Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Ноября 2019, 07:25

Аҡбуҙ шунда туҡтаған, бөтә майҙан һоҡланған...

Үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин һәйкәлде асыу эшенә бәйле нимә тип белдерҙе?

Бөрйән районында Аҡбуҙатҡа һәйкәл урынлаштырыу эштәре тамамланды. Ҡанатлы ат үҙ төйәгенә - Йылҡысыҡҡан күле янына аяҡ баҫты.

“Ошо арала һәйкәлде ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға ҡуйыу өсөн беҙҙең Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре скульптор Өлфәт Ҡобағошов менән Бөрйәнгә барып ҡайтты”, – тине үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин.

Етәксе белдереүенсә, һәйкәлде асыу тантанаһы менән ашыҡмаҫҡа ҡарар иткәндәр, сөнки әле постамент тәбиғи таш менән биҙәлмәгән, эргә-тирәһе лә төҙөкләндерелмәгән. Йәнә эскәмйәләр ҡуйыу, машиналар өсөн ҙур булмаған туҡталҡа эшләү талап ителә. Шулай уҡ һәйкәл янында ҡанатлы толпар тураһында башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә мәғлүмәт биргән алтаҡта урынлаштырасаҡтар.
"Һәйкәл асыуҙы яҙға – яңы туристик миҙгел башланыуға планлаштырҙыҡ. Биләмә лә беҙҙең Аҡбуҙатҡа торошло булырға тейеш!
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Өлфәт Ҡобағошовҡа, Кирилл Мурашкин етәкселегендәге Кәҫле заводы коллективына һәм Алексей Горбатко етәкселегендәге “Росстань” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм", – тине Данир Ғәйнуллин, ҡыуанысы менән уртаҡлашып.
Фото “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас