Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Ноября 2019, 06:49

Иң яҡшы хор коллективы – Миәкәлә

Башҡортостанда башҡорт телендә йырлаған хор коллективтары һәм вокаль ансамблдәрҙең “Көҙгө һулыш” тип аталған матур бәйгеһе бар. Ҙур конкурс беренсе тапҡыр 2017 йылда Ишембай ҡалаһында гөрләп үткәйне, уҙған шәмбе уның икенсеһе булды. Быйыл ул республиканың 100 йыллығына арналды.

Сараны республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Ишембай районы хакимиәте ойоштора.

“Көҙгө һулыш”та Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән 20-нән ашыу коллектив сығыш яһаны, барлығы 400-ләп кеше ҡатнашты. Сығыштарҙы абруйлы жюри ағзалары баһаланы.
Иң элек төрлө номинацияларҙа уңышҡа өлгәшкәндәр тәбрикләнде. Артабан призлы урындарға эйә булғандар иғлан ителде. Һәләтле коллективтар байтаҡ булып сыҡты – Мәсетле, Благовар, Ғафури, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Сибай, Стәрлетамаҡтан килгән йыр оҫталары сәхнә түрен йәмләне. Фестиваль хужалары – ишембайҙар ҙа һынат­маны – ҡала мәҙәниәт һарайының “Йәншишмә” хор коллективы 2-се урын яулаһа, Маҡар ауылының “Маҡар ынйы­лары” уҡытыусылар вокаль ансамбле 1-се урынға сыҡты. Ә Гран-при – Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ хоры коллективында.
Йәнә Ишембай ерендә, башҡорт хорҙары һәм вокаль ансамблдәренең киләһе республика фестиваль-конкурсында осрашҡанға тиклем, тип таралышты йыр-моң һөйөүселәр.

Читайте нас