Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Ноября 2019, 13:15

"Йәшлек-шоу"ҙың гран-приһы кемдә?

Быйыл ул “Продюсерҙар ярышы” рәүешендә ойошторолдо. Һәр сығыш, һәр йыр бер театраль шоуға әйләнде.

Өфөлә XXVII “Йәшлек-шоу” республика йәштәр фестивале уҙҙы.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы әле бындай исем аҫтында, әләм менән ойошторолған “Йәшлек-шоу”ҙы күргәне булманы. Ҡатнашырға теләк белдереп ебәрелгән 50 ғаризанан 15-е генә үҙ тауышын тыңлатып ҡарау хоҡуғын алды һәм Өфөгә Әбйәлил, Благовар, Ейәнсура, Белорет райондарынан ете солист менән бер төркөм саҡырылды. Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады, “Ҡурай” телеканалы ойошторған был сара бер йылда ла йәштәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмай.

Заман менән бергә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында барлыҡҡа килгән, башҡорт йәштәрен үҙе эргәһендә туплаған “Йәшлек-шоу”ҙың да форматы үҙгәрҙе. Быйыл ул “Продюсерҙар ярышы” рәүешендә ойошторолдо. Һәр сығыш, һәр йыр бер театраль шоуға әйләнде. Сығыштарын тап ошолай әҙерләү өсөн йәштәргә ике аҙна ваҡыт бирелде. Быйыл һәр башҡарыусының үҙ остазы булды. Конкурсанттар менән Ринат Рамаҙанов, Айгөл Үтәгәнова, Таһир Әсәҙуллин, Илнур Рамаҙанов, Фәрүәз Рафиҡов (“Ҡурай” каналы), “Girza music” продюсер үҙәге эшләне.

Гала-концертта йәштәрҙе Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков тәбрикләне. “Арғымак” төркөмө, “ZAINETDIN” этно-шоу проекты, RNT, МС Баш, Таһир Әсәҙуллин, Алтынай Вәлитов, Илнур Рамаҙанов, Ябай малай и Вилли (ELVIN GREY PLAY), Ruzit, Зилиә һәм Юлиә Бәхтиевалар, “Бишбармак” төркөмө, Диана Шиһапова, Гөлйемеш Ҡылысова, Ләйсән Ғәлимова, Рузилә проекттары сараға йәм өҫтәне. Данлыҡлы “Дәрүишхан” төркөмө менән Рөстәм Ғиззәтуллиндың сығышы сараның тарихи балҡышы кеүек булды.

Шулай итеп, гран-приға Илнур Рамаҙанов әҙерләгән Өфө күп профилле һөнәри колледжы студенты Хәйҙәр Ибраһимов лайыҡ булды. Уға “Ҡурай” каналында клип төшөрөү өсөн сертификат тапшырылды.
Читайте нас