиттә, шиғыр”, – тине Айгөл Йәмилева һәм шиғыр уҡыны:

Һин бәхеттән генә яралғанһың,

Шул бәхетең булһын яныңда.

Шул бәхетең ҡыҫып ҡосаҡлаһын

Ауырлыҡтар баҫҡан сағыңда.


Тик шиғырҙан ғына яралғанһың,

Һәр бер юлы сәсә изгелек.

Дуҫым, тиһәм, бик аҙ булыр һымаҡ,

Һеңле кеүекһең һин иң элек.



Читайте нас