Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Ноября 2019, 09:14

Әҫәрҙәребеҙ – аудиокитаптар сайтында

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында аудиокитаптар сайты эшләй башланы. Был турала проекттың етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмерханова хәбәр итә.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында аудиокитаптар сайты эшләй башланы. Был турала проекттың етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмерханова хәбәр итә.
Башҡорт әҙиптәренең 106 әҫәре яҙҙырылған аудиофайлдар audiokitap.ru сайтына урынлаштырылған. Яҙыусы-шағирҙарҙың шиғыр, мәҫәл, поэма, нәсихәт, хикәйә, хикәйәт, нәҫер, новелла, парса, повесть һәм роман жанрында яҙылған әҫәрҙәрен башҡорт һәм рус телдәрендә тыңларға мөмкин.
Проект ҙур социаль мәғәнәгә эйә – йәмәғәтселек, айырыуса йәштәр аудиоформаттағы әҫәрҙәрҙең ҡулланылышта уңайлы булыуын билдәләй:
1) билдәле авторҙарҙың әҫәрҙәрен оҙон юлда йә өй эштәре менән мәшғүл булғанда тыңлау – ваҡытты бушҡа сарыф итмәү ысулы;
2) аудиояҙмаларҙы кеҫә телефонына йә иһә планшетҡа күсереп алырға була, был әҫәрҙәрҙе интернет булмаған ерҙә лә тыңлау мөмкинлеген бирә;
3) проекттың сайты телефон аша ҡулланыу өсөн ҡулайлаштырылған;
4) проекттың сайты ябай һәм аңлайышлы.
Был мәктәп уҡыусылары өсөн дә, өлкән йәштәге кешеләргә лә бик уңайлы. Проект тамамланыуға ҡарамаҫтан, һайланған әҙиптәрҙең әҫәрҙәре өҫтәп яҙҙырыласаҡ, киләсәктә башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре буйынса ла аудиояҙмалар булдырыу күҙаллана.
Институттың бер төркөм уҡытыусылары әҙерләгән “Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар” тип исемләнгән был проект былтыр ил Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә бүленгән грантына лайыҡ булды.
Читайте нас