Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Ноября 2019, 12:35

Өфө сәхнәһендә 12 милләт ҡыҙы осраша

“МИСС INTERNATIONAL – UFA” исеменә кемдәр дәғүә итә? Беҙҙең Башҡортостан данын яҡлаясаҡ ҡыҙ кем?

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “МИСС INTERNATIONAL – UFA” республика конкурсының финалы үтә. Был этник конкурс быйыл икенсе тапҡыр ойошторола.
Үҙ мәҙәниәте менән беҙҙе ҡырғыҙ Айназ Усенканова, һинд ҡыҙы Фургана Хуршид, азербайжан Севда Мирзаева, сыуаш Марина Васильева, Куба һылыуы Вильена Гасо Эйлин Инес, әрмән ҡыҙы Екатерина Назаретян, рус сибәре Ангелина Бельская, башҡорт гүзәле Ленария Хәсәнова, татар һылыуы Регина Рәүилева, Ҡытай вәкиле Сон Юйчи, грузин ҡыҙы София Алханаидзе, Ангола һылыуы Франку Ванда таныштырасаҡ.
Башҡортостан данын яҡлаясаҡ Ленария Хәсәнова сығышы менән Хәйбулла районынан. Бәләкәйҙән сәнғәткә, халыҡ йырҙарына ғашиҡ булып үҫә, иң яратып башҡарған йыры – “Таштуғай”. Әлеге ваҡытта ул З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында V курста уҡый. Ленарияның тормош девизы – “Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә”. Башҡорт ҡыҙына мәртәбәле конкурста уңыштар теләйек!
Читайте нас