Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Ноября 2019, 14:30

Иң шәп йырсылар ҡайһы ауылдан?

Райондың “Иң йырсы” ауылы исеменә Иҫке Сибай, Урғаҙа, Ишбирҙе, Бикеш, Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай, Комсомол һәм Урал ауылдары лайыҡ булды.

Баймаҡ районы республикала иғлан ителгән “Йырсы ауыл” конкурсында әүҙем ҡатнашты.
Райондың төрлө ауылдарынан барлығы 1400 кеше рәхәтләнеп йыр һуҙҙы, үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Конкурстың икенсе этабына һәм Гала-концертҡа 355 бәйгесе һайлап алынды.
Конкурста ҡатнашыусылар араһында халыҡ вокаль ансамблдәре лә, парлы, яңғыҙ башҡарыусылар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, ғаилә ансамблдәре лә булды.
Райондың “Иң йырсы” ауылы исеменә Иҫке Сибай, Урғаҙа, Ишбирҙе, Бикеш, Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай, Комсомол һәм Урал ауылдары лайыҡ булды. Артабан улар конкурстың III турында ҡатнашыу хоҡуғы алды. Бәйге киләһе йылда дауам ителәсәк.
Фото : Баймаҡ районы мәҙәниәт бүлеге сайтынан.
Читайте нас