Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Ноября 2019, 14:00

Самауырлы ерҙән ҡот китмәҫ

Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары Әсәйҙәр көнө уңайынан үҙенсәлекле байрам үткәрҙе.

Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы Әсәйҙәр көнө уңайынан “Самауыр байрамы” үткәрҙе. Район мәҙәниәт йортонда ойошторолған сарала һәр ауыл биләмәһенең күргәҙмәһе ҡуйылды, башҡорт йолалары күрһәтелде.
Самауырҙарҙың ниндәйе генә юҡ: еҙҙән алып яңы сығарылған төрлө биҙәклеләренә тиклем теҙелгән. Уларҙы ҡайнатып, тәмле-татлы ризыҡтар бешереп, килгән һәр ҡунаҡты хуш еҫле үләндәр ҡушылған сәй менән ҡаршыланы уңған ҡатын-ҡыҙ. Күркәм байрамдан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһаринаның ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне.
Темәс ауылы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Миңзифа Низамова белдереүенсә, уларҙан килтерелгән иң боронғо еҙ самауыр 1861 йылғы булһа, иң ҙуры, 40 литрлығы, Ишейҙән. Байрамда шулай уҡ иң бәләкәй, иң экслюзив, иң боронғо, иң матур һ.б. самауырҙар билдәләнде.
Байрамда әсәйҙәргә дан йырланды, дәртле бейеүҙәр күңелдәргә дәрт-дарман өҫтәне.
Фотолар: Минзәлә Үҙәнбаева.
Читайте нас