Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Ноября 2019, 15:35

"Рәми", беҙ һинең менән осрашыуҙы көтәбеҙ!

Шағирҙың тыуған ерен күрмәй тороп, уның ижадын тулыһынса күҙ алдына килтереп тә булмаҫ ине.

Мин отпускта булған саҡта Салауат районы хакимиәте менән берлектә "Йөрәк һүҙе" проекты "Рәми" шиғриәт үҙәген асыуҙы тәҡдим иткән. Архитекторы – Рөстәм Әлибаев.

Дөрөҫөн әйткәндә, күптән бөйөк, халыҡсан шағирҙың тыуған яғында нимәлер эшләү теләге менән эстән яна инем. Был хаҡта яҙып та сыҡҡаным, хакимиәт менән дә фекер алышҡаным булды, сөнки Рәми Ғарипов – ул башҡорт һүҙ сәнғәтендә генә түгел, ә донъя шиғриәтендә күренеш булған ижад тыуҙырған шағир.

Рәми Ғариповтың ижады "Туған тел" шиғыры менән милләттәштәребеҙ күңеленә килеп инде. Әммә ул бит иң тәүҙә – тәрән хисле лирик! Ул бит бала сағынан көндәлектәр алып барған, һүҙ сәнғәтендә эпистоляр жанрҙы заманса балҡытҡан шәхес.

Ә "Минең антология"м китабы! Унда бит донъя әҙәбиәте өлгөләрен тыуҙырған ижадсыларҙың шиғырҙары башҡорт телендә балҡый!

Был объекттың Салауат районында булыуы бик ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки шағирҙың тыуған ерен күрмәй тороп, уның ижадын тулыһынса күҙ алдына килтереп тә булмаҫ ине. Ана Дағстанда йылдың-йылы "Аҡ торналар" фестивален үткәреп, Рәсүл Ғамзатовтың тыуған ауылында осрашыуҙар ойошторалар.

Рәми Ғарипов – ул ни тиклем милли шағир булһа, шул тиклем үк донъя кимәлендә фекер йөрөткән, ижад иткән шағир ҙа.

Беҙ һинең менән осрашыуҙы көтәбеҙ, "Рәми"!
Фото Салауат районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас