Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Ноябрь 2019, 13:45

"Көтөр кешем бар минең" тигәйне...

Эйе, үҙен матур итеп иҫкә алыр кешеләре лә күп Вил Ғүмәровтың!

Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуған Вил Ғүмәров Стәрлетамаҡ ҡалаһында нәшер ителгән “Ашҡаҙар” гәзитенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Вил Бәшир улы һөнәре буйынса инженер, әммә бәләкәйҙән әҙәбиәткә ғашиҡ булып үҫә. Китап һөйөүселәр уны иң беренсе шағир һәм журналист тип белә.
Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһының Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте үҙәгендә әҙиптең хәтер кисәһе ойошторолдо.
"Сараға халыҡ эркелеп килде, айырыуса оло йәштәгеләр күп ине, – ти “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров. – Туғандары һәм фекерҙәштәре шағир тураһында йылы һүҙҙәр әйтте, бай хәтирәләре менән уртаҡлашты. Беҙҙең ҡалала башҡорт драма театры асылған ваҡытта Вил Ғүмәров ҡаҙаҡ драматургы Дулат Иҫәбәковтың “Көтөр кешем бар минең” әҫәрен башҡортсаға тәржемә итеп киң танылыу яуланы".
Фото "Ашҡаҙар" гәзите сайтынан.
Читайте нас