Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Ноябрь 2019, 17:48

Һәр яҡшы фиғел – һәйбәт тәрбиәнән

Тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ йорт-ғаилә мәшәҡәттәренә, тынғыһыҙ мәктәп эштәренә ҡарамайынса, әҙәби ижад менән шөғөлләнеп, бынамын тигән әҫәрҙәре менән уҡыусылар күңелен яулаған бихисап гүзәл заттар хаҡында гәзит-журналдар аша танышбыҙ, нәшер ителгән китаптары аша хәбәрҙарбыҙ, радио-телевидение тапшырыуҙары, интернет киңлектәре аша мәғлүмәтлебеҙ.

Фәһемле образдар ижад иткән.


Тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ йорт-ғаилә мәшәҡәттәренә, тынғыһыҙ мәктәп эштәренә ҡарамайынса, әҙәби ижад менән шөғөлләнеп, бынамын тигән әҫәрҙәре менән уҡыусылар күңелен яулаған бихисап гүзәл заттар хаҡында гәзит-журналдар аша танышбыҙ, нәшер ителгән китаптары аша хәбәрҙарбыҙ, радио-телевидение тапшырыуҙары, интернет киңлектәре аша мәғлүмәтлебеҙ.


Өлөшөбөҙгә төшкән яҙмыш


Мәҫәлән, Фирүзә Абдуллина әленән-әле яңы ши­ғырҙары менән һөйөндөрөп тора, Әлиә Саматова про­за өлкәһендә өмөтлө күренә, яңыраҡ Әнисә Аҫыл­ғужинаның яңы китабының донъя күреүенә шаһит булдыҡ, “Йөрәк һүҙе” шиғыр бәйгеһендә Ғәлиә Фәй­зуллина йөрәктәргә үтеп инерлек шиғырҙары менән тамашасы күңелен яулап, еңеүгә өлгәште һ. б. Афариндан башҡа ни тиһең инде.


Ошондай әүҙем ижад иткән мөғәллимә Әлнисә Алдырханова ла әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ул проза жанрында хикәйәләре, “Ҡойон” исемле тарихи-документаль повесы менән танылыу алды. Мәктәп саралары өсөн тәғәйенләнгән методик ҡулланмаларын да уҡытыусылар яратып ҡабул итте. Бына тағы бер һөйөнөслө ваҡиға: “Ағиҙел” журналының быйылғы тәүге һанында әҙибәнең “Тыматауҙа күк томан” тигән күләмле әҫәре донъя күрҙе. Жанры повесть-бәйән тип билдәләнгән. Әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, күңелдә матур тәьҫораттар уянды.


Повеста йәшәү мәғәнәһе, ғаилә, туғанлыҡ, ҡан-ҡәрҙәшлек мөнәсәбәттәре, кешеләр араһындағы социаль бәйләнештәр, әхлаҡи тәрбиә кеүек һәр заман өсөн көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә. Ошоға ярашлы, хәл-ваҡиғалар үҙәгенә бер быуын, бер нәҫел кешеләре яҙмышы ҡуйыла. Был – Ғәббәс һәм уның нәҫелен дауам итеүселәр. Улар өлөшөнә төшкән яҙмыш ил яҙмышынан, халыҡ яҙмышынан айырылғыһыҙ.


Әҫәрҙең йөкмәткеһе илебеҙ тарихындағы оҙайлы ғына осорҙо үҙ эсенә ала. Ваҡиғалар ағышында үткән быуаттың 30-сы йылдарында ауылда барған колхоз төҙөү, шул арҡала кешеләр араһында килеп тыуған киҫкен мөнәсәбәттәр күҙ алдына баҫа. Бына-бына тормош рәтләнә, эштәр яйға һалына тип торғанда, Бөйөк Ватан һуғышы башланып, бар ауырлыҡ, ҡайғы-хәсрәт халыҡ иңенә төшә. Был һынауҙарҙы ла үткәреп, ниһайәт, кешеләр тыныс тормошҡа аяҡ баҫа.


Автор ана шул ваҡыт арауығын төрлө фәһем алырҙай хәл-ваҡиғалар аша һүрәтләп, төп иғтибарҙы кешенең йәмғиәттәге урынына йүнәлдерә, ул һәр осраҡта ла үҙ асылына тоғро ҡалып, кешелек сифаттарын һаҡлап ҡалырға тейешле, тигән фекер үткәрә.


Быға ул повестағы иҫтә ҡалырлыҡ матур образдар ярҙамында өлгәшә. Шундай сағыу образдарҙың береһе – Ғәббәс. Смаҡ ауылында ул хәлле, иркен йәшәүселәрҙән һанала. Үҙ тырышлығы менән бар йорт-ҡаралтыһын, мал-мөлкәтен йыйған. Ике ҡатынын да мохтажлыҡ кисертмәйенсә, һәр икеһенә тигеҙ мөнәсәбәттә булып, донъя көтә. Беренсе ҡатыны менән “хан һарайындай” йортта йәшәһә, икенсеһенә лә йәтеш кенә өй һалып биргән. Ғәббәс – кешелекле, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, йүнсел, аҡыл менән эш итеүсе, заманға ярашлы фекер йөрөтә белеүсе ир-уҙаман булып кәүҙәләнә. Нәҡ шуға күрә лә ауылдаштары уны яңы ойошторолған колхозға рәйес итеп тәҡдим итә лә инде. Әммә изгелеккә яуызлыҡ менән яуаплап, власть даирәләрендә ҡуштанланып йөрөгән көнсөлдәр ҙә юҡ түгел…


Илебеҙ тарихында булып үткән хәтәр мәлдәрҙең береһе миҫалында яҙыусы йәмғиәттә кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен оҫта итеп һүрәтләүгә өлгәшкән. Һөҙөмтәлә кемдең кем икәне иңгә һынауҙар төшкәндә беленә тигән әсе тормош хәҡиҡәте үҙенән-үҙе иҫкә төшә лә абайыраҡ булырға иҫкәртә һымаҡ.


Тел хикмәттәре


Ғәббәсте йәмғиәткә хәүефле элемент һанап, һөргөнгә оҙатып, бар мөлкәтен тартып алдылар, ғаиләһен ҡыр типтеләр, ти. Был ваҡиға бер аҙҙан онотолдо ла, ти. Ә рәнйетелгән күңелдәр быны тиҙ генә хәтеренән сығарып ташлай алырмы? Бәғзе берәүҙәрҙең тар күңеллелеге, матди ғына түгел, рухи ярлылығы һөҙөмтәһендә бер нисә быуын кешеләре шул замандарҙың сарпыуын әленән-әле үҙ иңендә татып тора. Был – кулак, кулак ҡалдығы тигән мөһөр. Әммә повестағы образдар – Ғәббәс тоҡомдары һис кенә лә бирешә, яҙмыш елдәренә бөгөлә торғандарҙан түгел. Уларға хеҙмәт һөйөүсәнлек, йүнселлек, тырышлыҡ хас. Улар тәрбиәле булыуы, рухи байлығы менән үҙҙәрен кәмһетергә маташыусыларҙан күпкә өҫтөнөрәк.

Ғәббәстең ҡатыны Зөләйха ауырлыҡтарға баш эйеп, юғалып ҡалмай, ҡыҙҙарын эшһөйәр итеп тәрбиәләй. Ата-әсәһенә оҡшап, Зәйнәб тә зирәклеге, эшкә тилберлеге менән ауылда айырылып тора. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тракторсы һөнәре алып, көнө-төнө баҫыуҙарҙы иңләп, ерен дә һөрә, кейәүгә сығып, балалар ҙа үҫтерә, намаҙға ла баҫа. Ғәлиә менән Хәмдиә лә әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, атай рухына тап төшөрмәй.


Ниндәй һығымта яһайбыҙ? Повестан аңлашылыуынса, бар уңыштарҙың да нигеҙе – халҡыбыҙҙың борон-борондан изгелектәр ҡылып, яманлыҡтан йыраҡ булып, ата-әсә фатихаһын алып, уларҙы хөрмәт итеп, Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәтенә инанып йәшәргә өйрәткән ғаилә тәрбиәһе. Һәр яҡшы ғәмәл һәйбәт тәрбиәнән килә. Һәр кемебеҙгә был хәҡиҡәтте иҫтә тотоу зарур.


Повеста ил әсәһе, аҡыл эйәһе юғарылығына дәғүә итерлек һоҡланғыс образ бар. Ул – Ғәбиҙә (Зөләйханың әсәһе). Уның бай тормош тәжрибәһе һәр ваҡиғаға, күренешкә дөрөҫ баһа бирергә, балаларын төрлө яҙыҡ ғәмәлдәрҙән ҡурсалап ҡалырға мөмкинлек бирә. Әбейҙең телмәре үҙе бер хазина: тотошлайы менән мәҡәлдәрҙән, әйтемдәрҙән тора. Бик урынлы ҡуллана уларҙы, шуға күрә дәлилдәре лә кире ҡаҡҡыһыҙ килеп сыға.


Ғәбиҙә шундай тапҡыр һүҙҙәре менән эшлекле кәңәштәрен еткерергә лә, йәшәргә көс-ҡеүәт, рух күтәренкелеге бирергә лә һәләтле. “Йән биргәнгә йүн биргән”, “Дөйә урлаған да – бур, төймә урлаған да – бур, шуны онотма, балам”, “Һөнәрленең ҡулы етәү”, “Яҙ көнө аяғың тапылдамаһа, көҙ ауыҙың шапылдамай шул, балам”, “Етемде етеп һуҡ, етә алмаһаң, ташлап һуҡ тигәндәй, етемдәрҙе йәберһетеү – гонаһ”, “Изгелек иткән һайын, үҙеңә лә яҡшылыҡ яуыр” кеүек тәрән мәғәнәле тапҡыр әйтемдәрҙе ишетеп үҫкән балаларҙың күңелендә насар уйҙар булырмы ла ҡылған ғәмәлдәре яман булырмы?


Повеста Ғәбиҙә әбейҙең ырым көсө менән дауалау оҫталығы ла (“Көллөктән йөрөмәгеҙ, сир-зәхмәт ҡағылыр, яман уйлы кешеләрҙең насарлығы күсер. Көлдөң көсө ныҡ, һаҡ булығыҙ, балалар!”), ҡот ҡуйыу, йөрәк ултыртыу таҫылы ла (“Ҡоттоң көсө етмәй. Күкрәккә тауыҡты ултыртһаң, уның йөрәк тибеше менән ҡушыла ла, йөрәгең һәйбәтләнә”), һынамыштарҙы яҡшы белеүе лә (“Үрмәксең төшөп килә!.. Ҙур, тимәк, ҙур ҡунаҡ килә”), һан хикмәттәрен аңлата алыуы ла (“Өс – ул Хоҙайҙың изге им һаны. Ана, мин өшкөргәндә лә өс тапҡыр доға ҡылам, өс тапҡыр төкөрөп ҡуям. Шулай килешә ул”) ауылдаштары араһында уның баһаһын бермә-бер арттыра. Борондан килгән шундай халыҡ ғилеменә ихтыяждың бөгөн дә юғалмауын, киреһенсә, арта ғына барыуын күҙ уңында тотҡанда, Ғәбиҙә әбейҙең һәләттәре хайран ҡалырлыҡ.


Яҙыусының һүрәтләү оҫталығы


“Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән” тигәндәй, Зөләйханың телмәре лә тәрән фекерле, тос мәғәнәле. Повестағы хәл-ваҡиғаларҙа үҙенең тиҫкәрелеге, яһиллығы менән даны сыҡҡан Мөхлисәнең аҙым һайын кәмһетергә тырышыуына ошолай яуаплауы бик тә урынлы: “Алтын бағананы бысраҡҡа ауҙарһаң да, ҡояшта ялтырап, нур бөркөп ятасаҡ. Аллаға шөкөр, хур булып йөрөгәнем юҡ”. Был һүҙҙәр, моғайын, ҡыҙҙарының да йәшәү асылын билдәләйҙер. Зөләйханың телмәренән тағы бер миҫал килтерәйек: “Эт өрә торор, бүре йөрөй бирер. Һеҙ бит дер һелкетеп йәшәгән Иҫәнбай тоҡомонан! Буш менән булмағыҙ, эшләгеҙ. Хызыр Ильяс юлдаш итһен үҙегеҙгә Раббым, ямандарҙан йыраҡ йөрөтһөн, яҡшыларҙы яҡынайтһын, нәҫелләремдең һүҙләре түрҙә, үҙләре үрҙә булһын!” Быныһы инде Мәстүрә кеүек дыуамалдарҙың әхлаҡи түбәнлегенә, рухи ярлылығына ишаралап, ә инде үҙҙәренең нәҫел тамырҙары менән ғорурланып, ҡайһылай матур әйтелгән, изге теләктәр менән нығытылған.


Әсәһенә оҡшап, Зәйнәбкә лә ошондай тапҡыр теллелек хас. Тәрбиә мәсьәләһенә бына ниндәйерәк ҡарашта ул: “Малайҙарға әҙерәк ҡаты булыу кәрәк. Балаға ҡараған – далаға ҡараған, уныһы ла бар… Алтын башлы ирҙе баҡа ҡылған да ҡатын, баҡа башлы ирҙе алтын иткән дә – ҡатын”. Әйтелгәндәрҙән ошондай һығымта яһайыҡ: ата-бабаларыбыҙҙан быуындан быуынға күсә килгән үҙенсәлекле матур тәрбиә алымдары һәр заманда ла үҙ баһаһын һис кенә лә юғалтмай, тигән фекер аңлашыла повесть йөкмәткеһенән.


Бына, ниһайәт, авторҙың үҙенә ҡарата ла бер нисә һүҙ әйтергә ваҡыт етте. Беренсенән, хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлаусы, уларҙы образдарҙан һөйләттереүсе яҙыусы үҙе бит инде. Ғәбиҙәгә, Зөләйхаға хас булған тел байлығы – яҙыусының үҙенең тел байлығы. Ошоларға өҫтәп, һүрәтләү оҫталығын да ҡушҡас, ҡайһылай фәһемле әҫәр барлыҡҡа килгән. Икенсенән, повеста шул күҙгә ташлана: бер генә һөйләм үҙ эсенә тотош бер күренеште һыйҙыра ала. Мәҫәлән, “Смаҡ ауылы кешеләре эштәрен йәһәтерәк тамамлап, йоҡоға әҙерләнә, сөнки ҡараңғыла яҡтыртырға кәрәсин наҡыҫ, уны һаҡлап ҡына тотоналар”. Йәғни кешеләр көндәлек ауыр хеҙмәттән арыған, тормош, көнитмеш ауыр, ауылды ярлылыҡ баҫҡан, көн дә бер үк нәмә ҡабатлана… Был яҙыусының һүҙҙәр менән оҫта эш итеүен дәлилләй.


Өсөнсөнән, авторҙың үҙе һүрәтләгән заман көнкүрешенә хас элементтарҙы яҡшы белеүе лә әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы тормошсан итеүгә булышлыҡ ҡыла. Әйткәнебеҙҙе аныҡ миҫал менән дәлилләйек: “Мамыҡты кәрәсингә тығып, картуф аша сығарып, бәләкәй генә көрөшкәгә һалғас, ут тоҡандырып ебәрҙе” (Шәм хаҡында һүҙ бара).


Дүртенсенән, ҡаҙаҡ кешеһен ҡаҙаҡса һөйләтеү ҙә повестың ышандырыу көсөн арттыра, ысынбарлыҡҡа яҡынайта.

Иғтибар итәйек: “Ун ике адәмдә умыртҡала (һуғым ашында) булдымыз, шуларға айттем, туғаннарға айттем. Яхши килдемез”.

Бишенсенән, тиҙәк һуғыу өмәһе күренешен тасуирлау менән дә автор әҫәрҙә барған хәл-ваҡиғаларҙы байыта, урындағы халыҡтың йәшәү рәүешен күҙалларға ярҙам итә (тимәк, ваҡиғалар урман наҡыҫ булған дала яҡтарында бара).


Алтынсынан, повестағы заман мөхитен сағылдырыуҙа автор балалар уйындары элементтарын да урынлы ҡуллана (“Һыйыр тояғы ашығын ултыртып ҡуйырҙар ҙа мал ашығы менән ул-был яҡтан һуғып уйнарҙар ине”, “Ҡыҙ балалар өй тирәһендә кемеһе сепрәктән орсоҡҡа урап, ҡурсаҡ эшләп, ҡайһыһы малдың тубығын, ығы сыҡҡан, өңөлөп торған ерҙәге ҡыуыш кеүек һөйәген сана йә арба итеп, ҡурсаҡ ултыртып уйнарға әүәҫ”, “Бушыраҡ ваҡыттары ҡалһа, ҡыҙҙар, малайҙар күмәкләшеп йыйыла ла “Һөжөк” уйнай”).


Етенсенән, повестың “Үткән менән киләсәккә күпер булып ята ул томан таҫмалары…” тип оптимистик рухта тамамланыуы ла күңелгә кинәнес бирә. Тимәк, тормош, ара-тирә килеп тыуған көйһөҙлөктәренә, ығы-зығыларына ҡарамайынса, дауам итә. Киләсәккә һәр кем яҡты хыялдар менән ынтыла, ҙур өмөттәр бағлай.


Йомғаҡлап әйткәндә, Әлнисә Алдырханованың яңы повесы һүрәтләнгән хәл-ваҡиғалары, һынландырылған образдары менән фәһемле, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле. Әҫәрҙең теле бай, шуға күрә повесты уҡыған һәр кеше үҙенә әллә күпме файҙалы мәғлүмәт аласаҡ.



Читайте нас