Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Ноября 2019, 10:34

Үлергә өс көн ҡалғас…

– Өс көн, бары тик өс көн… Мал булмаясаҡ был, – тип теге йөҙ юғал­ды. Аяҡ тауышы ла ишетел­мәй башланы, китте шикелле. Тын­лыҡ баҫты. Был һүҙҙәрҙе мин генә түгел, малайҙар ҙа ишетте. Шаҡ ҡаттылар: бер кем дә һүҙ ҡуш­май, тын да алмай баҫып тора.

Бөгөнгө иртә лә ҡәҙимгесә матур башланды. Сағыу ҡояш шул уҡ уры­нында яҡты нурҙарын һибә. Ауылда тынлыҡ. Ара-тирә ҡысҡыр­ған әтәс тауышы ла был тынлыҡты боҙа алмай. Ә балаларына тырышып ем ташығанда сырҡылдаған сы­йырсыҡ, безләп осҡан бал ҡорт­тары күңелгә рәхәтлек бирә. Янымда ғына тауыҡтар тибенеп йөрөй, ауыр эш ҡылғандай, уфылдап Аҡ­түш яныма килеп ятты. Күҙҙәре әл­лә минең ҡулды, әллә тик тор­маған ауыҙымды (күтәрмәлә ҡыҙыл эремсек ашап ултырам) күҙәтә.
– Баҫ һуң, баҫ! – тигәс, Аҡтүш артҡы аяҡтарына баҫты ла, өмөт­ләнеп, күҙҙәрен миңә төбәне. Күр­мәй ҙә ҡалдым: ауыҙына эләккән эремсек юҡ та булды. Шул ваҡыт мине урамға саҡырҙылар. Ҡалған эремсекте ашыға-ашыға Аҡтүшкә бирҙем дә, сыбыҡ атыма атланып, урамға ашыҡтым. Тимерйән, Мозафар, Рафаил, Миңнислам, Ғәли­нур һәм Вәғиз үҙҙәренең ярһыу “ат­тарын” саҡ тыйып мине көтәләр ине.
Беҙҙең алда күңелле, мажаралы көн. “Алға, тик алға!” тип бер рәткә теҙелдек тә “аттарыбыҙҙы” алға әйҙәнек. Керҙәрен элеп кенә бөткән Зәкиә әбей:
– Шайтан туйымы был, әллә ен туйымы? – тип юҡҡа әйтте. Беҙ борҡотҡан саңға батҡан керҙәреңде тағын бер тапҡыр йыуаһың инде хәҙер. Яҡындағы тыҡрыҡтан әйләнеп килеп геүләшеп әйләндек тә Оло ярға һыу ҡойонорға киттек. Көлә-шаяра рәхәтләнеп һыу керҙек. Ҡояшта ҡыҙынып ятҡанда кемдер:
– Әйҙәгеҙ, кисәге кеүек теге бурала ҡыуышлы уйнайбыҙ, – тип тәҡдим итте. Барыбыҙ ҙа ризалашып, “аттарға” мендек тә шунда йүгерҙек. Зәкиә әбейҙең асыуына тейергә теләп, тағы бер тапҡыр беҙҙең урамдан туҙан туҙҙырып уҙҙыҡ. “Аттарыбыҙ” ярһыу, үҙебеҙ шәп булғас, Сорур әбейҙең беҙ менеп йөрөгән кәзә тәкәһе “аттар” аҫтында ҡала яҙҙы, имгәнә ине. Бура өҫтөнә менгәс, тирә-яҡҡа күҙ һалдыҡ: беҙ күтәргән юл туҙаны баҫылмағайны әле. Шулай ҙа Зәкиә әбейҙе шәйләп алдыҡ. Шау-гөр килеп ҡыуыш уйнай башланыҡ. Уйын шул ҡәҙәр ҡыҙҙы: бер мәл әллә яңылыш баҫтыммы, бура башынан остом да төштөм. Башым бысҡы вағы өйөмөнә төшһә лә, арҡам менән ҡаты бәрелдем. Әллә үҙем ҡысҡырҙым, әллә эстә нимәлер шартлап өҙөлдө, һәр хәлдә, ҡола­ғыма шундай тауыш ишетелде. Тын алыуым ауырлашты, ботом буйлап үксәгә табан йылы йылан шыуып төшөп киткән кеүек тойолдо, ҡайҙан килеп сыҡҡандыр? Ауыҙ ситенән, морондан йылы һыу аға башланы.
Ҡанмы әллә тип күлдәк итәгенә һөрткәйнем, һыу кеүек нәмә булып сыҡты. Ҡыйын, бик ҡыйын булһа ла, ҡырыная биреп яттым да уҡ­шып ҡоҫоп ебәрҙем. Аяҡ-ҡул­дарым йөрөй кеүек. Яйлап ҡына тороп ултырҙым. Эсемме, әллә ҡа­лаҡ һө­йә­гемме ауырта, тын алырға ла ирек бирмәй. Ҡабырғаларымды, аяҡтарымды тотоп ҡараным, бары­һы ла төҙ кеүек. Ә бына бөрмәле сатин ыштаным еүеш ине: шунан ғына аңланым теге “йыландың” ҡайҙан килеп сыҡҡанын. Оялып ҡуйҙым. Шул саҡ юғарыла ла тауыш тынды. Мине эҙләй башланылар. Уларға яуап бирергә хәлем булмаһа ла, эҙләп таптылар.
– Нимә булды, нишләп ултыра­һың бында? – тип мине һырып алдылар. Шунда кемдер:
– Осоп төштө ул! – тип ҡысҡырҙы.
Тимерйән, мине яҡларға теләп:

– Йомортҡа һалған тауыҡ түгел дә инде ул осоп төшөргә, йығылып төштө тип әйт. Күргәс, ниңә миңә әйтмәнең? Эх, күрмәй ҡалғанмын шул, – тине ул әллә аптырап, әллә күрмәй ҡалғанына үкенеп.
Һыу эскем килә, тигәйнем, шунда уҡ консерва банкаһында шишмә һыуы килтереп бирҙеләр. Һалҡын һыу әллә ни тәмле булмаһа ла, эсемдең ауыртыуын бер аҙ баҫты. Тимерйән һалҡын һыуҙа сылатылған күлдәген башыма ҡуйҙы. Мин уны эсемә табан тарттым, рәхәт булып китте. Шул саҡ тәҙрә уйымында бер ҙур йөҙ күренде, ул шул ҡәҙәр ҙур ине, хатта түбәһе ябылмаған бура эсе ҡараңғыланып китте.
– Нимә булды? Әле генә гөр килә инегеҙ бит, – тип барыбыҙға ла аҡайып ҡараны ҙур йөҙлө апай.
– Бына бит йығылып төштө, әллә имгәнде инде? – тине кемдер.
Был апай миңә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла өс көндән һуң… үлә­сәгемде әйтте.
– Өс көн, бары тик өс көн… Мал булмаясаҡ был, – тип теге йөҙ юғал­ды. Аяҡ тауышы ла ишетел­мәй башланы, китте шикелле. Тын­лыҡ баҫты. Был һүҙҙәрҙе мин генә түгел, малайҙар ҙа ишетте. Шаҡ ҡаттылар: бер кем дә һүҙ ҡуш­май, тын да алмай баҫып тора. Күп­мелер торғас, Рафай менән Вәғиз:

– Ниңә өс көн, ниңә бөгөн, иртәгә түгел? – тип тынлыҡты боҙҙолар.
– Үләсәк малдың күҙе һүнә, тип әйтәләр. Ә һинең йөҙөң янып тора, – тине Тимерйән өмөтлө тауыш менән.
Белгән кешеләр кеүек, барыһы ла минең күҙҙәрҙе текәлеп ҡарап сыҡты. Эсем яңынан ауырта, арҡам һыҙлай башланы, уңайлыраҡ ултырырға тырыштым. Бер кем дә минән күҙен алмай, үлеп ҡуймаһын, тип ҡурҡалар, күрәһең. Үлемдең әлегә нимә икәнен белмәһәк тә, әҙ-мәҙ ишеткән бар ине. Былтыр Вәләметдин бабай үлгәс, Мәрйәм әбей: “Балалар бер итәк бит, нисек кеше итермен инде”, – тип арбаға йәбешеп илап барҙы. Зыяратҡа шунда беренсе барыуым булды. Баҡтиһәң, унда Ҡөрьән уҡыйҙар, аҡса тараталар һәм “Амин” тип биттәрен һыпыралар икән. Аптырарһың был кешеләргә: ниңә аҡса тараталар? Шулай ҙа ҡулыма кергән аҡсаға һөйөнә биреп, уны кеҫәмә һалып ҡуйҙым. Иш янына ҡуш тигәндәй, бер көн Фатима әбейҙең кәзәһенә тал йолҡоп бир­гәйнем, аҡса бирҙе. Һыу килтерһәм дә, аҡса биргеләй. Аласыҡ баҫмаһы аҫтына йәшереп ҡуйҙым, байтаҡ ҡына йыйылғандыр инде. Минең аҡсамды ла шулай та­ратып бирһәләр, харап эш бит! Бөртөкләп йый ҙа, шуны тарат­һын­дар, имеш. Үлем тураһында һөйләшеп, ашарға кәрәклеген дә онотҡанбыҙ. Шулай ҙа бер белдеклеһе гонаһы булмаған кешегә үлгәс рәхәт буласағын әйткәс, эскә йылы йүгерҙе.
– Бына һинең гонаһ ҡылғаның бармы? – тип миңә төбәлделәр. Ни­мә тип яуап бирергә? Мин бит гонаһтың нимә икәнен дә белмә­йем. “Белмәйем”, тип яуаплауыма ҡаршы барыһы ла бер тауыштан:

– Берәй этлек, насарлыҡ, яман­лыҡ ҡылғаның бармы? Ана шул гонаһ була, – тип аңлаттылар миңә.
– Булды шул, тинем. Сорур әбей тиргәһә, ындыр артында торған кәзәһенә ултырып йөрөнөм, энемде лә өйрәттем. Шунан Үлмәҫбикә әбейҙең тауыҡ ояһынан бер йо­мортҡаһын урлап, уны биш тингә һат­тым. Хәмит бабайҙың баҡсаһынан – ҡыяр, Фәтхетдин бабайҙыҡынан алма урланым. Зәкиә әбей кер йыуһа, бөгөнгө шикелле, туҙан туҙҙырҙым. Тағы бер гонаһымды онота яҙғанмын: Факиһа апай һыуҙан ҡайтҡанда, силәгенә тупраҡ һала инем. Бер көн был этлекте ул һыуҙан ҡайтып еттем тигәндә генә ҡылдым. Көйәнтәләп һыуға барыуын һоҡланып күҙәтәм. Һыуы бысранған, тағы бара бит инде ул шишмәгә. Гөлсөм әбей күршеләрен сәйгә йыйған ваҡытта барыһының да аяҡ кейеменә һыу ҡойоп сыҡтым.
Гонаһтарымды һөйләп биргәс, һауаплы ғәмәлдәрем тураһында һораша башланылар. Уларҙы әйтеп бөткәс, хөкөм сығарҙылар. Уларҙың фекеренсә, мин үлгәс, этлек күр­мәйәсәкмен, тағы бер-ике һауабым булһа, ожмахтың түрендә ултыра­саҡмын.
Был һүҙҙәр күңелемә һары май булып яғылмаһа ла, әсе ҡатыҡ та түгел ине инде. Ҡайтырға сыҡтыҡ, минең ыңғайға башҡалар ҙа яй ғына атлай. Беҙҙең “аттар”, әйтер­һең, көн буйы таш ташыған. Бер кемгә бер нимә һөйләмәҫкә һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ. Тимерйән генә янымда ҡалып, ҡапыл үлеп китһәм, уның нисек килеүен, үлгәс нимә буласағын һөйләүемде үтенде. Ризалаштым. Нисек йоҡлап киткәнемде һиҙмәнем дә, иртән йәнә эсем ауырта, арҡам сәнсеүгә уянып киттем.

Малайҙар берәм-берәм килеп, хәлемде белешеп китте. Рафаил тәмле кәнфит бирҙе. Мозафар мин юғалтҡан зырлы тәгәрмәсте алып килгән. Алмаҫҡа ине лә иҫәбем, барыбер ҡалдырып киткән. Тимер­йән ике банка ҡыҙғылт һыу һоноп, уны үҙемә генә эсергә ҡушты. Шунан “Үлем килмәнеме-юҡмы?” тип һораны.
Икенсе көн дә үҙгәрешһеҙ үтеп китте. Бары тик ауыртыуҙарым ба­ҫылды кеүек тойолдо. Шулай итеп, үләр көнөм дә килеп етте. Кис барыһы ла йыйылып, минең менән хушлашты. Ихатаға сығып, Аҡтүш­те ныҡ итеп яраттым да баҫма аҫтына йәшерелгән аҡсаны ҡара­ным. Йәл булһа ла, таратырға тура киләсәк бит инде. Аҡсаны кеҫәгә һалдым да өйгә кереп киттем.

Йоҡламаҫҡа тырышып күпме ятҡанмындыр, бер ваҡыт әсәйем­дең йылы ҡулын тойоп, икенсе яҡҡа боролдом. Минән нимәлер һораны шикелле, ләкин йоҡо аралаш аңлай алманым. Мин яуап бирмәгәс, әллә сирлеме, тип ҡулы менән маңла­йымды тотоп ҡараны.
– Һаташа балаҡайым, һаташа. Колхоз эше тип һине ҡарарға ваҡытым да юҡ, – тип һөйләнә-һөйләнә килеп китеүен хәтерләйем.
Мин уянғанда өйҙә тып-тын ине. Йыуынғыстан тамсы тыпылдап тама. Шомло тынлыҡ ине. Тимәк, мин үлгәнмен. Ҡулым менән кеҫәмде ҡапшап ҡараным – аҡсам урынында. Үҙем дә һиҙмәҫтән һикереп торҙом да “Ура!” тип өй тултырып ҡысҡырып ебәрҙем. Йоҡомһорап ултырған ата бесәй, асыҡ тип уйлап, тәҙрәгә һикерҙе, быялаһы селпәрәмә килде. Көндә­гесә тамаҡ ялғап алғас, тышҡа сыҡтым, ләкин бөгөн сыйырсыҡтар, әтәс тауышына иғтибар итеп торманым, малайҙарҙы урамға уҡ сы­ғып көтөргә булдым. Ҡосаҡлашып алдыҡ та, аттарыбыҙға атланып, урам буйлап саптыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көндә бер әбей ҙә кер йыумағайны.
…Йылдар үтте, дуҫтар таралышты. Улар менән ара-тирә аралашып торабыҙ. Ауылда ҡалған­дары иһә күркәм донъя көтә. Ҡайһы берәүҙәре гүр эйәһе булды инде. Минең бала саҡ дуҫым Тимерйән дә, ҡайғыларға күмеп, фажиғәле рәүештә был донъянан китеп бар­ҙы. Юҡ, юҡ, мин унан үлемдең ни­мә аңлатҡанын, үлгәс нимә бул­ға­нын һораманым. Үлемдең ҙур юғал­тыу икәнлеген хәҙер яҡшы беләм…
Ҡырмыҫҡалы районы,

Һәүәләй ауылы.
Читайте нас