Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Ноябрь 2019, 10:31

Ҡойоп ҡуйған балалар китабы

Гөлнур Яҡупованың “Тылсымлы ҡәләм” исемле китабында ысын-ысындан балалар әҙәбиәтенең алтын фондында ҡаласаҡ әҫәрҙәр тупланған. Был күп жанрлы йыйынтыҡтағы шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр һәм йомаҡтар уҡыусыларҙы алты йәшенән алып үҫмерлек осоронаса етәкләп барасаҡ, донъяны танып белергә өйрәтәсәк, изгелеккә, матурлыҡҡа өндәйәсәк.

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде.


Гөлнур Яҡупованың “Тылсымлы ҡәләм” исемле китабында ысын-ысындан балалар әҙәбиәтенең алтын фондында ҡаласаҡ әҫәрҙәр тупланған. Был күп жанрлы йыйынтыҡтағы шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр һәм йомаҡтар уҡыусыларҙы алты йәшенән алып үҫмерлек осоронаса етәкләп барасаҡ, донъяны танып белергә өйрәтәсәк, изгелеккә, матурлыҡҡа өндәйәсәк.


Ижады киң ҡоласлы


Әлеге көндә республикала киң билдәле яҙыусының балалар әҙә­биәтенә аяҡ баҫыуы оҙаҡ йылдар мин баш мөхәррир булып эшләгән “Аҡбуҙат” журналынан башланды, тимәк, 1991 йылдан. Илдә иҡтисади көрсөк, ҡағыҙға ҡытлыҡ, авторҙар табыу ҙа еңел түгел ине. Гөлнур Яҡупованың педагогия училище­һын тамамлауын, ике бала үҫте­реүен беләм, тоттом да өндәштем: “Әйҙә әле, балалар өсөн дә ижад ит, өлкәндәргә яҙғандарыңда тел байлығың ярылып ята, ә кескәй­ҙәргә был бигерәк тә мөһим”. Баш тартманы. Күп тә үтмәне, хикәйә килтерҙе. Башланғыс класс уҡыусылары даирәһенә бик ҡулай, фәһемле ине ул.
Әле лә хәтерҙә, “Рәхмәт яуған­да” тип исемләнгән хикәйәләге Әлфиә исемле ҡыҙыҡайҙың күрше инәйгә бәләкәс биҙрәләре менән шишмәнән һыу килтереп биреүе һәм, оло кешенең “Рәхмәт яуғыры балаҡай!” тигән һүҙен ишеткәс, ҡасан яуыр икән ул рәхмәт, тип көтөп йөрөүе. Иғтибарлап баҡһа, яуа икән бит рәхмәт: ҡояш көлөп тора, гелән баҫтырып аптыратҡан ата ҡаҙ уны суҡырға уйламай ҙа, күрше инәйҙең асыҡ тәҙрәһенән өҫтәлдәге еҙ самауырының “йырлап” ултырыуы ишетелә, баҡса­лағы гөлдәр, гүйә, баш ҡағып сәләм бирә! Хикәйәне “Изгелек” тигән рубрикала баҫып сығарҙыҡ. Образлы, уйланырға мәжбүр итә, халыҡтың һөйләшен еткерә, нотоҡ уҡымайынса, бармаҡ янамайынса, аҡыл бирә бындай әҫәрҙәр.
Артабан Гөлнур Яҡупова “Аҡбу­ҙат”тың әүҙем авторы булып китте. Тап шул йылдарҙа уның кескәйҙәр өсөн “Ярғанат” (1993) тигән хикәйә­ләр һәм “Ғәжәп хәбәр” исемле ши­ғыр­ҙар (1995) китаптары донъя күрҙе.
Күҙәтеп барыуымса, яҙыусы бөгөн дә балалар әҙәбиәтенә егәр­ле хеҙмәт итә. Был бик тә ҡыуа­ныслы күренеш, сөнки кескәйҙәрҙең психологияһын яҡшы аңлаған, уларҙың уйлап сығарырға, ғәҙәти булмаған яҫылыҡта фекер йөрө­төргә, ысынбарлыҡты фантазия аша ҡабул итергә һәләтле икән­дәрен оҫта файҙалана белгән яҙыусы ул.
Мәктәптәр менән бәйләнеш­тә­мен. Уҡытыусылар Гөлнур Яҡупо­ваның башҡорт телендәге “Үләнле ер үлмәгән, кейекле ер бөлмәгән” (2009 йыл), русса сыҡҡан “Заветы Красной книги” исемле китаптарын төрлө дәрестәрҙә йыш ҡулла­ныуҙарын телгә ала һәм авторға рәхмәт әйтә.
Ә инде “Тылсымлы ҡәләм”де китапханасылар балалар аудито­рияһында төрлө саралар уҙғарыу өсөн уникаль ҡулланма, мауыҡтырғыс, уҡымлы йыйынтыҡ, шуға ла ул йыш ҡына ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр ҡулында була, тип баһалай.
Ғөмүмән, әҙибәнең ижады киң ҡоласлы, күп ҡырлы булыуы менән һоҡландыра. Өлкәндәр өсөн ул шиғырҙар, поэмалар һәм романдар яҙып танылһа, балалар һәм үҫмерҙәргә үтемле әкиәт, йомаҡ жанрҙарына ла мөрәжәғәт итә.
“Тылсымлы ҡәләм” ике бүлектән тора: башланғыс класс уҡыусы­лары һәм үҫмер балалар өсөн. “Отҡорҙар” һәм “Сәйәхәтселәр” тип аталған ике бүлектә лә бер үк геройҙар – бер туған ике малай Азамат менән Салауат һәм Әлфиә исемле ҡыҙыҡай. Уларҙың мажа­раға бай, тынғыһыҙ, отҡор бала сағы хыялға сумған, ҡыҙыҡһы­ныусан, шаян, бар донъяны гиҙеп сығырға ынтылған үҫмерлек осорона барып тоташа.


Балалар мөғжизәгә ышана


“Сәйәхәтселәр” тигән бүлеккә саҡ ҡына күҙ һалып китәйек. Бүлек китапҡа исем биргән “Тылсымлы ҡәләм” тигән әкиәт менән башланып китә. Шуҡ малайҙар Азамат менән Салауаттың ҡолағына әсәйҙәренең иламһырап ниндәйҙер ҡан эскес йәтсәнең төндә ҡаҙ бәпкәләрен быуып сығыуы, атайҙарының шул йәтсәгә ҡапҡан һалыуы тураһындағы хәбәр килеп инә. Бына бер өҙөк:
“…Көндөҙ уйнап йөрөп онотһалар ҙа, йоҡларға ятҡас, теге йәтсә малайҙарҙың иҫенә төштө.
— Ағай, ҡапҡанды ҡарайыҡ, бәлки, анау йәтсә килеп эләккәндер, – тип шыбырланы Салауат Азаматтың ҡолағына.

Эңер ҡуйырған мәл. Малайҙар, аҙбар ишеген шым ғына асып, бәпкә ояһы яғына атланы. Бәй, унда әллә ниндәй ут бар кеүек? Ни күҙҙәре менән күрһендәр, мөйөштә бәләкәй генә ап-аҡ йәнлек сыйнап ултыра. Артҡы тәпәйе ҡапҡанға ҡыҫылған бахырҡайҙың. Ә яҡты ҡайҙан? Мөғжизә! Сысҡандан саҡ ҡына ҙурыраҡ был йәнлектең башында таж ялтырай, унан көлтә-көлтә нурҙар һирпелә, имеш.
— Һин йәтсәме әллә? – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды Азамат.
— Мин – аҡ йәтсә, йәғни йәтсәләрҙең батшаһы, – тимәһенме әлеге йәнлек.
Малайҙар шаңҡып ҡалды: кешесә өндәшә бит был! Сығып ҡасырҙар ине, әллә ҡурҡыуҙан, әллә берәй тылсымдан аяҡтары ҡуҙғалмай ҙа ҡуя.
Йәтсә ялбарырға тотондо:

— Зинһар, ҡотҡарығыҙ мине! Һеҙгә батшалығымдағы иң ҡәҙерле әйберемде бирәм, ҡапҡандан ысҡындырып иреккә сығарһағыҙ.
— Ҡанэскес, бәпкәләрҙе ниңә быуҙың? – тине малайҙар икеһе бер тауыштан.
— Ун бәпкә урынына йөҙ, мең бәпкә булыр, тик мине азат итегеҙ! – Һаман инәлде аҡ йәтсә.
— Ярар, беҙ һинең һымаҡ йырт­ҡыс түгел, ҡотҡарырбыҙ, әммә был тирәлә бүтәнсә эҙең булмаһын! – тине Азамат.
— Башҡаса ҡан эсмәҫкә һүҙ бир! – тип ныҡышты Салауат.
— Ант итәм, был яҡтарҙан бөтә ырыуым менән күсеп китәм, – шулай ышандырҙы йәтсәләр батшаһы.
Малайҙар ҡапҡандан ысҡын­дыр­ғас, аҡ йәтсә йылт итеп мөйөш­тәге ярыҡҡа инеп китте лә, ҡотҡарыусылары аҙбар ҡапҡаһын ябып торғанда, йәнә килеп сыҡты.
— Бына, вәғәҙә иткәнемсә, батшалығымдағы иң ҡәҙерле хазина, – тине лә малайҙарға бармаҡ буйы ғына бер нәмә һуҙҙы. – Был – ябай әйбер түгел, ә тылсымлы ҡәләм. Нимә теләйһегеҙ, шуның һүрәтен эшләп бирер ул һеҙгә.
…Таң атты. Һөрән һалып әтәстәр ҡысҡыра башлауға, икеһе лә һикереп торҙо. Кисәге хәл шунда уҡ иҫтәренә төштө. Тиҙ генә мендәр аҫтын ҡапшап ҡаранылар: эйе, ҡәләм унда, ысын икән.
– Әйҙә, һынап ҡарайыҡ, тылсымы бармы икән бының, әллә йәтсәләр батшаһы алданымы?
– Бәпкәләр яһаһын, – тине Салауат, – әсәй ҡыуаныр.
Тылсымлы ҡәләм шунда уҡ бәпкәләр һүрәте төшөрә лә башланы, әҙер булған береһе дәфтәр битенән иҙәнгә һикереп төшә тора – бына мөғжизә! Бер заман өй тулы бәпкә булып китмәһенме! Ярай әле, Азаматтың “Етер!” тип әйтергә башына килде, юғиһә бәпкә менән донъя тулыр ине.
Малайҙар мөғжизәгә тамам ышанды. Алдамаған икән йәтсәләр батшаһы!

Төндәрҙән бер төндө, кеше күрмәгәндә, ағалы-ҡустылы икәү урамға сыҡты. Тылсымлы ҡәләмгә уйынсыҡ айгиҙәргә оҡшағаныраҡ һауа карабы төшөрөргә ҡуштылар һәм, ул әҙер булғас, ултырып осоп та киттеләр…”


Әҙибәнең тылсымлы ҡәләме


Азамат менән Салауат был сә­йәхәттә иҫәпһеҙ-һанһыҙ мөғжизә­ләр­гә юлыға. Тылсымлы ҡәләм уларға өй ҙә, йыһаз да төшөрөп бирә, өҫтәл тулы ризыҡ та яһай, теләгән ерҙәренә юл да һыҙып бирә. Ахырҙа малайҙар ауылдарын, ата-әсәһен һағына, аҡ йәтсәнән өйҙәренә ҡайтарып ҡуйыуын үтенәләр.
Әкиәттең аҙағында Азамат ме­нән Салауат Тылсым илендә йәшә­гән Аҡ йәтсәнән хат ала. “Тот­ҡонлоҡтан азат иткәнегеҙгә рәхмәт йөҙөнән, мин һеҙҙең өсөн тылсымлы ҡәләм яҙған урман һабаҡтары – кешеләрҙең шәфҡәтенә мохтаж ҡырағай хайуандар, кейек ҡоштар, бөжәктәр, үлән-сәскәләр хаҡындағы әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар туп­ланым, уларҙы изге нәсихәт булараҡ ҡабул итегеҙ. Ер-һыуға, һәр йәнлеккә, һәр үҫемлеккә мәрхәмәтле булыуығыҙҙы телә­йем!” тип яҙылған була унда. Аҡ йәтсәнең был хатынан китаптың икенсе өлөшөндә бирелгән әҫәрҙәрҙең туған тәбиғәтебеҙгә арналыуы, уларҙа экология темаһы үҙәккә ҡуйылыуы аңлашыла. Бигерәк тә “Урман һабаҡтары” тигән баш аҫтында бирелгән “Хан ҡыҙы”, “Имсене кем имләгән?”, “Кәкүк ситеге”, “Йомаҡ ағасы”, “Энә ҡарағы”, “Маҡтансыҡ ҡарға”, “Тараҡлы кеҫәртке” тигән әкиәттәр иғтибарға лайыҡ: уларҙа үҙебеҙҙе туҡлан­дырған, тирә-яҡ мөхитебеҙгә йән һәм йәм биргән тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, һаран­лыҡ, тәкәбберлек, маҡтансыҡлыҡ, уғрылыҡ һәм башҡа кире сифат­тарҙың эҙемтәләре хаҡында киҫәтеү бар.

Ә инде “Һыу йөнө”, “Төлкө­ғойроҡ”, “Арышбаш”, “Ҡылысүлән”, “Еҙ ҡуңыҙ”, “Һыу сиңерткәһе”, “Суфый сиңерткә”, “Тауискүҙ”, “Аҡ торна”, “Ағуна”, “Беҙсуҡыш” һымаҡ шиғырҙар балаларға үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы хаҡында иҫ киткес бай мәғлүмәт биреп кенә ҡалмайынса, уларҙың тел байлығын үҫтереүгә лә булышлыҡ итә, йәғни теге йәки был үлән, ҡош-ҡорт атамаһының мәғәнәһе хаҡында уйланырға этәрә. Шул рәүешле, ҡәләм оҫтаһы үҙенең әҫәрҙәрендә китап уҡыусыларға бөтә нәмәне сәйнәп ҡаптырмай, ә уларҙың үҙҙәренә лә уйланырға, эҙләнергә урын ҡалдыра.
“Тылсымлы ҡәләм”дә төрлө әҙәби жанрҙар урын тапҡан, тинем. Был да китаптың уҡымлылығын көсәйтә. Йыйынтыҡ йомаҡтар менән ослана, һәм улар балаларҙы сәмләндереп, аралашыуҙы йәнләндереп ебәрә. Оҫта рәссам Мая Зияи төшөргән һүрәттәр ҙә уҡыусыларҙы ҡыҙыҡ­һын­дырыуға, эстетик зауыҡ тәрбиә­ләүгә ярҙам итә. Тап ошондай “Тылсымлы ҡәләм” һымаҡ йыйынтыҡтар ғаилә уҡыуҙары өсөн дә ҡулай.


Балалар йотлоғоп уҡырлыҡ әҫәрҙәр ижад иткән талантлы яҙыусы Гөлнур Яҡупованың йәш быуынға иғтибары һәр йәһәттән көслө икәнен дә әйтеп китеү фарыз. Ул йәш быуын өсөн рус, шулай уҡ сит ил классиктарының байтаҡ әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән. Үҙенең дә “Ҡыҙ бала” романы Ҡазанда татар телендә, “Илһөйәр” повесы Мәскәүҙә русса донъя күргән. Яҙыусы тыуған районы Ғафуриҙа әҙәби ижад менән мауыҡҡан мәктәп балалары ара­һында 19 йыл һуҙымында “Өмөтлө ҡәләм” ижад бәйгеһе алып бара. Был да уның балаларҙа әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүе, ижадҡа ылыҡтырыуы хаҡында һөйләй.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтәм: башҡорт балалар әҙәбиә­тенә тоғро хеҙмәт иткән талантлы яҙыусыбыҙ Гөлнур Яҡупованың үҫеп килгән йәш быуынды илһө­йәрлек, телһөйәрлек, әхлаҡлылыҡ рухында тәрбиәләүгә, уларҙың зиһе­нен, эстетик зауығын үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ тос өлөш индергән “Тылсымлы ҡәләм” китабы Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына һис һүҙһеҙ лайыҡ.
Читайте нас