Башҡортостанда йәшәгән һәр милләткә дәүләтебеҙ ҙур иғтибар бүлә. Татар халҡы – төбәгебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Улар араһынан бихисап дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренең хеҙмәттәре Башҡортостандың үҫешендә ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн Төбәк-ара милли-мәҙәни татар автономияһының кәңәшмәһе үтте.
Ойошма инде ун йыл һөҙөмтәле эшләп килә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та үҙенең кәңәшмәгә юллаған хатында билдәләп китә:
“Төбәк-ара милли-мәҙәни татар автономияһы туған телдәрҙе, рухи мираҫты, татар халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән күп сараларҙы ойоштороусы булып сығыш яһай килә. Автономияның эшмәкәрлеге Башҡортостандан ситтә лә киң билдәлелек яулаған. Айырыуса “Туҡай моңдары”, “Татар ғаиләһе”, “Ике аҡҡош” кеүек ижади фестивалдәр күптәргә яҡшы таныш. Тап һеҙҙең автономия менән берлектә “Нур” Өфө дәүләт татар театры алдындағы майҙанда бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыу бойомға ашырылды.
Татар менән башҡорт милләтенең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге республиканың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ киләсәктә лә Башҡортостандағы милләт-ара дуҫлыҡты нығытыр тип ышанып ҡалам” тиелә хатта.
Кәңәшмәлә Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева ла ҡатнашты.
“Телдәрҙе һаҡлау – дәүләттең мөһим бурыстарының береһе. Башҡортостанда милли мәғарифты үҫтереү маҡсатында күп эштәр башҡарыла. Апрель айында Башҡортостан менән Татарстан республикалары араһында төҙөлгән килешеү һөҙөмтәһендә ике төбәктең урта, махсус, юғары уҡыу йорттары үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә башланы. Төбәгебеҙҙә башҡорт һәм рус телдәре менән бер рәттән ун бер тел туған тел булараҡ өйрәнелә. 665 мәктәптә татар телен уҡытыу атҡарыла, Башҡортостан буйынса биш татар гимназияһы эшләй. Татар теле уҡытыусылары һаны 606-ға етә. Шулай уҡ татар телен йәкшәмбе мәктәптәрендә лә өҫтәмә рәүештә өйрәнәләр. 103 балалар баҡсаһында телде өйрәнеү ойошторолған. Башҡортостанда татар телен үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған”, – тине ул.
Республика Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов башҡорт менән татар халҡының үҙ-ара хеҙмәттәшлегенең ныҡлы булыуын телгә алды, “Ике аҡҡош” фестиваленең күптән мәҙәни йолаға әүерелгәнен билдәләне.
Төбәк-ара милли-мәҙәни татар автономияһы рәйесе Римма Үтәшева тағы ла бер үҙенсәлекле мәҙәни сараны телгә алып үтте: май айында Бүздәк районында үткән “Бәлеш Fest” 37 төбәктән ҡатнашыусы йыйған.
“Ҡыҙыл таң” гәзите, “Толпар” йәштәр, “Әллүки” йәштәр журналдарының баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов сираттағы көнүҙәк мәсъәләгә туҡталды.
“Гәзит-журналдар рухи базаны нығыта, – тине ул. – Бөгөн, ниңә ул гәзит, барыһын да интернет селтәрендә уҡып барабыҙ бит, тигән ҡараш киң таралған. Бындай хәбәрҙәргә ышанырға кәрәкмәй. Беҙ Европаға ҡарап йәшәргә күнеккәнбеҙ, сөнки улар беҙҙән бер биш йылға алдан бара. Ә унда бит баҫма матбуғаттың бөтөүе күҙәтелмәй, киреһенсә, гәзит-журналға иғтибар арта. СССР ваҡытында Балтика буйы илдәрендә телдәрен, милләттәрен һаҡлап ҡалыу өсөн бер ғаиләлә өсөшәр гәзит алдырғандар. Ә беҙҙә нисек?.. “Гәзиттә уҡырлыҡ әйбер юҡ” тигән кеше, ғәҙәттә, шул баҫманы тотоп та ҡарамаған була”.
Кәңәшмәлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ла сығыш яһаны. Ул “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проекты эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған автономия вәкилдәрен дә ҡушылырға саҡырҙы.
“Бер ҡоштоң ике ҡанаты – туғандаш халыҡтар беҙ. Проекттар берләштерһен”, – тине ул.
Ете йыл шулай уҡ уңышлы эшләп килгән “Берлек” ойошмаһы вәкиле лә бар ине йыйылышта. Нәфисә Аҡсурина ойошмалары менән китаптар сығарыуҙары, айырыуса һүҙлектәргә иғтибар бүлеүҙәре, уларға бөтә Рәсәйҙән татар эшҡыуарҙарының ярҙам ҡулын һуҙыуы хаҡында һөйләне.